Һыуыҡҡул (Дүртөйлө районы)

Һыуыҡҡул (рус. Суккулово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 825 кеше[1]. Почта индексы — 452310, ОКАТО коды — 80224837001.

Ауыл
Һыуыҡҡул
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°25′00″ с. ш. 54°55′03″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 837 001

ОКТМО коды

80 624 437 101

ГКГН номеры

0521840

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һыуыҡҡул (Рәсәй)
Һыуыҡҡул
Һыуыҡҡул
Һыуыҡҡул (Дүртөйлө районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һыуыҡҡул

Тәүге тапҡыр Һыуыҡҡул (Сууккулово) ауылы 1795 йылдағы сығанаҡтарҙа атап үтелә. Ауылдың атамаһы һыуыҡ һәм ҡул (үҙән) һүҙҙәрен ҡушып яһалған. 1795 йылғы V рәүиз мәлендә бында 18 ихатала 126 башҡорт, 16 ихатала 99 типтәр, 2 ихатала 12 мишәр йәшәй[2]. Архив материалдарына ярашлы ауыл 1765 йылдың 2 ғинуарында аҫабалар үҙ ерҙәренә типтәр булып яҙылған татарҙарҙы һәм мишәрҙәрҙе индерә. 1816 йылда ауылда 132 башҡорт, 160 типтәр, 19 мишәр йәшәй. 1834 йылғы VII рәүиздә халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорттарҙың һаны үҙгәрмәй, ә типтәрҙәр һаны 200-гә етә, мишәрҙәр 18 кеше була. Х рәүиздә 21 ихатала 136 аҫаба башҡорт, 55 ихатала 320 керҙәштең (припущенник) йәшәүе теркәлә. 1920 йылдағы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙа 150 ихатала башҡорттар йәшәүе теркәлә, ә типтәрҙәр һаны 743-кә етә[2].

1843 йылда 132 башҡортҡа 700 бот ужым һәм 780 бот яҙғы иген сәселә. 18 мишәр 88 бит ужым һәм 152 бот яҙғы игенде сәсә. Ауылда йәшәүселәргә усадьба булараҡ 50-шәр дисәтинә, һөрөнтө ер өсөн 160, сабынлыҡ өсөн 150 дисәтинә ер бүлеп бирелә. 206 йылҡы малы, 290 һыйыр малы, 600 һарыҡ, 320 кәзә аҫырарға рөхсәт ителә. Ауылда тирмән эшләй. Ә бына мәсеттең булыу-булмауы билдәле түгел[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 825 383 442 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә