Ромашкин Иван Данилович
Ромашкин Иван Данилович (15 сентябрь 1909 йыл — 26 сентябрь 1998 йыл) — 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия танк бригадаһының мотоуҡсылар батальоны командиры. Гвардия майоры (1956). Советтар Союзы Геройы (1945).
Ромашкин Иван Данилович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1909 |
Тыуған урыны | Суворовская[d], Второй Донской округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 сентябрь 1998 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Данилович Ромашкин 1909 йылдың 15 сентябрендә Дон ғәскәре өлкәһенең Икенсе Дон округы Кобылянский станицаһының Ромашкин утарында (хәҙер Волгоград өлкәһенең Суровикин районы Суворов станицаһы) казак ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1920 йылдар башында ғаилә Больше-Терновой утарына (хәҙер Волгоград өлкәһе Чернышковка районы) күсә.
5 синыфты һәм тракторсылар курсын тамамлай.
1929—1941 йылдарҙа Сталинград (хәҙер Волгоград) өлкәһенең Түбәнге-Чирский машина-трактор станцияһында механик, «Путь к социализму» колхозы рәйесе, Сталинград өлкәһенең Чернышевский машина-трактор станцияһында механик булып эшләй.
1931 йыл—1934 йыл, 1935 йыл—1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылдың июнендә ҡабаттан Сталинград өлкәһе Чернышевский район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлай.
Мотоуҡсылар батальоны командиры гвардия өлкән лейтенанты И. Д. Ромашкин Берлин операцияһы барышында, 1945 йылдың апрель аҙағы — май башында батырлыҡ күрһәтә.
Ромашкина һуғыштан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә, 1956 йылдан майор И. Д. Ромашкин — запаста.
Өфө ҡалаһында йәшәгән, ДОСААФ-та, Өфө ҡалаһы таксомотор хужалығында, Башҡортостан балыҡ һаҡлау инспекцияһында эшләгән.
1998 йылдың 26 сентябрендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.
Хәтер
үҙгәртергә- 2005 йылдың 4 майында Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Герой йәшәгән йортта мемориал таҡта ҡуйыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указына ярашлы батальон менән оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия өлкән лейтенанты Ромашкин Иван Даниловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5874 тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены,1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ромашкин Иван Данилович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2019)
- Ромашкин Иван Данилович . «Герои страны» сайты.
- Чернышковский муниципальный район — Герои Советского Союза и России.
- «Не забыть нам тех, кто мир нам подарил!»(недоступная ссылка).