Хижаб

Мосолман ҡатындарының баш яулығы

Хижаб (хижәп; рус. хиджаб; ғәр. حجاب‎ — бөркәнсек, ҡорған)[1] Исламда — баштан-аяҡ ҡаплап торған кейем, әммә Көнбайыш донъя «хижаб» төшөнсәһен ғәҙәти ғәрәп яулығына ҡарата ҡуллана.

Хижаб
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы ħi.d͡ʒaːb
Әһәмиәтле кеше Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатындары, женская тема в Коране[d], Сәхәбәләр һәм Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы
Циклдың өлөшө булып тора Исламская этика[d]
Хеҙмәтләндереүсе женщина в исламе[d] һәм женщины в Коране[d]
Нимә менән тоташа Ғәүрәт һәм Мәхрәм
Һештег hijab һәм hijabi
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d]
 Хижаб Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Иорданияла уҡыған студент ҡыҙҙар
Хижәп ябынған ҡыҙ бала

Ҡөрьән һәм Сөннәт хижаб тураһында

үҙгәртергә
 
Картала Хижаб рөхсәт ителгән (йәшел төҫ) һәм ителмәгән (ҡыҙыл) илдәр

Ғәҙәттә Хижаб ябыныуҙы Ҡөрьәнгә ҡайтарып ҡалдыралар (аяттар 33:59, 24:31), әммә был ғәҙәт Исламға тиклем үк булған[2].

  Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар​са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе[3]  

  Мөьминә ҡатындарға әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсәге менән япһын. Үҙенең иренән, атаһынан, ҡайнынан, уландарынан, иренең уландарынан, ағай-энеһенән, ағай-энеһенең уландарынан, апай-һеңлеһенең уландарынан, эргәһендәге ҡатындарҙан үҙҙәренең уң ҡулдары биләгән (ҡол) ирҙәрҙән, теләге булмаған хеҙмәтсе ирҙәрҙән, яланғас ҡатындың ни икәнен аңламаған сабыйҙарҙан башҡа кешегә зиннәттәрен күрһәтмәһен. Ниндәй зиннәте бар икәнен белдерерлек итеп аяҡтарын ҡуймаһын. Бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ. Эй, мөьминдәр, бәлки, бәхетле булырһығыҙ![4]  
  • Имам Әхмәт һәм башҡа мөхәҙҙистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ әйткәнен мәғлүм иткәндәр:
  «Әгәр ҡатын кеше иренең өйөнән башҡа ерҙә сисенһә, Аллаһ уны хур итер»[5].  

Билдәләргә кәрәк — бер генә аятта ла, хәҙистә лә сәсте ҡаплау тураһында туранан-тура бер ни ҙә әйтелмәгән. Мәгәр күпселек Ислам ғөләмәләре ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнән, ҡул суҡтарынан башҡа ағзалары ҡаплаулы булырға тейеш тип күрһәтә.

Хижәп тураһында ҡануниәт

үҙгәртергә

Ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙы хижаб ябынырға мәжбүр итәләр, ҡайһы берҙәрендә тыялар. Хижаб ябыныу Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында, Иранда һәм Йәмәндә мотлаҡ.

Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан, халыҡтарының күпселеге мосолман булһа ла, дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә һәм университеттарҙа хижаб ябыныу тыйыла[6][7][8][9][10].

Тәүге тапҡыр хижаб Мысырҙа 1870-се йылдарҙа тыйылған[1]. Төркиә рәсми рәүештә хижабты 1925 йылда тыя, әммә 2008 йылда, тыйыу кеше хоҡуҡтарын сикләү була тип, яңынан рөхсәт ителә[11]2004 йылдың 15 мартында Францияла динлелекте күрһәткән символдар һәм кейем тыйыла. Быға динлеләрҙең хоҡуғын тыйыу тип баһа бирәләр[12].

2015 йылдың февралендә Рәсәйҙең Юғары суды мәктәптәрҙә дини атрибутиканы һәм хижабты тыйыу законлы тип таный[13].

2017 йылдың мартында Чечня парламенты республика мәктәптәрендә хижаб ябыныуҙы рөхсәт иткән закон ҡабул иткән[14].

Христианлыҡ менән сағыштырыу

үҙгәртергә
  • Христианлыҡта Тәүратта, Яңы Ғәһеттә, Апостол Павелдың мөрәжәғәттәрендә ғибәҙәттәрҙә ҡатын-ҡыҙ башын бөркәргә тейеш тип әйтелә.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

2013 йылдың 1 февраленән бөтә донъяла рәсми булмаған байрам — Бөтә донъя хижаб көнө үткәрелә[15]. Тәүге йылы уҡ байрамға 67 илдән, шул иҫәптән, Рәсәйҙән[16] һәм Украинанан[17] киләләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Күфиә — ғәрәп ирҙәре ябынған яулыҡ

Видеолар

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео СОРВАТЬ ХИДЖАБ С МУСУЛЬМАНКИ (Социальный эксперимент)
  • YouTube сайтында Видео Сорвать хиджаб с мусульманки. Социальный эксперимент. Русская озвучка
  • YouTube сайтында Видео Советы для тех, кто хочет одеть хиджаб
  • YouTube сайтында Видео «Неловкие вопросы»: отвечают россиянки в хиджабах
  • YouTube сайтында Видео Речь мусульманки в Гарвардском университете
  • YouTube сайтында Видео Зачем тебе хиджаб?
  • YouTube сайтында Видео Мастер класс по завязыванию хиджаба(платка)
  • YouTube сайтында Видео Орамалды сәнді байлаудың әдістері. Маржан Әміртай
  • YouTube сайтында Видео Как купаются мусульманки? Мусульманский купальник буркини
  • YouTube сайтында Видео Первый в России пляж для мусульманок

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ислам: ЭС, 1991
  2. Михаил Борисович Пиотровский. Ислам. Политиздат. 1988. с. 237
  3. Әл-Әхзәб 33:59 (Османов)
  4. Ән-Нур 24:31 (Кулиев)
  5. «Сахих аль-Джами», хадис № 2708
  6. Хиджаб - дело тонкое... Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  7. Запрещать ли хиджабы в школах. Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  8. Дресс-код религии. Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  9. Потянуло на покров. Дата обращения: 7 декабрь 2013.
  10. Пятиминутный путеводитель по... хиджабам. Дата обращения: 7 декабрь 2013. 2014 йыл 26 март архивланған.
  11. [1] Би-би-си В Турции снят запрет на ношение хиджаба в вузах
  12. [http://www.islamnews.ru/news-12484.html Франция отказывает в праве на образование студенткам в хиджабе — IslamNews
  13. •. ВС РФ посчитал законным запрет носить хиджаб в школах. Росбалт (11 февраль 2015).
  14. Чеченский парламент разрешил школьницам носить хиджаб
  15. 1 февраля отмечается Всемирный день хиджаба
  16. Казанские мусульманки отметили Всемирный день хиджаба
  17. Всемирный день хиджаба в Киеве
фәнни
дини