Нөктә (тыныш билдәһе)
Нөктә — тыныш билдәһе.
Нөктә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:
- хәбәр һөйләмдәрҙән аҙаҡ. Мәҫәлән: Носрай ҡарттың ике улы һуғыштан әйләнеп ҡайта алмағайны. (Н. Мусин.);
- тыныс, түбән тауыш менән уҡылыусы бойороҡ, өндәү һөйләмдәр аҙағында. Мәҫәлән: Шартлатығыҙ тауҙарҙың ташлыларын, Аҡтарығыҙ хазина асылдарын, Һәм табығыҙ күмер ятҡылыҡтарын, Күтәрегеҙ тәрән девон алтындарын. (С. Кудаш.);
- бер составлы атама һөйләм аҙағында. Мәҫәлән: Башҡортостан данын быуаттарҙан быуаттарға яңғыратыусы бөйөк Салауат, хикмәтле һүҙ оҫтаһы Аҡмулла, азатлыҡты данлаусы Ғафури, сая шоңҡарыбыҙ Сәләм, йәмле Ағиҙел буйҙарының үлемһеҙ йырсыһы Рәшит Ниғмәти, әҙәбиәтебеҙҙең ғорур ҡарлуғасы Баязит Бикбай. («Ағиҙел».)