Ғәлимов Сәләм исемендәге премия
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия — йәш авторҙарҙың әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостанда 1967 йылдан 1990 йылғаса бирелгән премия.
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия | |
Ил | |
---|---|
Награда төрө |
маҡтаулы исем |
Кемгә бирелә |
йәш авторҙарҙың әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн |
Кем тапшыра |
ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты |
Статус |
ғәмәлдә |
Статистика | |
Раҫланған ваҡыты | |
Беренсе бүләкләү | |
Һуңғы бүләкләү | |
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
50 автор һәм 5 ижади коллектив |
Сиратлылыҡ | |
Тап килә |
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы |
Ул ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан ижади йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында 1967 йылда булдырыла һәм башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм исеме менән атала: «Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы».
1967—1990 йылдарҙа был премияға төрлө жанрҙарҙа ижад иткән 50 автор һәм 5 ижади коллектив лайыҡ була. Уларға «Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты» тигән исем һәм махсус диплом бирелә. Премия һуңғы тапҡыр 1990 йылда тапшырыла.
1995 йылда был премия урынына әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендә уңышлы эшләгән йәштәрҙе бүләкләү өсөн яңыһы булдырыла, һәм ул Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы тип атала башлай.
Лауреаттар
үҙгәртергә1967
үҙгәртергә- Әнүәр Бикчәнтәев, яҙыусы — «Нисә йәш һиңә, комиссар?» китабы өсөн
- Фёдор Кащеев, рәссам — «Һауынсылар» («Доярки»), «Буровойҙа» («На буровой»), «Башҡорт ҡымыҙы» («Башкирский кумыс») картиналары өсөн.
- Шәүрә Мортазина, режиссёр — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы буйынса ҡуйған спектакле өсөн.
- Салауат Юлаев исемендәге Мәҙәниәт һарайының Халыҡ бейеү ансамбле. Художество етәксеһе РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Г. В. Анищенко, оркестрҙың музыкаль етәксеһе һәм дирижеры БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре А. К. Кукубаев. — 1966—1967 йылдарҙағы репертуары өсөн.
1968
үҙгәртергә- Салауат Галин, фольклорсы-ғалим — «Йылдар һәм йырҙар» китабы өсөн.
- Ибраһим Ғиззәтуллин, яҙыусы — 1967 йылда баҫылған «Юлға сығыр алдынан» повесы өсөн.
- Абдулхак Игебаев, шағир — «Ер-әсә ораны» поэмаһы өсөн.
- Рәшиҙә Туйсина, бейеүсе — башҡарыу оҫталығы өсөн.
- Нариман Сабитов, композитор — «Мин яратам һине, тормош!» балеты өсөн.
1969
үҙгәртергә- Шәриф Бикҡол, шағир — балалар һәм йәштәргә арналған ижады өсөн.
- Әсғәт Мирзаһитов, драматург —"Пьесалар" йыйынтығы өсөн.
1970
үҙгәртергә- шағир Рауил Бикбаев, «Автобиография» китабы өсөн
1972
үҙгәртергә- шағир, драматург Әнғәм Атнабаев, «Йөрәгемдән сыҡҡан юлдар» исемле шиғырҙар йыйынтығы өсөн
1974
үҙгәртергә- шағир, яҙыусы Александр Филиппов, «Пора тополиных вьюг» китабы өсөн
1976
үҙгәртергә- композитор Рим Хәсәнов — һуңғы йылдарҙағы ижады өсөн
1978
үҙгәртергә- Рәйес Низамов, яҙыусы — «Атайым эҙҙәренән» китабы өсөн
1980
үҙгәртергә- яҙыусы Динис Бүләков, «Иң оҙон төн», «Ҡыңғырауҙар» китаптары өсөн
- яҙыусы Әхиәр Хәким, «Күпер» китабы өсөн
1983
үҙгәртергә- йырсы Радик Гәрәев, башҡарыу оҫталығы өсөн
1984
үҙгәртергә- яҙыусы Вәзих Исхаҡов, «Һаумы, генерал», «Умырзая — яҙ сәскәһе» китаптары өсөн
1986
үҙгәртергә- шағир Сафуан Әлибаев, «Ҡойон» шиғырҙар йыйынтығы өсөн
- балетмейстер Әхийәретдинова Роза Әсләм ҡыҙы.
1988
үҙгәртергә- композитор Салауат Низаметдинов, һуңғы йылдарҙа ижад ителгән йырҙары һәм «Революция дауам итә» исемле ораторияһы өсөн.
1990
үҙгәртергә- шағир Хисмәт Юлдашев — «Убаларҙа — ҡылған» шиғырҙар китабы өсөн.
- шағир Ринат Хәйри — «Эҙләйем һине» шиғырҙар йыйынтығы һәм уға ингән «Ҡорбан» поэмаһы өсөн.
- композитор Нур Дауытов — йырҙар ижад итеү эшмәкәрлеге өсөн.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Журнал «Ватандаш». Лауреаты премии имени Г.Саляма 2016 йыл 10 март архивланған.