Төркмәнстан

Азиялағы ил

Төркмәнстан (Төрөкмәнстан; төркм. Türkmenistan/Түркменистан/تۆركمنيستآن) — Урта Азиялағы дәүләт. Көньяҡтан Иран, Афғанстан илдәре менән, төньяҡтан Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан менән сиктәш, көнбайыш сиге Каспий диңгеҙенә сыға. 1992 йылдың 2 мартынан Берләшкән милләттәр ойошмаһы ағзаһы.

Төркмәнстан
Türkmenistan
Төркмәнстан гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Төркмәнстан гимны»
Үҙаллылыҡ датаһы 27 октябрь 1991 ( СССР)
Рәсми тел Төркмән
Баш ҡала Ашҡабад
Эре ҡалалар Ашҡабад, Төркмәнабад, Ташуғыҙ, Төркмәнбашы, Мары
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент Сердар Бердымухамедов
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
53
491 200 [1] км²
4,9
Халыҡ
• Һаны (2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

5 169 660[2] чел. (94)
10 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2011)
  • Бер кешегә

26 млрд. номинал долл. (95)
5093[3] долл.
ИЧР (2011) 0,686 [4] (средний) (102 урын)
Этнохороним Төркмәнстансылар
Валюта манат
Интернет-домен .tm
Код ISO TM
МОК коды TKM
Телефон коды +993
Сәғәт бүлкәте +5

Илдең баш ҡалаһы — Ашҡабад.

Нейтраль дәүләт. Республика президенты — Ҡорбанғоло Бәрҙемөхәммәтов.

Төркмәнстан 6 административ биләмәгә бүленә: 5 виләйәт һәм виләйәт хоҡуғы булған 1 ҡала.

Төрөкмәнстан менән дипломатик бәйләнеш тотҡан дәүләттәр

Халыҡтың күпселеге ислам динен тота.

Төркмәнстан тәбиғи газ запастары буйынса донъяла 4-се урынды, газ ятҡылыҡтары буйынса 2-се урынды биләй. 1993 йылдан илдә электр энергияһын, газ һәм һыуҙы бушлай ҡулланыу өсөн лимит булдырылған.

1991 йылдың 27 октябре — Төркмәнстандың үҙаллалыҡ иғлан иткән көнө. Парламент — Мәжлес (парламент, 125 депутат). Депутаттар 5 йылға бер мандатлы округта һайлана.

Беҙҙен эраға тиклем 500 йыл алдынан Фарсы империяһы картаһы

Тарих үҙгәртергә

 
Төркмән егете дөйәһе менән, XX быуат башы, Прокудин-Горский фоторәсеме
 
Каспий

Төркмәнстанда нефть, газ, көкөрт, ҡара ҡурғаш, мирабилит, йод, бром ятҡылыҡтары бар.

 
Ҡараҡом сүллеге
 
Төркмәнстан виләйәттәре

Халҡы үҙгәртергә

Йөмһүриәттә халыҡ һанының тиҙ артыуы күҙәтелә. 1979 йылдағы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала 2 759 мең, 1989 йылда – 3 534 мең, 1995 йыл иҫәбе буйынса – 4 481 мең кеше йәшәгән. 1995 йылдан һуң да үҫеш дауам итә: 2000 йылда – 5 200 мең, 2001 йыл башында – 5369,4 мең; 2001 йыл, 1 май – 5410 мең; 2001 йыл, 1 август – 5478,9 мең кеше.

Халыҡтың яҡынса 90% – төркмәндәр, 4% – үзбәктәр, 3% – урыҫтар. Шулай уҡ әзербайжандар, ҡаҙаҡтар, татарҙар һ.б. халыҡтар ҙа йәшәй.

Төркмәнстан виләйәттәре үҙгәртергә

Туризм үҙгәртергә

Һуңғы йылдарҙа илдә туризм йылдам үҫешә. Бигерәк тә дауаланыу маҡсатында күпләп киләләр. Беренсе сиратта, был бәйле Каспий диңгеҙе яры буйында Аваза туристик зонаһы булдырыу менән бәйле[6]. Һәр турист Төркмәнстанға виза инер алдынан алырға тейеш. Турист визаһы алыу өсөн, күпселек дәүләт граждандары урындағы туристик агентлыҡтарҙың ярҙамына мохтаж булып ҡала[7]. Төркмәнстанға килгән туристар өсөн тарихи иҫтәлекле урындарға экскурсия турҙары ойошторола[8][9]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

С. Ниязов осоро тураһында:

Һылтанмалар үҙгәртергә