Насирова Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы
Насирова Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы (15 сентябрь 1916 йыл — 25 апрель 1994 йыл) — актриса, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1974) һәм атҡаҙанған (1966) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953)[1].
Насирова Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1916 |
Тыуған урыны | Семёнкин, Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 25 апрель 1994 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | мәҙәниәт хеҙмәткәре |
Эш урыны | Салауат башҡорт дәүләт драма театры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәНасирова Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы 1916 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Семёнкин ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. 1931 йылдан үҙешмәкәр драма түңәрәктәрендә уйнай. Профессиональ сәхнәгә 1933 йылда сыға. Насирова — 1956 йылдан Ауырғазы колхоз-совхоз драма театрының, һуңынан Салауат драма театрының беренсе актрисаларының береһе, Салауат драма театрында 1993 йылға тиклем уйнай[3]. Гәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы махсус театр белеме алмаған. Үҙ университеттарын ул туған театрҙа уҙа. Уға был эштә үҙ эшенә ҙур мөхәббәт, тормош зирәклеге, тырышлыҡ, иғтибарлыҡ, һәм уҡытыусылар ярҙам итә. Уларҙың һәр ҡайһыһы актрисаға актерлыҡ оҫталығының нескәлектәрен аңлауҙа күп нәмә бирә. Беренсе сәхнә оҫталығы дәрестәрен ул күренекле режиссер Елизавета Сыртланова-Шляхтинанан ала. Һуңыраҡ Ғәзизә Насирова режиссерҙар Хәмит Садиков, В. Сәйфуллин, К. Нәҙершин, Хәлит Усманов, Лек Вәлиев, Әнүәр Нурмөхәмәтов менән уңышлы эшләй[2]. Насированың репертуары киң. Актриса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының барлыҡ тиерлек художество типтарын кәүҙәләндерә: М .Буранғолов, Д. Юлтый, Х. Ибраһимовтың фольклор образдары; М. Ғафури, С.Мифтахов, Һ. Дәүләтшина әҫәрҙәренән социаль типтар, М. Кәрим, Ә. Мирзаһитов, Н. Асанбаев, Ә. Атнабаевтың күп планлы реалистик образдарын тыуҙыра[3]. Байтаҡ комик, башлыса киҫкен сатирик ролдәрҙә уйнай: Йыһан («Башмағым»), Йомабикә («Ҡыйыу ҡыҙҙар», Т.Ғиззәт), Хажиана («Бай һәм хеҙмәтсе», Х. Х. Ниази), миссис Даджен («Иблис шәкерте» — «Ученик дьявола», Б.Шоу). Бигерәк тә әсә образдарын уңышлы кәүҙәләндерә; уларҙа актриса халыҡ аҡылы һыҙаттарын, ҡатын‑ҡыҙҙың киң күңеллелеген, рухи ныҡлығын сағылдыра: Хазина («Балаҡайҙарым», Ә.Ҡ.Атнабаев), Сафура («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә.М.Мирзаһитов), Әсә («Ҡанлы туй» — «Кровавая свадьба», Ф.Гарсия Лорка). «Нур» театрын ойоштороусыларҙың береһе[1]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғәзизә Насирова башҡа алты актриса менән бергә үҙенсәлекле батырлыҡ ҡыла. Актерҙарҙың барыһы ла фронтҡа китә, һәм театр уларҙың елкәһендә ҡала. Актрисалар барлыҡ ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ролен башҡара. Һуғыш ваҡытында бер генә көн дә спектаклһеҙ үтмәй[2].
Ғәзизә Насирова 1994 йылдың 25 апрелендә Салауат ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы
Хәтер
үҙгәртергә- Беҙҙең көндәрҙә Салауат драма театры репертуарына драматург Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ете ҡыҙ» спектакле индерелә. Аслыҡ, мохтажлыҡҡа ҡарамаҫтан, театрҙы һаҡлап алып ҡалған ете актриса тураһында хикәйә. Спектаклдең төп героиняларының береһе Ғәзизә Насирова иҫтәлегенә Ғәзизә тип атала[2].
- Актрисаға «Башҡортостан» энциклопедияһында мәҡәләләр арналған.