Микробиология

микроорганизмдарҙы өйрәнеүсе фән

Микробиология (грек. μικρος — бәләкәй, лат. bios — тормош) — микроорганизм (микроб) тип аталған микроскопик заттарҙы (уларға инәләр: Бер күҙәнәкле организмдар, Күп күҙәнәкле организмдар һәм Күҙәнәкһеҙҙәр), уларҙың биологик билдәләрен һәм планетабыҙҙағы башҡа организмдар менән үҙ-ара бәйләнешен өйрәнеүсе фән. Микробиология даирәһенә уларҙың систематикаһы, морфологияһы, физиологияһы, биохимияһы, эволюцияһы, экосистемаларҙағы роле, ҡулланыу мөмкинлектәре инә.

Микробиология
Рәсем
Һештег microbiology[1]
Вики-проект Проект:Микробиология и иммунология[d]
 Микробиология Викимилектә

Микробиологияның бүлектәре: бактериология, микология, вирусология, паразитология һәм башҡалар. Микроорганизмдарҙың экологик үҙенсәлектәренә, йәшәү шарттарына, тирә-яҡ мөхит һәм кешенең ихтыяждары менән әүәлдән барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәренә бәйле, микроорганизмдар тураһындағы фән дөйөм микробиологияға, медицина, сәнәғәт (техник), космос, геология, ауыл хужалығы һәм ветеринария микробиологияһына бүленә.

Микробиология фәне барлыҡҡа килгәнсе бер нисә мең йыл элек кеше, микроорганизмдар барлығы тураһында бер ни ҙә белмәһә лә, әсеү менән бәйле тәбиғи процестарҙы ҡымыҙ һәм башҡа әсегән һөт ризыҡтары, алкоголь, һеркә эшләү, етен ебетеү өсөн ҡуллана.

Кешеләр борондан микроорганизмдар арҡаһында барлыҡҡа килгән күренештәрҙе белһә лә, уларҙың ысын сәбәбен белмәгән. Гиппократ (б.э.т. 460—377 йылдар) йоғошло ауырыуҙарҙың күҙгә күренмәҫ заттар тарафынан барлыҡҡа килтерелеүен фараз иткән. Микродонъяны асыуға Джироламо Фракасторо (1478—1553) яҡынлашҡан, ул инфекцияларҙы ауырыу менән аралашҡанда йоға торған кескәй генә тәнсектәр йоҡтороуын аңлаған.

Әммә күп ғалимдар йоғошло ауырыуҙарҙың бактериаль тәбиғәтен инҡар итә килгән, хатта Пастер менән Кохтың революцион асыштары ла уларҙың фекерен үҙгәртә алмаған. Мәҫәлән, холераны тирә-йүндә бүленеп сыҡҡан миазмдар барлыҡҡа килтереүенә ышанған Макс Петтенкофер 1892 йылда, хаҡлылығын иҫбатлар өсөн, шаһит медиктар алдында холера вибриондары культураһын йота һәм ауырымай ҡала.

Тасуирлауҙарҙан торған осор

үҙгәртергә
 
Антони ван Левенгук

Микроорганизмдарҙы өйрәнеү мөмкинлеге оптик приборҙар үҫеше һөҙөмтәһендә генә барлыҡҡа килә. Беренсе микроскоп 1610 йылда Галилей тарафынан эшләнә. 1665 йылда Роберт Гук беренсе тапҡыр үҫемлек күҙәнәктәрен күрә. Әммә уның 30 тапҡырға ҙурайта торған микроскобы иң ябайҙарҙы һәм бактерияларҙы күрһәтә алмай. В. Л. Омелянский билдәләүенсә, «ғәжәпләнгән ҡарашына микроорганизмдар донъяһы асылған беренсе тикшеренеүсе астрологик темалы хеҙмәттәр авторы иезуит ғалим Афанасий Кирхер (1601—1680) була», әммә ғәҙәттә микродонъяны беренсе тапҡыр асҡан ғалим тип Антони ван Левенгукты атайҙар.

Лондон Король йәмғиәтенә хатында ул 1676 йылдың 24 апрелендә һыу тамсыһын микроскоптан ҡарағаны тураһында хәбәр итә һәм үҙе күргән йән эйәләрен, шул иҫәптән бактерияларҙы һүрәтләй. Левенгук уларҙы «бик бәләкәс йәнлектәр» тип атай һәм уларҙы ҡәҙимге йәнлектәр кеүек төҙөлөшлө һәм фиғелле тип уйлай. Был «йәнлектәрҙең» бөтә ергә таралғанлығы ғилми донъяла ғына сенсация булып ҡалмай. Левенгук теләгән һәр кемгә тәжриәбһен күрһәтә, 1698 йылда уның эргәһенә хатта Пётр I килә.

Әммә фән микроорганизмдарҙың тәбиғәттәге урынын аңлауға әҙер булмай сыға. Ул саҡта теориялар системаһы физикала ғына була. Левенгук заманында йәнле тәбиғәттәге төп процестар тураһында белемдәр булмай. Хатта йәнһеҙ материя ла тәбиғәт күренештәрен аңлар өсөн етерлек өйрәнелмәгән була.

Артабанғы 100—150 йыл эсендә микробиология үҫеше яңы төрҙәрҙе тасуирлау менән генә үтә. Микроорганизмдарҙы өйрәнеүгә дат биологы Отто Фридрих Мюллер үҙ өлөшөн индерә, ул 1789 йылға 379 төрҙө тасуирлай һәм Линнейҙың биномиаль номенклатураһы буйынса һәр береһенә атама бирә. Бер нисә ҡыҙыҡлы асыш та яһала. Мәҫәлән, 1823 йылда просфораларҙың (икмәк саҙаҡаһының) «ҡанһырау» сәбәпсеһе асыҡлана — ул Serratia marcescens (икенсе атамаһы — Monas prodigiosa) була. Христиан Готфрид Эренберг пигментланған бактерияларҙы, беренсе тимер бактерияларҙы, диңгеҙ һәм лиман ултырмаларында иң ябайҙарҙың һәм диатомлы ылымыҡтарҙың һөлдәләрен һүрәтләй. Шуның менән ул микропалеонтологияға башланғыс һала. Нәҡ ул Ҡыҙыл диңгеҙ һыуының төҫөн унда Trichodesmium erythraeum цианобактериялары үрсеүе менән аңлата. Ләкин ул да бактерияларҙы иң ябайҙар иҫәбенә индерә һәм Левенгук кеүек үк уларҙы ашҡаҙаны, эсәктәре, тәпәйҙәре булған йәнлектәргә тиңләй.

Рәсәйҙә тәүге микробиологтарҙың береһе Л. С. Ценковский (1822—1887) була, ул иң ябайҙарҙың, ылымыҡтарҙың, бәшмәктәрҙең күп төрҙәрен тасуирлай һәм үҫемлектәр менән йәнлектәр араһында киҫкен сик юҡ тигән һығымтаға килә. Ул беренсе Пастер станцияларын ойоштора, түләмәгә ҡаршы вакцина тәҡдим итә.

Ҡыйыу гипотезалар ҙа әйтелә, мәҫәлән, табип эпидемиолог Д. С. Самойлович (1744—1805) ауырыуҙарға нәҡ микроорганизмдар сәбәпсе булыуына ышана, әммә бик тырышһа ла, микроскоп аша тағун ауырыуын тыуҙырыусыны күрә алмай — ул саҡта оптиканың мөмкинлектәре сикләнгән була. 1827 йылда итальян А. Басси тут селәүсене ауырыуҙарының микроскопик бәшмәкте күсергәндә таралыуын аса. Ж. Л. Л. Бюффон һәм А. Л. Лавуазье әсеүҙе сүпрә менән бәйләй, әммә дөйөм ҡулланыуҙа был процестың 1697 йылда Г. Э. Шталь яҙған химик теорияһы ҡала бирә.

Әммә әсеү сәбәптәре тураһындағы мәсьәлә микроорганизмдарҙың тәбиғәттәге роле буйынса тәүге уңышлы сиселеш тапҡан мәсьәлә була.

 
Луи Пастер

Микробиологияның алтын осоро

үҙгәртергә

1880-се һәм 1890-сы йылдарҙа микробиологияла күп асыштар яһала. Был башлыса методологияның ентекле эшләнеүенә бәйле була. Бөтәһенән элек Роберт Кохтың өлөшөн билдәләргә кәрәк, ул 1870-се йылдар аҙағы — 1880-се йылдар башында тикшеренеүҙәрҙең яңы ысулдарын һәм дөйөм принциптарын тәҡдим итә.

Пастер микроорганизмдарҙы үҫтереү өсөн тере организмдарҙа табылған бөтә элементтарҙан торған шыйыҡ мөхиттәрҙе ҡуллана. Әммә шыйыҡ мөхиттәр бик үк уңайлы булмай. 1883 йылда ғына Э. Христиан Гансен тарафынан, эленеп торған тамсы ысулын файҙаланып, сүпрәнең беренсе саф культураһы алына. Тығыҙ мөхиттәр тәүге тапҡыр бәшмәктәрҙе өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Бактериялар өсөн тығыҙ мөхиттәрҙе 1868/69 йылғы ҡышта Вроцлавта Кон ҡуллана, әммә 1881 йылда Роберт Кох желатин һәм агар пластинкаларҙы файҙаланыуға индерә. 1887 йылда Петри шәшкеһе ҡулланыла башлай.

Кохтың киң билдәлелек алған постулаттары:

  • ауырыуҙы тыуҙырыусы пациентта даими табылырға тейеш;
  • уны саф культура итеп бүлеү зарур;
  • бүленгән организм тәжрибә үткәрелгән йәнлектәрҙә ауырыу кешеләге кеүек симптомдар тыуҙырырға тейеш.

Был принциптар теге йәки был процестарҙы тыуҙырған организмдарҙы билдәләү өсөн медицинала ла, экологияла ла ҡулланыла. Кох бактерияларҙы буяу ысулдарын (элек ботаникала ғына ҡулланылған булалар) һәм микрофотографияны индерә. Кох публикацияларындағы методикаларҙы бөтә донъя микробиологтары ҡабул итә. Уның артынса методологияның дәррәү үҫеше башлана.

Микробиология үҫешенә рус һәм совет ғалимдары үур өлөш индерә: И. И. Мечников (18451916), Д. И. Ивановский (18631920), Н. Ф. Гамалея (18591949), Л. С. Ценковский (1822—1887), С. Н. Виноградский (1856—1953), В. Л. Омелянский (1867—1928), Д. К. Заболотный (18661929), В. С. Буткевич (1872—1972), С. П. Костычев (1877—1931), Н. Г. Холодный (1882—1953), В. Н. Шапошников (1884—1968), Н. А. Красильников (1896—1973), А. А. Имшенецкий (1905—1992) һ.б.

Микробиологияның төп бүлектәре

үҙгәртергә

Микробиологияның бүлектәре: дөйөм, техник, ауыл хужалығы, ветеринар, медицина, санитар.

  • Дөйөм микробиология микроорганизмдар төркөмдәренең һәр береһенә хас законсалыҡтарҙы өйрәнә.
  • Техник микробиология микроорганизмдарҙың биологик әүҙем матдәләр — аҡһымдар, нуклеин кислоталар, антибиотиктар, спирттар, ферменттар, һирәк осраусан органик булмаған берләшмәләр — синтезлау биотехнологияларын эшләй.
  • Ауыл хужалығы микробиологияһы роль микроорганизмдарҙың матдәләр әйләнешендәге ролен өйрәнә, уларҙы ашламалар синтезлау, ҡоротҡостар менән көрәшеү өсөн ҡуллана.
  • Ветеринар микробиология хайуандар ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы өйрәнә, диагностикалау ысулдарын, специфик иҫкәртеү һәм ауырыу хайуан организмындағы инфекция тыуҙырыусыны юҡ итеүгә йүнәлтелгән этиотроп дауалау ысулдарын эшләй.
  • Медицина микробиологияһы кеше өсөн ауырыу тыуҙырыусы (патоген) һәм шартлы патоген микроорганизмдарҙы өйрәнә, микробиологик диагностикы, специфик иҫкәртеү һәм улар барлыҡҡа килтергән сирҙәре этиотроп дауалау ысулдарын эшләй.
  • Санитар микробиология тирә-яҡ мөхиттең, аҙыҡ-түлектең, эсемлектәрҙең санитар-микробиологик торошон өйрәнә, төрлө объекттарҙа һәм продуктыларҙа патоген микроорганизмдар буйынса санитар-микробиологик нормативтарҙы һәм уларҙы индикациялау ысулдарын эшләй[2].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Profiles
  2. Л.Б.Борисов. Медицинская микробиология, вирусология и иммунология. — МИА, 2005. — С. 154—156. — ISBN 5-89481-278-X.
  • Вербина Н. М., Каптерёва Ю. В. Микробиология пищевых производств. — М.: изд. ВО «АГРОПРОМИЗДАТ», 1988. — ISBN 5-10-000191-7
  • Воробьёв А. В., Быков А. С., Пашков Е. П., Рыбакова А. М. Микробиология: Учебник. — 2-е изд. перераб. и доп. — М.: Медицина, 2003. — 336 с. — (Учеб. лит. для студ. фарм. вузов). — ISBN 5-225-04411-5
  • Галынкин В. А., Заикина Н. А., Кочеровец В. И. и др. Основы фармацевтической микробиологии: учебное пособие для системы послевузовского образования. — С.-П.: Проспект науки, 2008. — 288 с. — ISBN 978-5-903090-14-3
  • Гусев М. В., Минеева Л. А. Микробиология. — 9-е изд., стер. — М.: Издательский центр «Академия», 2010. — 464 с. — (Серия: Классическая учебная книга). — ISBN 978-5-7695-7372-9
  • Гусев М. В., Минеева Л. А. Микробиология: Учебник для студ. биол. специальностей вузов. — 4-е изд., стер. — М.: Издательский центр «Академия», 2003. — 464 с. — ISBN 5-7695-1403-5
  • Емцев В. Т., Мишустин Е. Н. Микробиология : учеб. для студ. вузов / В. Т. Емцев, Е. Н. Мишустин. — 6-е изд., испр. — М.: Дрофа, 2006. — 445 с. — (Высшее образование). — ISBN 5-358-00443-2.
  • Заварзин Г. А., Колотилова Н. Н. Введение в природоведческую микробиологию. — М.: Книжный дом «Университет», 2001. — 256 с. — ISBN 5-8013-0124-0
  • Кондратьева Е. Н. Автотрофные прокариоты: Учеб. пособие для студентов вузов, обучающихся по направлению «Биология», специальностям «Микробиология», «Биотехнология». — М.: Изд-во МГУ, 1996. — 302 с. — ISBN 5-211-03644-1
  • Лысак В. В. Микробиология: учеб. пособие. — Минск: БГУ, 2007. — 426 с. — ISBN 985-485-709-3
  • Шлегель Г. Г. История микробиологии: Перевод с немецкого. — М: изд-во УРСС, 2002. — 304 с. — ISBN 5-354-00010-6
  • Скороходов Л. Я. Материалы по истории медицинской микробиологии в дореволюционной России. — М. : Медгиз, 1948. — 356 с.
  • Скороходов Л. Я. Как развивалась микробиология. — М.: Медицина, 1965. — 50 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә