Башҡорт АССР-ы Юғары Советы

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы — Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы
Герб
Нигеҙләү датаһы 1938
Дәүләт  СССР
Алдағы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1993
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы

Герб

Тип
Тип

Совет

Дәүләт

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡорт АССР-ы

История
Нигеҙләнгән ваҡыты

1938

Бөтөрөлгән ваҡыты

1993

Алдан килеүсе

Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты

Дауамсы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Структураһы
Ағзалар

280

Һуңғы һайлауҙар

1990

Сайт

http://www.gsrb.ru/

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы башта ошо адрес буйынса урынлаша: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт[1].

ХХ быуаттың 90-се йылдарында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы яңы бинаға (адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Йорто) күсә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһына ярашлы барлыҡҡа килә.

Башҡортостанда унан алдағы дәүләт власының Юғары органдары:

  • Башҡорт Совет Республикаһының хәрби-революцион комитеты — Башревком. 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм башҡорт полктары вәкилдәре ҡатнашлығында Бөтә Башҡорт хәрби съезында төҙөлә. Башревком составына башлыса элекке Башҡортостан хөкүмәте ағзалары — Әхмәтзәки Вәлиди, Имаков Таһир Ғилман улы, Кулаев Мстислав Александрович, И. Алкин, Бикбов,Юныс Юлбарис улы инә.
  • БАССР-ҙың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК) һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК) — 1920 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт АССР-ын Советтарының I съезында раҫлана.

БАССР-ҙың Юғары Советына беренсе һайлау 1938 йылдың 26 июлендә үтә. БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советына 150 депутат һайлана.

1938 йылдың 25—28 июлендә Өфөлә БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советының беренсе сессияһы үтә. Сессияла БАССР Юғары Советы Президиумы һайлана һәм хөкүмәт — республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы төҙөлә. Ике даими эшләүсе комиссия булдырыла: закондар сығарыусы һәм бюджет комиссияһы. Беренсе саҡырылыш Юғары Советты БАССР-ҙың Юғары Советы Рәисе Заликин А. Т. етәкләй, Долганов И. Б. менән Сиразетдинова М. Н. уның урынбаҫарҙары була. Юғары Совет Президиумы Рәйесе итеп Ибраһимов Р. К., ә Сәркәтибе итеп — Вальшин М. Г. һайлана.

1938—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарын һайлау 12 тапҡыр үткәрелә.

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

1993 йылғы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы[2], 1993 йылдың 24 декабренән башлап Башҡортостан Республикаһының Юғары һәм берҙән-бер закон сығарыусы (һайланған) дәүләт власы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы

үҙгәртергә

БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһына ярашлы БАССР-ҙың Юғары Советы дәүләт власының иң юғары органы була һәм республика менән идара итеүгә ҡағылышлы СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы, Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡуйған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә була. Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ҡабул итеү,уға үҙгәрештәр индереү, Башҡорт АССР-ының дәүләт иҡтисади һәм социаль үҫеш планын һәм дәүләт бюджетын, уларҙың үтәлеше тураһында отчетын раҫлау, үҙе ҡарамағындағы органдарҙы булдырыу Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт АССР-ы закондары шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы халыҡ һаны тигеҙ булған һайлау округтары буйынса һайланған 280 депутаттан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесен һәм уның ике урынбаҫарын һайлай. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ултырыштары һәм уның эске тәртип ҡағиҙәләре менән етәкселек итә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессиялары йылына ике тапҡыр саҡырыла. Сираттан тыш сессиялар Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан уның инициативаһы менән йәки Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарының өстән бер өлөшөнән дә кәм булмағандары тәҡдиме буйынса үтә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияһы ултырыштарҙан һәм улар араһында үткәрелгән Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими һәм башҡа комиссиялары ултырыштарынан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы түбәндәге вәкәләттәргә эйә:

  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һәм урындағы халыҡ депутаттары Советына һайлауҙар билдәләй;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияларын саҡыра;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими комиссиялары эшен координациялай;
  • Башҡорт АССР-ы Конституцияһы үтәлешен контролләй;
  • Башҡорт АССР-ы закондарына аңлатма бирә;
  • урындағы халыҡ депутаттары Советы эшмәкәрлеге өҫтөнән етәкселек итә;
  • район буйһонған ҡалалар, ҡалала райондар ойоштора, уларға исемдәр ҡуша һәм исемдәрен үҙгәртә;
  • Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын, район һәм ҡала (республика ҡарамағындағы ҡалалар) халыҡ депутаттары Советы ҡарарҙарын, улар законға тап килмәгән осраҡта, юҡҡа сығара;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау Ҡағыҙы менән бүләкләй, Башҡорт АССР-ының маҡтаулы исемдәрен булдыра һәм бирә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйестәре

үҙгәртергә

Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (июль 1938—1946)

Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1946—1950)

Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (1950—1967)

Солтанов Фәйзулла Вәли улы (март 1967 — апрель 1990)

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйестәре

үҙгәртергә

БАССР Юғары Советы депутаттары

үҙгәртергә
  • Беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1938—1947 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1947—1951 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1951—1955 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Дүртенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1955—1959 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Бишенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1959—1963 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Алтынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1963—1967 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Етенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1967 йылдың 29 мартында һайланғандар, 1967—1971 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Һигеҙенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (25 июнь 1971 һайланғандар, 1971—1975 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Туғыҙынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (3 июль 1975 һайланғандар, 1975—1979 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Унынсы саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (21 март 1980 һайланғандар, 1980—1985 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Ун беренсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (22 март 1985 һайланғандар, 1985—1990 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)
  • Ун икенсе саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаттары исемлеге (1990—1993 йылдарҙа ултырышта ҡатнашалар)

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

2002 йылда Башҡортостан Республикаһы парламентының тарих музейы булдырыла. Музей Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы йортонда урынлаша. Музейҙа Башҡортостан парламентаризмының күп йыллыҡ тарихы буйынса экспонаттар: документтар, фотоһүрәттәр, китаптар, публикациялар, значоктар ҡуйылған. Экспозицияның бер өлөшө Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының 1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙағы Конституцияларына бағышланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Парламентаризм в Башкортостане. История и современность. Документы и материалы. ГРИ Башкортостан. Кн. 2. Составитель В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. Уфа, 2005. ISBN 5-8258-0204-5.