Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы

Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы (рус. Кутлугаллямов Марсель Аксанович; 15 сентябрь 1941 йыл) — журналист. 1976 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1989), Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1998) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013). Әбйәлил районының почётлы гражданы[1][2]

Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Ҡалмаҡ, Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов 1941 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ҡалмаҡ ауылында тыуған. Ҡаҙмаш мәктәбендә уҡый[3].

14 йәшенән тыуған районының «Осҡон» гәзитендә яҙмалары баҫыла башлай. Журналист булыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә.

Хеҙмәт юлын юғары уҡыу йортон тамамлау менән, 1965 йылда Әбйәлил районының «Осҡон» гәзитендә бүлек мөдире булып башлай.

Район гәзиттәрендә бер генә мөхәррир, ҡалғандар — бүлек хеҙмәткәрҙәре. Уны 1966 йылда уҡ мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, ә 1967 йылдан — гәзиттең мөхәррире.

1969—74 йылдарҙа ул «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ Белорет ҡалаһында эшләй, 1973 йылдан башлап гәзиттең мәғлүмәт бүлеге мөдире була.

1976 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлеген тамамлай.

Өс йыл — 1976—1979 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат, телевидение һәм радио секторы мөдире булып эшләй, шунан 1979 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитенә яңынан мөхәррир урынбаҫары булып килә һәм 1986 йылға тиклем ошо республика баҫмаһында ижад итә.

1986 йылдан БАССР‐ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре.

1990 йылда республикала яңы баҫма — «Известия Башкортостана» гәзите сыға башлай, Марсель Әҡсән улы уның тәүге баш мөхәррире була.

М.Ә. Ҡотлоғәлләмов 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары булып эшләй[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Салауат Юлаев ордены (2013)[5]
  • Әбйәлил районының почётлы гражданы[6]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның тәүге лауреаты (1989)
  • Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (1998)

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Сания Ғөзәйер ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[7].

Китаптары үҙгәртергә

  • «Продолжение легенды» (1999)
  • «Золотая россыпь» (2002)
  • «То был лишь только ветер» (1999)
  • «Неуслышанный набат» (2003)
  • «Формула прочности» - Уфа : Китап, 2004
  • «Сумерки века» - Уфа : Китап, 2006.
  • «Осень без Мустая» - Уфа : Китап, 2006.
  • Ел-дауыллы быуат: публицистика, эссе. - Өфө : Китап, 2008
  • Дәүерҙәр осрашҡанда. Өфө : Китап, 2011. - 326, [1] с.; 21 см.; ISBN 978-5-295-05335-1
  • Остаюсь с вами: о жизни и времени. Уфа, 2011.
  • Дәүерҙәр аҙашҡан ваҡыт - Өфө, Китап, 2016.

Марсель Әҡсән улы утыҙҙан ашыу китап, йөҙҙәрсә публицистик әҫәр авторы, хаҡлы ялға сыҡҡас та ижади эшмәкәрлеген дауам итә[8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә