Байым (Баймаҡ районы)
Байым (рус. Баимово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 453672, ОКАТО коды — 80206840006.
Ауыл | |
Байым | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ТарихыҮҙгәртергә
Проф. Ә. З. Әсфәндиәров билдәдәүенсә, ауыл XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. Башта (1786, 1802 йылдарҙа) карталарҙа — Кинйәғол исеме аҫтында, ә һуңыраҡ (1775 йылдан алып) Байым (Муллабайым[2])тип күрһәтелә. Ауылдың атамаһы указлы мулла Байым Тәнебәков (1733 - 1816) исеме менән бәйле[3]. Байымдың улдары - Мөхәмәтғәле (уның улдары - Мифтахетдин, Тажетдин), Заһритдин (улдары - Насибулла, Сәхиулла, Әхтәм, Ғәзиз), Хәжиәхмәт (улдары - Хәммәт, Ғәлләмитдин), Тажиәхмәт. Был ауылда Байым мулланың ҡустыһыторсонбай ҙа йәшәй(1770 йылғы). 1811 йылғы перепись ауылда ҡаҙаҡтар Үҙәнбай, Яныбай, Килмөхәмәт Ҡылҡанаевтарҙы ла күрһәтә[2].
Рядовой Үҙәнбай Ғәҙелгәрәев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, көмөш миҙалдар кавалеры. Тайғуба Иткөсөкөв Францияға ҡаршы Пруссиялағы һәм Польшалағы һуғышта (1806-1807) ҡатнаша[2].
Төп шөғөлдәре - малсылыҡ. Бөтә ғаиләләр ҙә (262 кеше) йәйләүҙәргә сыҡҡан. Барыһы 200 йылҡы малы, 320 һыйыр, 85 һарыҡ иҫәптә торған. 1843 йылда 44 бот ужым һәм 440 бот ярауай иген сәселгән[2].
1929 йылда ауыл халҡы — «Ҡыҙыл ҡарағай» ауыл хужалығы артеленә, 1930 йылда Сталин исемендәге колхозға берләшә. Колхоз күп тапҡыр төрлө эреләтеү-бүленеү үҙгәрештәрен кисерә, исемдәре лә төрлө була. Аҙаҡҡы ваҡытта ауыл «Урал» колхозы — ауыл хужалығы етештереү комплексына (СПК) ингән[4].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 304 | 156 | 148 | 51,3 | 48,7 |
1920 йыл 26 август | 793 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 228 | 103 | 125 | 45,2 | 54,8 |
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 474 | 244 | 230 | 51,5 | 48,5 |
2002 йыл 9 октябрь | 521 | 261 | 260 | 50,1 | 49,9 |
2010 йыл 14 октябрь | 487 | 239 | 248 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыныҮҙгәртергә
Таулы һәм Саҡмағош йылғалары янында урынлашҡан[5].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 41 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (2-се Эткол): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 89 км
Ауылдың билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Мөхтәр Байымов — ғалим һәм яҙыусы;
- Ғәлин Ғ. — «Ҡыҙыл Баймаҡ» гәзитенең мөхәррире урынбаҫары;
- Зарипов А. Г. — колхозсы, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры;
- Ғүмәров М. И. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы;
- Мөхәмәтйәнов Р. М. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы[6].