Ризуанов Наил Мәсәлим улы
Ризуанов Наил Мәсәлим улы (15 сентябрь 1929 — 6 апрель 2012) — тау инженеры. Техник фәндәре кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордендары кавалеры. «Башнефть легендаһы» коропоратив премияһының беренсе лауреаты (2010).
Ризуанов Наил Мәсәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1929 |
Тыуған урыны | Уҫман, Таштамаҡ ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР |
Вафат булған көнө | 6 апрель 2012 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Башнефть |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРизуанов Наил Мәсәлим улы 1929 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы) Уҫман ауылында тыуған.
1952 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған[1].
1952 йылдан «Башвостокнефтеразведка» тресында эшләй. Башта Ҡолтүбә быраулау контораһы производство‑техник бүлегенең өлкән инженеры була. 1954 йылдан Ҡалтасы быраулау контораһының производство‑техник бүлеге начальнигы вазифаһын үтәй, ә 1956 йылдан ошо уҡ контораның баш инженеры була[1].
1962 йылдың майынан «Башвостокнефтеразведка» тресының баш инженеры, ә 1968 йылдан трестың идарасыһы вазифаларын башҡара.
1970 йылдан Бөрө быраулау эштәре идаралығы начальнигы була[2].
1972 — 1995 йылдарҙа «Башнефть» ойошмаһында генераль директорының быраулау буйынса урынбаҫары, 1995—2002 йылдарҙа генераль директор советнигы вазифаларын үтәй[1][2].
2012 йылдың 6 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булған.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының 50 нефть ятҡылығын, шул иҫәптән Арлан нефть ятҡылығын, асыуҙа ҡатнаша. Бынан тыш Көнбайыш Себерҙә, Ҡаҙағстанда Йәмән Республикаһында нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 35 фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Баймөхәмәтов К. С. Ризуанов Наил Мәсәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Романов В. Его считали легендой «Башнефти» (К 85-летию со дня рождения видного нефтяника Наиля Ризванова)