Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы

табип, ғалим-инфекционист
(Мэлс Түрйәнов битенән йүнәлтелде)

Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы (рус. Турьянов Мэлс Хабибович; 1 февраль 1940 йыл11 ноябрь 2004 йыл) — ғалим-табип, инфекционист, йәмәғәтсе. 19912003 йылдарҙа Рәсәй инфекционистар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1995), байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967).

Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Подлуб, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө табип, инфекционист, университет уҡытыусыһы, министр урынбаҫары, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы СССР-ҙың спорт мастеры

Биографияяһы

үҙгәртергә

Мэлс Хәбиб улы Түрйәнов — 1940 йылдың 1 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылында тыуған. Альфрет Түрйәновтың игеҙәк туғаны[1]. Аталары Бөйөк Ватан һуғышында вафат була.

1965 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамалағандан һуң, 1967 йылға тиклем шунда эшләй. Ординатура, аҙаҡ И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү институтында йоғошло ауырыуҙар кафедраһында аспирантура тамамлай.
1970 йылдан 1-се Мәскәү медицина институтында уҡыта.

1990 —1992 йылдарҙа инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире,терапевтика факультеты деканы.

1991—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы.

1992—2003 йылдарҙа Рәсәй дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының дауалау эштәре буйынса проректоры (икеһе лә — Мәскәү).

1991—2003 йылдарҙа инфекционистар йәмғиәте рәйесе була.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге киң таралған инфекцион ауырыуҙарҙың молекуляр нигеҙҙәре патогенезын өйрәнеүгә, вабаның, вируслы гепатиттарҙың, дифтерияның, бруцеллёздың, сальмонеллёздың, ВИЧ-инфекцияның, СПИД-тың үҙ-ара бәйләнешле ауырыуҙарын һәм башҡаларҙы дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған[1].
450-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы.

  • «Инфекционные болезни». Мәскәү, 1998 (авторҙаш).

Мауығыуҙары

үҙгәртергә

Студент йылдарында уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). Игеҙәге Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы менән бергә күп тапҡырҙар СССР, Башҡортостан, Рәсәй беренселеге чемпиондары булалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1995);

Турйәнов Мэлс Хәбиб улының исеме Адаптация һәм патогенез проблемалары институтына бирелгән (Мәскәү).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә