Иҫәнбаев Мазһар Насип улы
Иҫәнбаев Мазһар Насип улы (15 сентябрь 1936 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (1987), профессор (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002 йылдан).
Иҫәнбаев Мазһар Насип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМазһар Насип улы Иҫәнбаев[1] 1936 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуа. Атаһы Иҫәнбаев Насибулла Мәхмүт улы фронтта һәләк була. Өлкән ағаһы Лоҡман да Бөйөк Ватан һуғышында 18 йәшендә Латвияның Приекуле ҡалаһын азат иткәндә һәләк була.
1955 йылда Мазһар Насип улы отличие менән Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1956 йылда Башҡорт дәүләт университетына инә һәм уны 1961 йылда отличие менән тамамлай. Университеттың бишенсе курсында саҡта өйләнә һәм уҡыуҙы тамамлағандан һуң ҡатыны Фәүзилә Лотфрахман ҡыҙы менән Баймаҡ ҡалаһына 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы булып эшкә китә.
1963 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты) эшләй.
1971 йылда — бүлектең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылда — ижтимағи етештереүҙең һөҙөмтәлелеге секторы мөдире. 1977—1981 һәм 1987—1990 йылдарҙа бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире урынбаҫары ла була.
1987 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1990—1997 йылдарҙа М. Н. Иҫәнбаев Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай социаль-иҡтисади проблемалар бүлеге мөдире була, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе кәңәшсеһе, 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе. 1998 йылдан ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында бүлек мөдире һәм төбәк иҡтисады проблемалары секторы мөдире булып эшләй.
1989 йылдан — профессор, 1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Инженерлыҡ академияһы академигы (1993 йылдан), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002).
Иҫәнбаевтың фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәләре: төбәк иҡтисады теорияһы һәм методологияһы. Ул иҡтисадтың баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың хужалыҡ комплекстарының илдәге берҙәм халыҡ хужалығы комплексының төбәк системалары булараҡ формалашыуының методологик нигеҙҙәрен камиллаштыра. Уның хеҙмәттәре СССР Министрҙар Советы, СССР Планлаштырыу буйынса дәүләт комитеты эргәһендәге Етештереү көстәрен өйрәнеү советы, РСФСР Планлаштырыу буйынса дәүләт комитетының Үҙәк иҡтисади ғилми-тикшеренеү институты, тармаҡ ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары, СССР Фәндәр академияһы ғилми советтары, планлы һәм хужалыҡ итеү ойошмалары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт идараһы органдары тарафынан файҙаланыла.
М. Н. Иҫәнбаев әле — Рәсәй Фәндәр академияһы эргәһендәге иҡтисад фәндәре докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәләрен биреү буйынса махсус советтың ағзаһы, Башҡорт энциклопедияһының мөхәрририәте һәм ғилми-методик советы ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһының «Йәдкәр» ғилми-гуманитар һәм ижтимағи-сәйәси журналының мөхәрририәт ағзаһы.
Ғаиләһе: ҡатыны — Фәүзилә Лотфрахман ҡыҙы, ҡыҙы — Әлфиә (1964), белеме буйынса иҡтисадсы, ике ейәнсәре бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
- СССР Фәндәр академияһының, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының, Рәсәй Федерацияһы «Белем» йәмғиәтенең Почёт грамоталары.
- Рәсәй Инженерлыҡ академияһы академигы (1993), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002)
- Салауат Юлаев ордены (2011).
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәМ.Н. Иҫәнбаев — 380-дән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 50 монография авторы.
- «Дорогой науки». Издательство «Гилем». — Уфа, 2005.
- «Методологические основы формирования и функционирования хозяйственных комплексов республик». — Уфа, 1992.
- «Формирование лесного комплекса и охраны лесосырьевых ресурсов». — Уфа, 1992.
- «Научные основы управления экономическим и социальным развитием Республики Башкортостан в условиях перехода к рыночным отношениям». — Уфа, 1998.
- «Развитие реформы и становление новых экономических отношений в Республике Башкортостан». — Уфа, 2000.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. 2007 г. т. 3. Уфа.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исянбаев Мазгар Насипович . Институт социально-экономических исследований. Дата обращения: 11 декабрь 2013.
- Алла Докучаева Продолжение родословной // Общественно-политический, научно-популярный и художественный журнал «Ватандаш».