Хәсән (Баймаҡ районы)
Хәсән (рус. Хасаново) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 48 кеше[1]..
Ауыл | |
Хәсән Хәсән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Почта индексы — 453656, ОКАТО коды — 80206849006. [2].
Тарихы
үҙгәртергәСибай ауылы кешеләре 1816 йылда нигеҙ һалған. Бында дистанция начальнигы Рысҡужа Аҫылғужин улдары Тусҡәли һәм Сирғәли менән, алты ағалы-ҡустылы Байназаровтар, Аҡназар Яҡупов ике улы менән, Кинйә, Нарымбай, Ҡаҙаҡбай Бикьяновтар, Иҫәнғол Мәмбәтсурин күсеп төйәкләнәләр[3]. Йорт старшинаһы сотник Хәсән Байназар улы Биишев исемен йөрөтә. Һуңыраҡ ул 6-сы башҡорт кантоны начальнигы була (1838—1846). Кантонда 50 мең кеше йәшәй. Хәсән ауылы — кантон начальнигының штаб-фатиры була[2].
Тарихта Хәсән Биишевтың оло ҡаҙанышы — 1864 йылда ул бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәргән һәм тамьян ырыуҙары шәжәрәһен күсереп ала[2].
1834 йылда бында 59 кеше йәшәй, 1920 йылда — 327, 1939 йылда — 156 кеше, 1989 йылда — 23 кеше йәшәй.
Совет осоронда ауыл Сталин исемендәге колхоз составында була. Һуңғараҡ — Киров исемендәге колхоз составына ингән. Артабан — Сибай совхозының Йәнйегет бүлексәһендә, әммә ауыл халҡы күпселектә БМСК-ла эшләйҙәр һәм индивидуаль хужалыҡ алып баралар[2].
Аҙаҡҡы йылдарҙа ауыл әүҙем үҫешә. Яңы йорттар барлыҡҡа килде. Мәсет төҙөлдө.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 57 | 30 | 27 | 52,6 | 47,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәҠаракүбәк йылғаһы буйлап урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 32 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татлыбай): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 12 км
Ауылдың билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.02.1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтиадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2003)[4].
- Мирсаяф Биишев — В. И. Ленин менән бер ваҡытта уҡыған, студенттар йыйылышында ҡатнашҡан;
- Сәйетбаттал Байназаров — Сибай МТС-ы директоры. Репрессияланған;
- Хәсәнов Ғибәт — Бөрйән-Таналыҡ улусының рәйесе;
- Ф. Биишев — ВЛКСМ-дың Баймаҡ райком яуаплы секретары. Репрессияланған;
- Хәсәнов С. Г. — Сибай АТП-һы директоры. Рәсәй Федерацияһының автотранспорты атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Сирғәлин А. Ә. — республикала билдәле хирург[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ http://ufagen.ru/places/baymakskiy/khasanovo_baym.html Хасаново
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2018)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.