Буянов Иван Фёдорович

ауыл хужалығы алдынғыһы, комбайнсы

Буянов Иван Фёдорович (15 сентябрь 1926 йыл — 21 июнь 1976 йыл) — механизатор. 1951—1971 йылдарҙа Күгәрсен районы хужалыҡтары комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Буянов Иван Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Арҙат ауылы, Күгәрсен районы, СССР
Вафат булған көнө 21 июнь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Мәҡсүт ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Фёдорович Буянов 1926 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Арҙат ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

Мәктәптең 7 синыфын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған ауылында ат ҡараусы булып башлай.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Совет Армияһына саҡырыла.

1950—1951 йылдарҙа Мораҡ ауыл хужалығын механизациялау мәктәбендә уҡый, уны тамамлағандан һуң Күгәрсен машина-трактор станцияһында комбайнсы булып эшләй. 1958 йылдың июленән «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы комбайнсыһы, 1961 йылдан Күгәрсен районы «Октябрьский» совхозы комбайнсыһы.

1968 йылда комбайнсы И. Ф. Буянов ун ике меңдән ашыу центнер ашлыҡ һуғып ала һәм Мәскәүҙә халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) көмөш миҙалына лайыҡ була.

1969 йылда Буянов Иван, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә баҫыуҙар күпкә ярлы булғанда, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешә — ураҡ өҫтө мәлендә башҡа механизаторҙар менән бер үк тигеҙ шарттарҙа ете мең центнер иген һуғып ала.

1966—1970 йылдарҙа комбайнында план буйынса 1 500 га урынына 2 062 га майҙанда иген культуралары йыя һәм 18 750 центнер урынына 44 466 центнер иген һуғып ала, бынан тыш 496 га иген культуралары сабып ала. 1970 йылда 10 эш көнө эсендә 251 га иген культуралары йыйып ала һәм сифатлы эш итеп 4 980 центнер иген һуға.

Башҡортостандың Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында йәшәй, шунда 1976 йылдың 21 июнендә вафат була, Мәҡсүт ауылы зыяратында ерләнгән.

Уңыш йыйыуҙағы юғары күрһәткестәре өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән И. Ф. Буяновҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • Ленин ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы

Хәтер үҙгәртергә

Мәҡсүт ауылының бер урамы И. Ф. Буянов хөрмәтенә аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы

Һылтанмалар үҙгәртергә