Иҫке Собханғол (Бөрйән районы)
Иҫке Собханғол (рус. Старосубхангулово; башҡа атамалары Алаҡуян, Лукъянтамаҡ, Көрпөсәк) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 4609 кеше булған[2].
Ауыл | |
Иҫке Собханғол рус. Старосубхангулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34755 |
Почта индексы |
453580 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәИҫке Собханғол ауылы Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы Алағуян йылғаһы буйында, Өфөнән 330 км һәм Белорет тимер юл станцияһынан 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡағы—Иҫке Собханғол, Йылайыр—Кананикольск—Иҫке Собханғол, Иҫке Собханғол—Мораҡ автомобиль юлдары үтә[3].
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Этҡол ауылы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1756 йылдан алып Собханғол (тәүге төпләнеүсе Собханғол Килдекәев исеменән) утары булараҡ билдәле. Собханғол утары 1795—1811 йылдар араһында ауыл булып үҫешә. Утар үҙе XVIII быуаттың 80-се йылдарынан билдәле. VII рәүиз ваҡытына 1816 йылда ул 53 йорттан тора. 1850—1859 йылдар араһында Иҫке Собханғол ауылы исеме аҫтында ауыл барлыҡҡа килә. Иҫке Собханғолда һәм Яңы Собханғолда X рәүиз буйынса 200-шәр кеше йәшәгән. Йорттар ҙа бер үк һанда — 33-шәр булған. 1920 йылда Иҫке Собханғолда 397 кеше, Яңы Собханғолда 467 кеше йәшәгән. Халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән[4].
Икенсе исеме — Алағуян, гидронимдан алынған. Шулай уҡ Лукъянтамаҡ, Көрпөсәк булараҡ теркәлгән.
1795 йылда 14 йортта 92 кеше йәшәгән, 1866 йылда 30 йортта — 189 кеше. XIX быуат уртаһында Яңы Собханғол бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен һәм статусын ала. 1935-1963 йылдарҙа һәм 1965 йылдан — Бөрйән районы үҙәге[5].
Бөгөнгөһө
үҙгәртергәАуылда Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, урман хужалығы, юл төҙөү ремонтлау идаралығы эшләй. Профессиональ-техник училище, урта һәм төп мәктәптәр, ике башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ике балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, район мәҙәниәт йорто (өс үҙешмәкәр халыҡ коллективы, шул иҫәптән «Мәсемташ» коллективы), мәҙәниәт йорто, балалар китапханаһы, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов музейҙары эшләй, мәсет бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 400 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1500 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 2400 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 3600 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 4300 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 4609 | 2240 | 2369 | 48,6 | 51,4 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (92,3 %)[7].
Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһалауынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Иҫке Собханғол ауылында халыҡ һаны 3 363 кеше тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Иҫке Собханғол ауылында даими рәүештә 1 502 ир-егет (44.66 %) һәм 1 861 ҡатын-ҡыҙ (55.34 %) йәшәй[8].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (23 апрель 1966 — 20 август 2008) — башҡорт театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы (17 сентябрь 1935— 9 февраль 2010) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-хирург. 1962—2009 йылдарҙа Бөрйән үҙәк район дауаханаһы хирургы. «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (1972) менән бүләкләнгән, «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы» (1990)
- Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25 сентябрь 1951) — хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник. 2000—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
- Вәлеева Венера Фәрит ҡыҙы (11 март 1969) — мәғариф хеҙмәткәре, Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.
- Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы (15.9.1940), паразитолог. Медицина фәндәр докторы (1997), профессор (1997).
- Ғәзизов Юнир Хәсән улы (17.01.1950—15.02.2006), цирк артисы, һауа гимнасы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986)[9].
- Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24.01.1951—2.09.2011), композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
- Күлбаев Мазһар Йәғәфәр улы (15 октябрь 1921 — 23 март 1979) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. III дәрәжә Дан ордены кавалеры
- Күлбаев Хәйҙәр Мазһар улы (26 февраль 1957) — хәрби хеҙмәткәр, I класлы юстиция советнигы, полковник. Инженер-математик, хәрби хеҙмәт ветераны һәм Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт ветераны.
- Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы (рус. Кадыргулов Мухамет Нургалеевич) (10 март 1919 — 16 октябрь 1998) — ҡурайсы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.
- Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы (14.06.1958), педагогик хеҙмәт ветераны, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986)[10].
- Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы (27.08.1933—20.06.1986), фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1965). 1964—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Ғәбитов Азат Исмәғил улы (3 май 1962) — инженер-төҙөүсе. Техник фәндәр докторы (1998). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Башҡортостан комсомолы премия лауреаты (1985). 1984 йылдан алып — юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Маликов Рәмил Фәрүҡ улы (20 ғинуар 1951) − ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Манапов Юлай Хәләф улы (1 ғинуар 1948 — 24 май 2013) — комсомол, партия һәм муниципаль органдар, матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2007)
- Манапова Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы (23 ғинуар 1947) — уҡытыусы. «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» (1989), уҡытыусы-методист (1991)
- Лыгин Сергей Александрович (3 май 1956) — химия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы химия кафедраһы доценты, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[11].
- Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы (6 июль 1951) — мәғариф хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре, III саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Рогожникова Татьяна Михайловна (12.8.1960), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009).
- Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы (11 ғинуар 1955) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәлилов Азамат Самат улы (3 май 1970 — 27 май 2018) — театр һәм кино актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
- Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960) — башҡорт йырсыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1996 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010), төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты.
Урамдары
үҙгәртергә- Ағиҙел урамы (рус. Агидельская улица)
- Азатлыҡ урамы (рус. улица Азатлык)
- Аҡбуҙат урамы (рус. улица Акбузат)
- Аҡмулла урамы (рус. улица Акмуллы)
- Алдар Иҫәкәйев урамы (рус. улица Алдара Исекеева)
- Арғыҙма урамы (рус. улица Аргызма)
- Ағиҙел йылғаһы урамы (рус. Бельская улица)
- Баҙал урамы (рус. улица Базал)
- Мунса тыҡрығы (рус. Банный переулок)
- Ветерандар урамы (рус. улица Ветеранов)
- Ғәзиз Дәүләтбирҙин урамы (рус. улица Газиза Давлетбердина)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Ерекле (рус. улица Ерекле)
- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Ҡурсаулыҡ урамы (рус. Заповедная улица)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Ҡәҙерғолов урамы (рус. улица Кадыргулова)
- Ҡадыров урамы (рус. улица Кадырова)
- Ҡайынтүш урамы (рус. улица Каинтуш)
- Ҡарат урамы (рус. улица Карат)
- Кирбес урамы (рус. Кирпичная улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
- Ҡыҙылташ урамы (рус. улица Кызыл-таш)
- Ленин урамы (рус. улица Ленина)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Урман тыҡрығы (рус. Лесной переулок)
- М.Горький урамы (рус. улица М.Горького)
- Мәжит Ғәфури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
- Марат Ишмөхәмәтов урамы (рус. улица Марата Ишмухаметова)
- Мәсем урамы (рус. улица Масим)
- Матросов урамы (рус. улица Матросова)
- Миңлеғәли Шайморатов урамы (рус. улица Миннигали Шаймуратова)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная улица)
- Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодёжный переулок)
- Мостай Кәрим урамы (рус. улица Мустая Карима)
- Муса Гәрәев урамы (рус. улица Мусы Гареевы)
- Муса Мортазин урамы (рус. улица Мусы Муртазины)
- Мөхтәр Сәғитов урамы (рус. улица Мухтара Сагитова)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
- Тау буйы урамы (рус. Нагорная улица)
- Наурыз урамы (рус. улица Науруз)
- Күл урамы (рус. Озёрная улица)
- Октябрь урамы (рус. улица Октябрьская)
- Пионер тыҡрығы (рус. Пионерский переулок)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы)
- Райман Ишбаев урамы (рус. улица Раймана Ишбаева)
- Салауат урамы (рус. улица Салавата)
- Самат Ғәбиҙуллин урамы (рус. улица Самата Габидуллина)
- Ғаилә урамы (рус. Семейная улица)
- Совет урамы (рус. Советская улица)
- Совет тыҡрығы (рус. Советский переулок)
- Совхоз урамы (рус. Совхозная улица)
- Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
- Ташҡын урамы (рус. Сплавная улица)
- Таһир Ғәзизов урамы (рус. улица Тагира Газизова)
- Хеҙмәт урамы (рус. улица Труда)
- Туғанлыҡ урамы (рус. улица Туганлык)
- Урал урамы (рус. Уральская улица)
- Һ. Ишкилдин урамы (рус. улица Х. Ишкильдина)
- Ш.Бабич урамы (рус. улица Ш.Бабича)
- Шәһит Иҫәнғужин урамы (рус. улица Шагита Исянгужина)
- Шишмә урамы (рус. улица Шишма)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Йүкәле урамы (рус. улица Юкале)
- Юнир Ғәзизов урамы (рус. улица Юнира Газизова)
- Йәнғәле Вәхитов урамы (рус. улица Янгали Вахитова)[12]
Видеофильмдарҙа
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
үҙгәртергәТау-таштар, ҡаялар
үҙгәртергә- Инсебикә ҡаяһы
- Баҙал тауы
- Мәсем тауы
- Өйрәкле ҡаяһы
- Төлкө осҡан ҡаяһы
- Күбек ташы
Ялан-туғайҙар
үҙгәртергә- Сәхип үлеге яланы
- Ҡара һыйыр яланы
- Ҡымыҙ эскән ялан
- Туҡтамыш яланы
- Хәҙрәт ҡотоғо яланы
- Мәйгәште башы яланы
- Соҡор йорт утары яланы
- Арбаҙай яланы
- Маҙалы яланы
- Маһы туғай
- Көргәҫ яланы
- Аҡбалсыҡ яланы
- Себетуғай яланы
- Аҡбикә туғайы
- Туҡмаҡлы туғайы
- Йүкәле туғайы
- Әбдрәш яланы
- Таллы ҡойо яланы
- Ҡарағол яланы
- Тумарлы яланы
- Ҡурпы туғайы
- һарыбай яланы
- Ҡарасәс үҙәне
Йылғалар, шишмәләр
үҙгәртергә- Көләсйылға йылғаһы
- Кәлтәгәү йылғаһы
- Ҡунаҡай йылғаһы
- Ҡараһыйыр йылғаһы
- Көргәҫ йылғаһы
- Алағуян йылғаһы
- Арҡыҙма йылғаһы
- Ҡаран йылғаһы
- Ярҙы йылғаһы
- Мәйгәште йылғаһы
- Һары бейә йылғаһы
- Сыбар таш йылғаһы
- Өйрәкле йылғаһы
- Бажануй йылғаһы
- Төмәнәй шишмәһе
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Атанғол йылғаһы. 1970 йылда Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол ауылы Ноғман Ишкилдиндан Ә. М . Сөләймәнов яҙып алған. — Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том (Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 32— 36; Б Х И , Р Л , № 108; Б И Т , П Л , № 79)
- Инсебикәташ. 1979 йылда Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол ауылында М. Ш.Сәйетбатталовтан (1909 йы лғы) Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. (А У М «1979; Б Х И , Р Л , № 113; Б П Л , № 26; Б И Т , П Л , № 52)
- Бөрйәндәр хан замандарында. 1979 Йылда Бөрйән р-ныпың Иҫке Собхаигол ауылында Бирҙекәйен Ҡолмөхәммәт Ырыҫмөхәммәт улынан (1903 Йылгы) Ғайса Хөсәйенов яҙып алган. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. (АЭМ, 1979, 190—191 -се б.; БХИ, РЛ, № 170; БПЛ, № 114; БНТ, ПЛ, № 188.)
Галерея
үҙгәртергә-
1812 йылғы Һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәле
-
Ураҡ һәм Сүкеш һәйкәле
-
Ҡыҙылташ ҡаяһы.
-
Алаҡуян йылғаһы
-
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы
-
Мәктәп һәм интернат
-
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы
-
Автостанция
-
Район хакимиәте
Ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- „Иман нуры“ иман таратһын!», «Таң» гәзите, 1 апрель, 2022 йыл, № 13 (10565)
- Таң гәзите. 9 май 2023 йыл. Ишкилдин Һибәт Ваһап улыПолк командиры булған ул
Ҡушаматтар
үҙгәртергәҠыҙыл Сәйет, Ҡара Сәйет, Гитлер, Тәтәй Гөлнур, Бапаҡ Гөлнур, Уҫал Гөлнур, Ҡаҡаҡ (бер ир ҡаҙҙарын иҙел аръяғынан алып ҡайта алмай, төрлөсә саҡыра икән; аптырағас, «ҡа-ҡаҡ», «ҡа-ҡаҡ» тип саҡыра башлаған, шунан һуң был ҡушамат тағылған да инде)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45-46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45-46. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ СЕЛА СТАРОСУБХАНГУЛОВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәзизов Юнир Хәсән улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2018)
- ↑ Официальный сайт МОБУ СОШ с. Старосубхангулово. История школы. Орденоносцы, работавшие в МОБУ СОШ с. Старосубхангулово(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2018)
- ↑ Лыгин Сергей Александрович
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 45-46 бб.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) Викимилектә | |
Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |