Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы

(Рафиҡ Сәлмәнов битенән йүнәлтелде)

Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (15 сентябрь 1917 йыл — 4 июль 2003 йыл) — башҡорт композиторы. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы
Тыуған

15 сентябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Асҡар ауылы

Үлгән

4 июль 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (85 йәш)

Үлгән урыны

Әбйәлил районы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор, музыка эшмәкәре

Инструменттар

фортепиано

Наградалар

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов 1917 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1]Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһында ала.

Рафиҡ Сәлмәнов балалар хоры өсөн әҫәрҙәр яҙыуы менән киң билдәле. Уның балалар өсөн вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре музыка сәнғәтендә айырым урын алып тора.

Композитор ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡатыны менән тыуған ауылы Асҡарҙа йәшәй. 2003 йылда композиторҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Йәш дуҫтар йырлай», «Илемә сәскә бүләк итәм» тигән вокаль йыйынтыҡтары балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән. Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр өсөн яҙылған «Тышта ҡар яуа» (Ҡадир Даян), уҡыусылар өсөн «Хеҙмәт йыры» (Әхтәм Ихсан), «Игенселәр йыры» (Шәриф Бикҡол), «Һалдат моңдары» (Зәйни Рафиҡов), «Әбйәлил» (Шәкир Бикҡолов) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Юл йыры», «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек һөнәре», «Хушлашыу», Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Дуҫлыҡ йыры», «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Таң йыры», «Ҡарасәс», Нәжип Иҙелбай һүҙҙәренә «Сирень сәскәләре», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Күңел һағышына йәшлек эҙҙәренән», «Дилбәр», Ғилемдар Рамаҙанов һүҙҙәренә «Эҙләйем һине» йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла, һәр кем белә.

Бынан тыш Рафиҡ Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар өсөн «Турат тауы» тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн «Яҙғы вальс» әҫәре киң билдәле.

  • Өфөлә Рафиҡ Сәлмәнов 19591997 йылдарҙа йәшәгән Ленин урамындағы 43-сө йорт фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә