Белем, ғилем — ниндәйҙер өлкәләге мәғлүмәттәр йыйылмаһы, ысынбарлыҡты өйрәнеү процесының ижтимағи-тарихи практикала тикшерелгән, логика тарафынан раҫланған һөҙөмтә.

Белемде һынландырыусы (грексә Επιστημη) Эпистема. Эфес ҡалаһында Цельсий китапханаһы, Төркиә

Белем кешелергә эшмәкәрлеген дөрөҫ ойошторорға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә.

Белем киң мәғәнәлә — күҙаллауҙарҙың, төшөнсәләрҙең, теорияларҙың, фекерҙәрҙең кеше аңында сағылышы.

Белем тар мәғәнәлә — килеп тыуған мәсьәләне сисеү өсөн тикшерелгән мәғлүмәткә эйә булыу.

Белем телдәрҙә тәбиғи һәм яһалма тамғалар формаһында теркәлә.


Белем формалары үҙгәртергә

 
«Белем» — Роберт Рид фрескаһы, Томас Джефферсон бинаһында. Фреска аҫтында: «Наҙанлыҡ — Аллаһ ҡарғышы: белем ул  — беҙҙе күккә тиклем күтәреүсе ҡанаттар» тип яҙылған. (Уильям Шекспир, Генрих VI, 2 бүлек).

Танып белеү фән менән генә сикләнмәй, белемдең фәндән тыш формалары ла бар.Ижтимағи аң формаларының барыһына ла : фән, философия, мифология, сәйәсәт, дин һәм башҡаларға— айырым белем формалары хас. Шулай уҡ нигеҙендә төшөнсә, символ һәм сәнғәт өлгөһө ятҡан белем төрҙәрен айырып ҡарайҙар[1].

Тарихта иң беренсе белем төрө тип уйын аша танып белеүҙе атайҙар (ул шартлы ҡағиҙә һәм маҡсаттарға нигеҙләнә, көндәлек торомош мәшәҡәттәренән айырылып, үҙ файҙаңды ҡайғыртмаҫҡа, ирекле рәүештә ҡабул ителгән уйын ҡағиҙәләренә буйһонорға мөмкинлек бирә). Партнёрҙы алдарға һәм хәҡиҡәтте йәшерергә лә ярай.Уның маҡсаты- өйрәтеү, үҫтереү, кешенең сифаттарын һәм мөмкинлектәрен асырға, аралашыуҙың психологик сиктәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә[1].

Түбәндәге белем төрҙәрен айырып йөрөтәләр: фәнни, фәнни булмаған,ғәмәли- көнкүреш (көнкүреш, айыҡ аҡыл), интуицияға нигеҙләнгән, дини һәм башҡа төрҙәр.

Ғәмәли-көнкүрештәге белем — кеше тарихының иң тәүге осорҙарында уҡ барлыҡҡа килгән һәм тәбиғәт һәм тирә-йүн тураһында иң ябай мәғлүмәттәр биреүсе( айыҡ аҡыл, билдәләр,нәсихәт, рецептар, шәхси тәжрибә, традициялар һ.б.) белем, был- системаһыҙ, иҫбатлауһыҙ, яҙма рәүештә теркәлмәгән белем[1]. Көнкүреш белеме кешегә тирә-йүндә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә, уның көндәлек тәртибе һәм күҙаллауының нигеҙе булып тора,тик ул хаталар һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан азат түгел.

Фәнни белем — аҡылға таяна, уға объективлыҡ һәм универсаллек (күп яҡлылыҡ) хас, ул бөтә йәмғиәт өсөн мөһим булыуға ынтыла. Фәнни танып белеү — объектив, ысын белемде туплау процессы. Уның маҡсаты —ысынбарлыҡтағы күренеште һүрәтләү, аңлатыу һәм алдан күреү. Фәнни танып белеү дауамында була торған һәм теориялар һәм ҡағиҙәләрҙе алмаштырыуға китергән фәнни революциялар фәндең тыныс үҫеше осорҙары менән алмашына (белемде тәрәнәйтеү һәм ентекләп өйрәнеү)[1].

Фәнни белемгә логик яҡтан нығытылыу, иҫбатланыу, һөҙөмтәләрен яңынан ҡабатлау мөмкинлеге, тикшереп булыу, хаталарҙы төҙәтергә тырышыу һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү кеүек сифаттар хас.

Фәнни белем башҡа фәнни булмаған күп кенә белем формаларынан йәшерәк[1].

Фәнни булмаған белемде кемдер уйлап сығармаған, ул аҡылға ғына нигеҙләнмәгән, уның үҙ тынып белеү сығанаҡтары һәм саралары бар. Мәҙәниәт тарихында фәнни булмаған белем формаларын эзотеризм тигән төшөнсә менән атайҙар [1].

 
Фрэнсис Бэкон, «Белем— көс ул» (оригиналда «Белем— көс, көс— белем ул»).

Тәбиғәте буйынса: үҙгәртергә

  • Декларатив белем
  • Процедура белеме

Декларатив белем — төрлө структура (төҙөлөш) тураһындағы белем һәм төрлө төшөнсәләрҙе күҙ алдына килтереү . Был белем мәғлүмәт һәм факттарға яҡын тора.Мәҫәлән: юғары уҡыу йорто бер нисә факультеттан тора, һәр бер факультет бер нисә кафедраны берләштерә.

Процедура белеме — трансформация һәм идара итеүгә бәйле белем. Улар— үҙгәртеү саралары һәм юлдары, тикшереү, мәғлүмәт һәм белем менән идара итеү, яңы белемде туплау (генерация) һәм табыу ысулдары . улар иҫәбенә төрлө алгоритмдар инә. Мәҫәлән,яңы идеялар табыу өсөн мейе штурмы методы (метод мозгового штурма).

Фәнгә ҡағылышы буйынса үҙгәртергә

  • фәнни
  • фәнни булмаған

Фәнни белем

  • эмпирик — тәжрибә йәки күҙәтеүгә нигеҙләнгән белем.
  • теоретик — нигеҙендә абстракт моделдәрҙе анализлау ятҡан белем.

Фәнни белем эмпирик йәки теоретик юл менән иҫбатланыуға ҡоролорға тейеш.

Теоретик белем — предметлы өлкәлә барған объекттар үҙгәреше процессының структураһын һәм тәбиғәтен күрһәтеүсе, асып һалыусы абстракция, аналогия, схемалар. Был белемдәр күренештәрҙе аңлата һәм объекттарҙың үҙ-үҙен тотошон күҙаллау өсөн (прогноз) ҡулланыла.

Фәнни булмаған белем [1]:

  • парафән — әлегә ҡабул ителгән гносеологик стандарттар менән һыйыша алмаған белем. Широкий класс паранаучного Парафән белеменә ҡараған бик ҙур класс (пара грек һүҙе —тирәләй, яҡын,рус. около, при)- фәнни күҙлектән ҡарағанда ышандырырлыҡ булмаған феномендар тураһында тәғлимәттәр һәм фекерҙәр;
  • ялған фәнни — төрлө хөрәфәттәр һәм уйҙырмаларға нигеҙләнгән белем. Ялған фән күп осраҡта фәнде аутсайдерҙар эше тип күрһәтә. Ялған фән билдәләре: наҙан пафос, үҙ фекерҙәрен юҡҡа сығарыусы дәлилдәр менән бөтөнләй иҫәпләшергә теләмәү, тәкәбберлек (претенциозность). Ялған фән көнүҙәк мәсьәләләргә бәйле, сенсация эҙләй.Уны берләштереүсе парадигма юҡ (йәмғиәт тарафынан киң яҡлау табыуға өмөт итә алмай), уға системалылыҡ һәм универсаллек (күп яҡлылыҡ) хас түгел- был уның фәндән айырмаһы. Ялған фәнни белем фәнни белем менән йәнәш йәшәп килә. Ялған фәнни белем квазифәнни белем аша үҙ-үҙен булдыра һәм үҫтерә тип иҫәпләнә(лат.квази- ялған, ысын түгел) ;
  • квазифәнни белем — уның менән шөғөлләнеүселәр үҙ яҡлылырҙы көс ҡулланыу һәм мәжбүр итеү юлдары менән булдырырға тырыша. Квазифәнни белем ғәҙәттә фән ҡаты иерархияға (түбәндәгеләр юғарылағыларға) буйһонған, власта торғандарҙы тәнҡитләү мөмкин булмаған, ҡаты идеологик тәртип урынлаштырылған шарттарҙа үҫешә башлай.Рәсәй тарихында «квазифән триумфы» осоронда булған күренештәр: лысенковщина; 50-се йылдарҙа совет геологияһында урын алған квазифән фиксизм; кибернетика һәм башҡа ҡайһы бер фәндәрҙе мыҫҡыл итеү, уларҙың үҫешенә ҡамасаулау;
  • Фәнгә ҡаршы (антинаучный) — ысынбарлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе боҙоп күрһәтеү. «Анти» тикшеренеү предметы һәм саралары фәнгә ҡаршы тигәнде аңлата. Ул һәр ваҡыт йәшәп килгән «бөтә сирҙәрҙән дә дауа»ны табыу хәжәтенә бәйле. Фәнгә ҡаршы белем менән ҡыҙыҡһыныу һәм уға тартылыу бигерәк тә йәмғиәттә тотороҡһоҙлоҡ осоронда көсәйә. Был ғәжәйеп хәл (феномен) бик хәүефле булһа ла унан бөтөнләйгә ҡотолоу әмәле юҡ;
  • Псевдофән — халыҡ араһында популяр теориялар тураһында фекер йөрөтөп маташыу (спекуляция)(мәҫәлән, боронғо астронавтар, Ҡар кешеһе, Лох-Несс күле ғифрите тураһында);
  • Ғәмәли- көнкүреш белеме (айыҡ аҡыл)— тирә-йүн, тәбиәғәт тураһындағы ябай, башланғыс белем. Ғәҙәттә кешеләр бик күп көндәлек тормошта кәрәкле белем туплай, ул башҡа төрлө танып белеү өсөн башланғыс булып тора. Ҡайһы бер ваҡыт көндәлек аксомалар фәнни фекерҙең үҫеүенә ҡамасаулай. Ләкин ҡай бер саҡта фән бик ауыр һәм ҡатмарлы иҫбатлау юлдары менән әллә ҡасан көнкүреш мөхитендә нығынған фекерҙәргә килә. Көндәлек белемгә айыҡ аҡыл, билдәләр, нәсихәт, рецептар, шәхси тәжрибә һәм традициялар инә. Ул хәҡиҡәтте бер ниндәй системаһыҙ һәм иҫбатлауһыҙ туплай. Уны кеше ғәмәлдә аңлап, төшөнөп тормай ғына ҡуллана һәм уға алдан иҫбатлау системаһы кәрәкмәй- был уның үҙенсәлеге. Уның тағы бер үҙенсәлеге— ул бер ҡайҙа ла яҙылып ҡуйылмай;
  • Шәхси белем— айырым бер шәхестең белеме. Шәхси белем айырым бер шәхестең һәләтенә, уның тирә-яғындағы кешеләргә һәм уның танып белеү үҙенсәлектәренә бәйле. Коллектив белеме бөтә йәмғиәт өсөн мөһим (шәхескә бәйһеҙ,надличностно), уға бөтә система өсөн мөһим булған төшөнсәләр,төҙөү ысулдары һәм ҡағиҙәләре хас.

Халыҡ фәне — был фәндән ситтә йәшәгән һәм аҡыл менән аңлатып булмаған белем (внерациональное). Элекке заманда бының менән шамандар, жрецтар, ырыу аҡһаҡалдары ғына шөғөлләнгән, хәҙер айырым төркөмдәр йәки субъекттар (кешеләр) (имселәр, халыҡ дауалаусылары, экстрасенстар) шөғөлләнә[1].

Белемдең үҙенсәлектәре үҙгәртергә

 
Персонификация Эпистеманы кәүҙәләндереү. Цельсий китапханаһы, Эфес, Төркиә. Эпистема — «белем археологияһы» концепцияһының төп төшөнсәһе(Мишель Фуко)

Белемдең үҙенсәлектәре философияла әле һаман бик теүәл итеп билдәләнмәгән. Аҡыл эйәләренең күбеһе берәй нимә белем тип иҫәпләнһен өсөн ул өс критерийға ярашлы булырға тейеш тип иҫәпләй:

  • уны иҫбатлап була,
  • ул хәҡиҡәткә ярашлы
  • уға ышанып була.

Ләкин Гетье мәсьәләләре (проблемалары) миҫалында күренеүенсә, был ғына етмәй. Бер нисә альтернатива тәҡдим ителә, бында Роберт Нозиктың «хәҡиҡәтте эҙмә-эҙлекле тикшереү» талабы файҙаһына әйтелгән фекере һәм Саймон Блэкберндың өҫтәлмә талабы инә. Уныңса нимәлер «төҙөк булмау, етешһеҙлек, хата аша» был өс критерийға тап килһә лә, был белем тип әйтергә тейеш түгелбеҙ. Ричард Киркхэм фекеренсә, беҙҙең белем билдәләү өсөн ышанған кешенең дәлилдәре шундай булырға тейеш ки, улар хәҡиҡәтте логикаға яраҡлы килтереп сығарырға тейеш.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Философия для аспирантов : учебное пособие / В. П. Кохановский [и др.]. — 2-е изд. — Ростов н/Д. : Феникс, 2003. — 448 с. — (Высшее образование). — ISBN 5-222-03544-1