Мифтахов Альберт Ленар улы
Мифтахов Альберт Ленар улы (15 сентябрь 1959 йыл — 11 сентябрь 2014 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 1989—1991 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының секретары, беренсе секретары, 1991—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Демократик йәштәр союзының республика комитеты секретары. 2012—2014 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. 2014 йылдың ғинуары—сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты (1987). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Мифтахов Альберт Ленар улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1959 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 сентябрь 2014[1] (54 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәАльберт Ленар улы Мифтахов 1959 йылда 15 сентябрендә Өфөлә тыуған. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт университетын 1981 йылда тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы 13-сө киске урта мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып башлай.
Артабан ВЛКСМ структураларында төрлө һайлап ҡуйыла торған вазифалар биләй: 1982—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитетында секретарь урынбаҫары, 1987—1989 йылдарҙа — секретары.
1989—1991 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының секретары, беренсе секретары[2].
1991 йылдан 1994 йылға тиклем — Башҡортостан Демократик йәштәр союзының республика комитеты секретары[3].
Артабан коммерция структураларында эшләй: 1994—1998 йылдарҙа — Таможня хеҙмәтләндереүе үҙәгендә, 1998—2002 йылдарҙа — «Сим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урынбаҫары, 2002—2009 йылдарҙа — «Монтажводстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урыбаҫары, директоры, 2009—2012 йыдарҙа — «Новые Системы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең башҡарыусы директоры[4].
1991—1993 йылдарҙа Халыҡ-ара йәштәр палатаһының Рәсәй бүлексәһе вице-президенты вазифаһын биләй. 1994 йылдан 2011 йылға тиклем коммерция структураларында етәксе вазифаларында эшләй.
Альберт Мифтахов фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, 1984—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының аспиратнтураһында уҡып, уны «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлап тамамлай, политология өлкәһендә бик күп хеҙмәттәр авторы[3].
2012 йылдың ғинуарында партияның региональ сәйәси советы Президиумы составына инә һәм «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының региональ сәйәси советына секретарь урынбаҫары итеп һайлана. 2012 йылдың апреленән партияның Башҡортостан бүлексәһенең региональ башҡарма комитетын етәкләй.
Альберт Ленар улы Башҡортостан Республикаһында баскетболдың үҫешенә баһалап бөтөргөһөҙ өлөш индерә. 2012 йылдан алып ул республиканың Баскетбол федерацияһының попечителдәр советын етәкләй. Уның ҡатнашлығынан тыш республикалағы мәктәп һәм студент баскетболының уңыштары мөмкин булмаҫ ине[5].
2014 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.
Мифтахов Альберт Ленар улын кешелеклек, ихласлыҡ сифаттары айырып торған, ниндәй генә етәкселек урындарҙа эшләмәһен, комсомолдамы, бизнес-структураларындамы, аҙаҡҡы йылдаындағы биләгән юғары вазифаларында ла, ул кешелеклеген, ихласлығын юғалтманы, уны аҡса ла, вазифа ла үҙгәртә алманы, тип иҫкә ала уны иптәштәре:
ВЛКСМ-дың төрлө кимәл комитетарында эшләгән йылдарында ул әлеге хәрәкәт үҫеше өсөн нигеҙ һалды, ә 1991 йылда, Башҡортостандың демократик йәштәре союзының республика комитеты беренсе секретары булып киткәс, уның тулы масштаблы ойоштороунына күсә. Ошо уҡ йылдарҙа ул Халыҡ-ара йәштәр палатаһының Рәсәй бүлексәһе вице-президенты вазифаһында ҙур йәмәғәт эшен алып барҙы.
Бөтә иптәштәре Альберт Ленар улы йөҙөндә ысын лидерҙы — тәүәккәл, талапсан, яуаплы кешене — күрәләр. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның көсөн тоя инек. Уның абруйы шикһеҙ ине. Ул уртаҡ тел таба һәм иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә ала ине, башҡалар сигенгән ерҙә, ул кәрәкле ҡарарға килде[6].
2014 йылдың 11 сентябрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Һөҙөмтәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
- ↑ Альберт Мифтахов назначен заместителем Руководителя Администрации Президента Башкортостана по внутренней политике. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 27.01.2014 2015 йыл 19 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2019)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Альберт Мифтахов
- ↑ Альберт Ленарович Мифтахов 2015 йыл 19 август архивланған.
- ↑ Попечительский Совет Федерации баскетбола
- ↑ Человеку с большой буквы посвящается…
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт 2015 йыл 19 август архивланған.
- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- Альберт Мифтахов
- Попечительский Совет Федерации баскетбола
- Человеку с большой буквы посвящается…
- Альберт Ленарович Мифтахов 2015 йыл 19 август архивланған.