Ҡобағошов Айрат Миңләхмәт улы

(Айрат Ҡобағошов битенән йүнәлтелде)

Ҡобағошов Айрат Миңләхмәт улы (1 февраль 1950 йыл5 сентябрь 2021 йыл) — композитор, фольклорсы. 1986 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы, шул иҫәптән 1996—2012 йылдарҙа башҡорт музыкаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Ҡобағошов Айрат Миңләхмәт улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостандың Күмертау районы[1] Таймаҫ ауылы

Үлгән

5 сентябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Хеҙмәттәшлек

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Наградалар

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995)

Биографияһы

үҙгәртергә

Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов 1950 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Күмертау районы[1] Таймаҫ ауылында тыуған.

1981 йылда Өфө сәнғәт институтын З. Ғ. Исмәғилев класы буйынса тамамлағандан һуң БАССР—ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетытының музыкаль мөхәррире. 1985 йылдан Өфө сәнғәт институтының фольклор кабинеты мөдире, 1986 йылдан — уҡытыусы, 1996 йылдан башлап башҡорт музыка факультеты деканы һәм традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире. Профессор (2012).

Композитор ауырыуҙан 2021 йылдың 5 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды, тыуған ауылында ерләнде[2].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Уның музыкаһы романтизм һәм милли колорит һыҙаттарын берләштерә, башлыса оҙон көй стилистикаһына нигеҙләнеп ижад ителгән. Әҫәрҙәре араһында «Шоңҡар» операһы (1985, Ғ. Сәләмдең ш. уҡ исемле поэмаһына үҙе яҙған либреттоһы), «Ғилмияза» симфоник поэмаһы (1985), Р. Назаров шиғырҙарына «Тауҙар тураһында уйланыу» хор поэмаһы (1986); камера-инструменталь әҫәрҙәр, башҡорт шағирҙары шиғырҙарына 150—нән ашыу вокаль әҫәр. Башҡорт халыҡ музыкаһы ҡоралдары оркестры өсөн 20—нән ашыу әҫәр, драма спектаклдәренә, к/ф музыкаһы, уҡытыу-методик дәреслектәр һәм программалар авторы; балалар өсөн фольклор—музыкаһы йыйынтыҡтарҙың автор—төҙөүсеһе. 250—нән ашыу башҡорт халыҡ йырын һәм көйөн нотаға һала, 200—ҙән ашыуын эшкәртә. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын (думбыра, дөңгөр, ҡыл ҡумыҙ һ.б.) тергеҙеү инициаторы. Сәнғәт училищеһында башҡорт халыҡ музыкаһы ҡоралдары оркестрын (1992), Сәнғәт академияһында башҡорт музыкаһы факультетын ойоштороусы (1996). Уның уҡыусылары араһынан Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Ришат Рәхимов, Айбулат Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н. М. Кейекбирҙин һәм башҡа күптәр республикала киң билдәлелек яуланы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 45 һәм 50 йыллығына (1990, 1995), Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға (2004) арналған Республика музыкаһы әҫәрҙәр конкурстары лауреаты.
  • Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙаҙған сәнғәт эшмәкәре.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997; Курай: учеб. пособие. Уфа, 2012.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Галина Г. Айрат Ҡобағошов //Һоҡланһын бар донъя. — Өфө, 1999.

Һылтанмалар

үҙгәртергә