Мәмбәтов Миҙхәт Әхмәтхан улы

хеҙмәт ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе

Мәмбәтов Миҙхәт Әхмәтхан улы (15 сентябрь 1941 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп, комсомол, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1975), доцент (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2008).

Мәмбәтов Миҙхәт Әхмәтхан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Мәмбәт, Маҡан ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, етәксе
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d] һәм фольклорсы[d]
Урынбаҫар хөкүмәт башлығы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар дуҫлығы ордены Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов 1941 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан АССР-ының Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында тыуған.

19591960 йылдарҙың август—ноябрь айҙарында Хәйбулла районының «Маҡан» иген совхозында төрлө эштә эшләй.

1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, Хәйбулла районының Иҫәнгилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры булып эш башлай.

1967 йылдың ғинуарынан алып Хәйбулла районының халыҡ мәғарифы бүлегенең мәктәптәр инспекторы.

19671970 йылдаҙа Хәйбулла районында комсомол эшен башҡара.

19671970 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секторы мөдире.

1971 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курсын тамамлай.

  Республиканың ижади йәштәре өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге Башҡортостан комсомолы премияһын булдырыуҙа, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсын республика сәхнәһенә сыға­рыуҙа әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ күр­һәтте.

Ғ. Сәләм исемендәге премия хәҙер Шәйехзада Бабич исемен йөрөткән тос, республиканың ҡиммәтле бүләге һанала. Миҙхәт Әхматхан улы ГИТИС эргәһендәге юғары режиссерҙар курсында театр учреждениеһы етәксеһе һөнәренә уҡып ҡайтты. Уға бер генә театр учреж­дениеһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелмәне. Әллә күпме мәҙәниәт усағы – һарайҙары, йорттары, клубтары, китапханалары булған химия һәм нефть сәнәғәте эшселәренең Башҡортостан өлкә профсоюздарында бүлек мөдире итеп раҫланылар[1].

 

19711972 йылдарҙа — Башҡортостан өлкә нефть һәм химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының мәҙәниәт бүлеге мөдире.

1975 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй: ассистент, өлкән уҡытыусы, башҡорт әҙәбиәте кафедраһының өлкән уҡытыусыһ, шул иҫәптән 19761980 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары.

1976 йылдан — филология факультеты деканы урынбаҫары.

1980 йылдан — өлкән уҡытыусы, 1982 йылдан — башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты.

1983 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия институтында: өлкән уҡытыусы, 1987 йылдан башлап башланғыс белем методикаһы кафедраһы мөдире.

1990 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Эштәре идаралығының — халыҡ мәғарифы, мәҙәниәт һәм администрация органдары бүлеге мөдире, 1994 йылдан — директор урынбаҫары.

19952008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер—Министры урынбаҫары.

19952008 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

20052006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ярҙамсыһы (ваҡытлыса).

2008 йылдан алып «Уфаводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының социаль үҫеш буйынса генераль директор ярҙамсыһы.

2011 йылдан «В. И. Ленин Йорт—музей» муниципаль учреждение директоры.

Фәнни тикшеренеүҙәре

үҙгәртергә

Ғилми эштәре башҡорт фольклористикаһы тарихына арналған, 18 — 19 быуаттарҙа Башҡортостанда урыҫ ғалимдарының тикшеренеүҙәр тарихын өйрәнә. 25-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә