Ищенко Иван Митрофанович
Ищенко Иван Митрофанович (15 сентябрь 1912 йыл — 17 ғинуар 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Ищенко Иван Митрофанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1912 |
Тыуған урыны | Новоподымка[d], Елисаветградский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 17 ғинуар 1979 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Митрофанович Ищенко 1912 йылдың 15 сентябрендә Украинаның Кировоград өлкәһе Новоподымка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 1942 йылдан ВКП(б)/ КПСС ағзаһы. Башланғыс мәктәпте тамамлаған, йөк ташыусы булып эшләгән.
1941 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армия сафында. Грузин ССР-ының Капский район хәрби комиссариаты тарафынан саҡыра. 1941 йылдың ноябрь айынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
234-се уҡсылар полкының автоматсылар рота отделениеһы командиры (179-сы уҡсылар дивизияһы, 43-се армия, 1-се Балтик буйы фронты), сержант И. М. Ищенко 1944 йылдың 23 июнендә Белоруссияның Витебск өлкәһе Бешенковичи районы Шумилино ауылы эргәһендә дошман оборонаһын өҙә һәм 5 гитлерсыны юҡ итә.
1944 йылдың 24 июнендә Витебск өлкәһе Бешенковичи районының Вяжица ауылы эргәһендә (хәҙер Будилово ауылы) дошмандың көслө уты аҫтында ҡул аҫты саралар менән сержант Иван Ищенко Көнбайыш Двина йылғаһының һул ярына беренсе булып сыға һәм плацдарм өсөн һуғышта унға яҡын немец автоматсыһын һәм снайперын юҡ итә.
1944 йылдың 26 июнендә гитлерсылар, ҡамауҙан сығырға тырышып, ике взводҡа тиклем пехотаһы менән М.Ищенко отделениеһы участкаһына һөжүм итә, атакалары совет яугирҙәре тарафынан ҙур юғалтыуҙар менән кире ҡағыла. Һуңынан, дошмандарҙы эҙәрлекләп, сержант Ищенко отделениеһы, дошмандың сигенеү юлын киҫеп, «Витебск — Бешенковичи» юлын биләй. Был һуғышта М. Ищенко шәхсән һигеҙ гитлерсыны юҡ итә, ә өсәүһен әсирлеккә ала. Отделение утыҙ алты автомашинаны баҫып ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 июлендәге Указы менән командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн сержант Ищенко Иван Митрофановичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4136) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Һуғыштан һуң старшина М. И. Ищенко демобилизациялана. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә автомеханик булып эшләй. 1979 йылдың 17 ғинуарында вафат була, Өфөлә ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы.
- Ленин ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (10.05.1944)[1].
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 168, л. 3).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ищенко Иван Митрофанович . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа, 1965.
- Цкитишвили К. В., Чинчилакашвили Т. Г. Герои Советского Союза из Грузии. — Тб, 1981.