Почёт ордены (Рәсәй)

Рәсәйҙең дәүләт наградаһы

Почёт ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указына ярашлы булдырыла, ордендың статуты һәм тасуирламаһы шул уҡ Указ менән раҫлана. 1999 йылдың 6 ғинуарындағы 19-сы Указға ярашлы ордендың статутына һәм тасуирламаһына үҙгәрештәр индерелә.

Почёт ордены
Нигеҙләү датаһы 2 март 1994
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә Пирогов ордены
Түбәнерәк дәрәжә Дуҫлыҡ ордены
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:Почёт ордены кавалерҙары
 Почёт ордены Викимилектә

Орден статуты

үҙгәртергә

Почёт ордены менән граждандар кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән дәүләт, етештереү, фәнни-тикшеренеү, социаль-мәҙәниәт, йәмғиәт һәм мәрхәмәтлек эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары, юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләүҙә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн, законлыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен булдырған өсөн наградланалар.

Почёт ордены күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа ордендары булған осраҡтарҙа «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» орденынан һуң урынлаштырыла.

2012 йылдың 12 апреленән статутҡа өҫтәмә индерелә:

Ҡағиҙә булараҡ, Почёт ордены менән орденға тәҡдим ителгән Рәсәй Федерацияһы гражданы Рәсәй Федерацияһының башҡа төрлө дәүләт наградаһы булған осраҡта бүләкләнә.

Йөрөтөү тәртибе

үҙгәртергә
  • Почёт ордены билдәһе күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа ордендары булған саҡта «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» орденынан һуң урынлаштырыла.
  • Айырым осраҡтар өсөн һәм көндәлек йөрөтөү ихтималлығы булғанда орден билдәһенең миниатюр күсермәһен йөрөтөү ҡаралған, ул «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» орденынан һуң урынлаштырыла[1].
  • Форма кейемендә йөрөткән саҡта планкалағы Почет ордены таҫмалары «Диңгеҙ ҡаҙаныштары өсөн» орденынан һуң урынлаштырыла.
  • Гражданлыҡ кейемендә Почет ордены таҫмаһы сәскә рәүешендә күкрәктең һул яғында йөрөтөлә.

Орден тасуирламаһы

үҙгәртергә

Почёт ордены билдәһе эмалле көмөштән эшләнә. Улкүк эмаль менән ҡапланған саталы тәренән ғибәрәт, уның уртаһында — эмаль менән ҡапланған түңәрәк медальон, медальонда — лавр тажы менән уратылған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт гербының ҡабарынҡы һүрәте. Орден билдәһе диаметры — 42 мм. Билдәнең артҡы яғы шыма, эмалһеҙ. Аҫҡы өлөшөндә рельефлы № билдәһе, унан һуң награданың һаны яҙыла.

Орден билдәһе элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында ебәк муар таҫма менән уратылған биш мөйөшлө ҡалып менән тоташа, таҫма аҡ буйлы күк төҫтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, аҡ һыҙаттың киңлеге — 2,5 мм. Аҡ һыҙат таҫманың уң яҡ ситенән 5 мм-ҙа үтә.

Почёт ордены билдәһенең миниатюр күсермәһе ҡалыпта йөрөтөлә. Тәренең остары араһы — 15,4 мм, ҡалыптың бейеклеге аҫҡы мөйөш түбәһенән үрге яҡтың уртаһына тиклем — 19,2 мм, үрге яҡың оҙонлоғо — 10 мм, һәр ҡабырғаның оҙонлоғо — 16 мм, аҫҡы мөйөштө булдырған яҡтарҙың оҙонлоғо — 10-ар мм.

Почёт ордены таҫмаһын форма кейемендә йөрөткәндә 8 мм бейеклеге булған ҡалып ҡулланыла, таҫманың киңлеге — мә 24

Почёт ордены билдәһенең сәскә (розетка) формаһындағы таҫмаға эмалле тимерҙән эшләнгән орденлың миниатюр һүрәте беркетелә. Тәренең остары араһында арауыҡ — 13 мм, сәскәнең диаметры — 15 мм.

Орден менән бүләкләнгәндәр

үҙгәртергә
 
Рәсәй Президенты В. Путин һәм орден менән бүләкләнеүсе 2 тапҡыр олимпия чемпионы Светлана Хоркина. 2001 йылдың 8 июне

Тәүге бүләкләнеүселәр — 1994 йылғы XVII ҡышҡы олимпия уйындары йомғаҡтары буйынса тренерҙар һәм спортсылар.

Икеләтә бүләкләү

үҙгәртергә
  • Антонов Анатолий Иванович (1955) — Рәсәй Федерацияһының оборона министры урынбаҫары
  • Колесников Сергей Иванович (1950) — ғалим, Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
  • Миленин Анна Александровна (1986) — биатлонсы һәм саңғысы, ете тапҡыр паралимпия чемпионы
  • Плющенко Евгений Викторович (1982) — фигурист, ике тапҡыр олимпия чемпионы.

Бүләкләнгән учреждениелар

үҙгәртергә

1996 йылдың 15 апрелендә Мәскәү театры «Современник» Почёт ордены менән бүләкләнә, хәҙерге театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне, йәштәргә эстетик тәрбиә биреү һәм киң йәмәғәт танылыуы өсөн [2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 286—293. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.
  • Гусев И.Е. Ордена, медали и наградные знаки от Петра I до современности. — М.: АСТ, 2014. — С. 136. — ISBN 978-5-17-085223-9.
  • Кушер Ю. Л. Государственные символы и награды Российской Федерации. — М.: Книжная палата, 1999. — 271 с. — ISBN 978-5-7000-0476-3.
  • Музалевский М. В. Ордена и медали Российской Федерации. — М.: Кавалеръ, 2005. — 298 с. — (Библиотека журнала «Кавалер»). — ISBN 5-00-000198-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә