Геология
Геология — (грек телендә γη- (ge-) — ер һәм λογος (logos) — өйрәнеү) — башка фәндәр һәм дисциплиналарҙы йәлеп итеп, мөмкин булған ысулдар менән Ерҙең төҙөлөшөн, уның килеп сығышын һәм үҫешен, геологик процестарҙы, матдәләр составын, ер ҡабығы структураһын һәм литосфераһын өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәндәр йыйылмаһы[1][2]. Геологияны ҡыҫҡаса Ерҙең төҙөлөшөн, составын һәм үҫеше үҙенсәлектәрен, уның өҫтөн өйрәнеүсе фән, тип билдәләргә мөмкин[3].
Геология | |
Өйрәнеү объекты | литосфера |
---|---|
Вики-проект | Проект:Геология[d] |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | jool. һәм геол. |
Өлөшләтә тура килә | Палеонтология |
Геология Викимилектә |
Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.
Геология Ер һәм Ер ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынлашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П. Эшольт тарафынан тәҡдим ителә. Геологияның төп объекты — Ерҙең тышҡы таш ҡатламы — литосфера һәм, беренсе сиратта, Ер ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонт.
1934—1941 йылдарҙа СССР-ҙа урта мәктәптә айырым «геология» курсы булған[4]. Һуғыштан һуң геологияны мәктәптәргә кире ҡайтарыу буйынса В. А. Обручев һәм В. А. Варсанофьева көрәшә[5].
Хәҙерге геология стратиграфия, тектоника, региональ геология, минералогия, петрография, литология, геохимия, файҙалы ҡаҙылмалар өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары — гидрогеология, инженер геологияһы һәм шулай уҡ яңы йүнәлештәр — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.
Джеймс Геттон (Хаттон) (ингл. James Hutton, (1726, Эдинбург — 1797) — Шотландия геологы, физигы һәм химигы. Джеймс Хаттон геология һәм геохронологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ул геологик актуализм һәм плутонизм теорияларын булдыра[6][3]. Геолог Хаттон исеме хаттонит тигән минералға бирелгән.
Геология XVIII быуаттың 2-се яртыһы — XIX быуат башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында фанерозойҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, XIX быуаттың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). Рәсәйҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И. Соколов, Г. Д. Романовский, Н. А. Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда Мәскәүҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — Лондонда геология, 1917 йылда Рәсәйҙә минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләнеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология буйынса хеҙмәттәр барлыҡҡа килтерә. 1882 йылда Рәсәйҙә геология комитеты ойошторола.
Терминдары
үҙгәртергә«Геология» төшөнсәһе башта ер фәне (грек теленән һүҙмә-һуҙ) тигәнде аңлата. Философия контексында «лат. geologiam» терминын 1344 йылда уҡ инглиз епискобы Ричард де Бери (1287—1345) «Любовь к книгам» китабының 11-се бүлеге аҙағында ҡулланған[7] (1473 йылда Кёльнда баҫылып сыға)[8][3]. Ул «геология … фәндәр иҫәбенә инеүе мөмкин түгел» тигән[9] Фәнни тасуирлауҙар өсөн геология терминын беренсе ҡулланыуҙар для научных описаний[10] относятся к:
- 1603 Папа өлкәһе — Улиссе Альдрованди (The will)[11], тәбиғәт батшалығының береһен билдәләү өсөн — «ер фәне»[12][13][14].
- 1657 — Меркель Эсхолт (Mikkel Pedersøn Escholt, 1600—1699) Норвегия ғалимы, «Geologica Norvegica» китабын яҙа[3][15].
- 1661 — Robert Lovell (Πανορυκτολογια — Паноректология)
- 1687 — Fabrizio Sessa (Geologia), уға йондоҙҙар түгел, ә Ер һәм ер есемдәре уға йоғонто яһай, тип аңлата.
- 1690 — Erasmus Warren (Geologia, or A discourse concerning the Earth before the Deluge)
- 1700 — Detlev Clüver (Geologia sive philosophemata of Genesi ac structura globi terreni)
- 1755 — Джонсон Сэмюэл тәүге тапҡыр геологияны инглиз теле һүҙлегендә һүрәтләй[16]: «Ер тураһында тәғлимәт; Ерҙең торошо һәм тәбиғәте»
- 1778 — Жан Андре Делюк яҙа[17]:«Бында космология аҫтында Йыһандың түгел, ә Ерҙең ғилемен беләм. Был мәғәнәлә геология дөрөҫ һүҙ; әммә мин уны ҡулланырға ҡыймайым, сөнки ул ҡулланылмай.»
- 1779 — Орас Соссюр Альп тауҙарының геологик төҙөлөшөн һүрәтләй.
- 1807 — «Лондондың геология йәмғиәте» клубына нигеҙ һалына.
- 1830 — Чарлз Лайель «Принципы геологии» (1830—1833) китабында үҙ ваҡыты өсөн аныҡ билдәләмә бирә[18]:
«Геология — был фән, ул органик һәм органик булмаған тәбиғәт батшалығындағы эҙмә-эҙлекле булған үҙгәрештәрҙе тикшерә; ул ер өҫтөнөң үҙгәреүенә һәм планетабыҙҙың тышҡы төҙөлөшөнә йоғонто яһаған был үҙгәрештәрҙең сәбәптәрен һәм йоғонтоһон тикшерә»
Геология фәндәре оҙаҡ ваҡыт ҡаҙылма есемдәрҙең тәбиғи тарихы төшөнсәһе менән билдәләнә. Академик М. В. Ломоносов (1711—1765) термин геология никогда не использовал[19].
Һүрәтләүсе геологияға «геогнозия» (бор. грек. γῆ «Ер» + бор. грек. γνῶσις «аңлау, белем, фән» термины яҡыныраҡ тора[20] или геогностика). Минералдар, мәғдәндәр һәм тау тоҡомдары тураһында фән өсөн был атаманы немец ғалимы Г. Фюксель (1761 йылда) индерә, A. Г. Вернер (1780 йылда) аныҡлай һәм үҫтерә, хәҙерге аңлатыуҙа — дөйөм һәм динамик геология. Ерҙең барлыҡҡа килеүе һәм тарихы, уның эске төҙөлөшө тураһында абстракт күҙаллауҙар менән шөғөлләнгән тик теоретик геологиянан айырмалы рәүештә уны өҫтән күҙәтергә мөмкин булған объекттарҙы өйрәнеүсе геологияның практик өлкәләрен дөйөм һәм динамик геология тип билдәләгәндәр. Рәсәйҙә геогнозия термины дисциплина һәм званиелар атамаһында XIX быуат аҙағына тиклем һаҡлана: «минералогия һәм геогнозия докторы» йәки «минералогия һәм геогнозия профессоры»[3][21]. Мәҫәлән, В. В. Докучаев 1883 йылда минералогия һәм геогнозия докторы ғилми дәрәжәһен ала[22]
Геология фәндәре
үҙгәртергәХәҙерге геология — айырым фәндәрҙең байтағын үҙ эсенә алған белемдең ҙур бүлеге, уларҙың һәр береһе үҙенең өйрәнеү объектына эйә һәм үҙенең тикшеренеү ысулдарын ҡуллана[23].
Геология Ер тураһында бөтөн фәндәр комплексын берләштерә. Бөтә был фәндәрҙе бер-береһе менән был фәндәрҙең башы, үҙәге булған төрлө геологик есемдәрҙең арауыҡ-ваҡыт мөнәсәбәттәре төшөнсәләре бәйләй[24].
- Геология циклы фәндәренең тулы исемлеге.
Ер ҡабығы тураһында фәндәр
үҙгәртергә- Минералогия — минералдарҙы, уларҙың генезисын, классификацияһын өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Петрология (петрография) — магматик, метаморфик һәм ултырам тау тоҡомдарын — уларҙың һүрәтләнешен, сығышын, состав, текстура-структура үҙенсәлектәрен, шулай уҡ классификацияһын өйрәнеүсе геология бүлеге.[3]
- Литология (ултырма тоҡомдар петрографияһы) — ултырма тоҡомдарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Структуралы геология — геологик есемдәрҙең ятышы һәм ер ҡабығының боҙолоуын өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Гидрогеология — ер аҫты һыуҙарын өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Кристаллография — башта минералогия йүнәлештәренең береһе, хәҙерге ваҡытта ысынында иһә физик дисциплина[3].
Хәҙерге геологик процестар тураһында фәндәр
үҙгәртергәйәки динамик геология:
- Геотектоника — ер ҡабығы төҙөлөшөн өйрәнеүсе геология бүлеге (геотектоника, неотектоника һәм эксперименталь тектоника).
- Вулканология — вулканизмды өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Сейсмология — ер тетрәүҙәр ваҡытында геологик процестарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге, сейсмик районлаштырыу.
- Геокриология (туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме) — күп йылдар туң булған тоҡомдарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге.
Геологик процестарҙың тарихи эҙмә-эҙлеклелеге тураһында фәндәр
үҙгәртергәЙәки тарихи геология:
- Тарихи геология Ер тарихында мөһим ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклелеге тураһынла мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүсе геология тармағы. Бөтә геология фәндәре теге йәки был кимәлдә тарихи характерға эйә, әһәмиәтле ҡатламдарҙы тарихи аспектта ҡарай һәм беренсе сиратта хәҙерге структураларҙың барлыҡҡа килеүе тарихын асыҡлау менән шөғөлләнә. Ер тарихы ике ҙур этапҡа — эонға бүленә, ултырма тоҡомдарҙа эҙҙәрен ҡалдырған ҡаты өлөштәр менән организмдарҙың барлыҡҡа килеүе буйынса һәм палеонтология мәғлүмәттәренә ярашлы сағыштырмаса геологик йәшен билдәләү. Ерҙә ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүе менән фанерозой — асыҡ тормош ваҡыты башлана, ә быға тиклем криптозой йәки докембрий — йәшерен тормош ваҡыты булған. Докембрий геологияһы айырым дисциплинаға бүленә, сөнки үҙенсәлекле, йыш ҡына көслө һәм күп тапҡыр метаморфланған комплекстарҙы өйрәнә һәм айырым тикшеренеү ысулдарына эйә.
- Палеонтология боронғо тормош формаларын өйрәнә һәм ҡаҙылма ҡалдыҡтарҙың, шулай уҡ организмдарҙың йәшәүгә һәләтлелеге эҙҙәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә
- Стратиграфия — ултырма тау тоҡомдарының сағыштырмаса геологик йәшен, тоҡомдар ҡатламдарының йырғыланыуы һәм төрлө геологик ҡатламдарҙың корреляцияһын билдәләусе фән. Стратиграфия өсөн төп сығанаҡтарҙың береһе булып палеонтологик билдәләмәләр тора[3].
Ғәмәли дисциплиналар
үҙгәртергә- Файҙалы ҡаҙылмалар геологияһы файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығының типтарын, уларҙы ҙләү һәм разведкалау ысулдарын өйрәнә. Нефть һәм газ геологияһына, күмер һәм янар һәүерташ, металлогения, мәғдән булмаған ятҡылыҡтар (төҙөлөш материалдары һ.б.) геологияһына бүленә. (строительные материалы и т. п.).
- Инженер геологияһы — геологик мөхит һәм инженер ҡоролмаларының үҙ-ара бәйләнешен, шулай уҡ геологик процестарҙы һәм уларҙың инженер-хужалыҡ эшмәкәрлегенә йоғонтоһон өйрәнеүсе геология бүлеге[3].
Ҡатнаш һәм башҡа фәндәр
үҙгәртергәБашлыса улар ҡатнаш фәндәр менән бәйле:
- Геохимия — Ерҙең химик составын, Ерҙең төрлө өлкәләрендә химик элементтарҙы сәсеүсе һәм туплаусы процестарҙы өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Геофизика — Ерҙең физик үҙенсәлектәрен, шулай уҡ: гравиразведка, сейсмикразведка, магнит разведкаһы, электроразведка, радиометрия, скважиналарҙың геофизик тикшеренеүҙәре кеүек разведкалау ысулдары комплексын үҙ эсенә алған геология бүлеге.
- Петрофизика — Геология, геофизика, шулай уҡ матдәләр физикаһы менән сиктәш булған Ер тураһындағы фәндең ғәмәли бүлеге. Петрофизика тау тоҡомдарының төрлө физик үҙенсәлектәрен, бер-береһе менән һәм Ерҙең физик ҡырҙары менән бәйләнешен өйрәнә.
- Геобаротермометрия — минералдар һәм тау тоҡомдары барлыҡҡа килеү кимәлен һәм температура һәм баҫымын билдәләү ысулдары комплексын өйрәнеүсе фән.
- Микроструктуалы геология — тоҡомдарҙың деформацияһын микрокимәлдә, минералдар һәм агрегаттар бөртөктәре масштабында өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Геодинамика — Ерҙең эволюцияһын планетар масштабта, йәҙрәлә, мантияла һәм ер ҡабығында процестар бәйләнешен өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Геохронология — тоҡомдарҙың һәм минералдарҙың йәшен билдәләүсе геология бүлеге.
- Геология тарихы — геология һәм тау эше белеме тарихы бүлеге.
- Агрогеология[en] — ауыл хужалығыныда агромәғдәнде табыу һәм ҡулланыу, шулай уҡ ауыл хужалығы тупраҡтарының минеарлогик составын өйрәнеүсе геология бүлеге.
- Геоморфология — Ер рельефы (ер өҫтө тигеҙһеҙлектәренең) барлыҡҡа килеү процестарын, Ер өҫтө рельефы менән бәйле файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылыҡтары урынлашыуын өйрәнеүсе география һәм геология сигендә ҡатнаш фән.
Хәҙерге геология бүлектәре Ер сиктәренән сыға — йыһан геологияһы йәки планетология, космохимия, космология.
Геология тарихы
үҙгәртергәБеренсе геологик күҙәтеүҙәр динамик геологияға ҡарай — был ер тетрәүҙәр, вулкан урғылыуҙар, тауҙар йыуылыу, яр буйы һыҙаттарын күсеүе тураһында мәғлүмәттәр. Бындай әйтемдәр йыш ҡына Пифагор, Аристотель, Өлкән Плиний, Страбон эштәрендә осрай[3]. Геологик есемдәрҙе классификацияларға маташыу һәм минералдарҙы һүрәтләү X—XI быуаттарҙа Әбүғәлисина эштәрендә осрай[3]. Ҡайһы бер хәҙерге ғалимдар хәҙерге геология урта быуат ислам донъяһында башланған тип иҫәпләй[25].
Яңырыу дәүерендә геологик тикшеренеүҙәрҙе ғалимдар Леонардо да Винчи һәм Джироламо Фракасторо үткәрә. Ҡаҙылма ҡабырсаҡтарҙың юҡҡа сыҡҡан организмдарҙың ҡалдыҡтары булыуынан сығып, Ер тарихының Тәүрат (Библия) күҙаллауынан оҙонораҡ икәнлеген фараз иткән. XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Ерҙең дөйөм теорияһы барлыҡҡа килә, ул дилювианизм исемен ала. Шул ваҡыттағы ғалимдар фекере буйынса тау тоҡомдары һәм уларҙағы ташҡа әйләнеүҙәр туфан һыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.[3].
XVIII быуаттың икенсе яртыһында файҙалы ҡаҙылмаларға ихтыяж кинәт арта, был иһә ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә, айырым алғанда, фактик материал туплауға, тау тоҡомдарының үҙенсәлектәрен һәм ятышы шарттарын һүрәтләүгә, күҙәтеү алымдарын эшләүгә килтерә[3]. Джеймс Хаттон, «Теория Земли» эшенең авторы, йыш ҡына беренсе заманса геолог тип иҫәпләнә[26]. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә М. В. Ломоносовтың геология хеҙмәттәре донъя күрә[3].
Заманса стратиграфия шкалаһының төп бүлексәләре рәсми рәүештә 1881 йылда Болоньяла 2-се Халыҡ-ара геология конгресында ҡабул ителә. Рәсәйҙә беренсе геологик карталар булып Д. Лебедев һәм М. Ивановтың (Көнсығыш Байкал аръяғы, 1789—1794), Н. И. Кокшаровтың (Европа Рәсәйе, 1840), Г. П. Гельмерсендың ("Европа Рәсәйенең тау формацияларының генераль картаһы) эштәре тора[3].
XIX быуаттың күп өлөшөндә геологиялағы бәхәстәр Ерҙең йәше тураһында мәсьәлә тирәһендә әйләнә. Баһалар 100 меңдән алып бер нисә миллиард йәшкә тиклем үҙгәрә.[27] XX быуат башында радиометрик даталау Ерҙең йәшен билдәләргә мөмкинлек бирә, баһа ике миллиард йыл тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта Ерҙең яҡынса йәше 4,5 миллиард икәнлеге билдәле[28]
Күп томлыҡ «Геологическая изученность СССР» баҫмаһы СССР төбәктәре буйынса 1990 йылға тиклем әҙәбиәтте дөйөмләштерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Иностранцев А. А. Геология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Геология // Российская геологическая энциклопедия. — М., СПб.: издательство ВСЕГЕИ, 2010. — С. 319.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 Геология // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Варсанофьева В. А. О преподавании геологии и минералогии в средней школе // Землеведение. 1940. Том 1 (41). С. 204—246.
- ↑ Варсанофьева В. А. Преподавание минералогии и геологии в советской школе // Естествознание в школе. 1946. № 3. С. 133—158.
- ↑ Геттон, Джеймс — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Special term geologia The love of books. The philobiblon of Richard de Bury translated into English by E. C. Thomas. Ch. 11.
- ↑ Richard de Bury. Philobiblon. Cologne: Quarto, 1473. iii, 237 p.
- ↑ Thomas E. C. (перевод с латинского и редактор). The Philobiblon of Richard de Bury, Bishop of Durham, Treasurer and Chancellor of Edward III, edited and translated by Ernest C. Thomas, Barrister-at-law, late Scholar of Trinity College, Oxford, and Librarian of the Oxford Union. London, Kegan Paul, Trench, & Co. (bilingual ed. Latin-English), 1888. 259 p. В переводе на русский: «Из чего достаточно ясно видно, что, поскольку законы не являются ни искусствами, ни науками, поэтому сборники законов не могут должным образом называться книгами искусства или науки. И эту особенность, мы можем назвать специальным термином геология, или земная наука, которая не может быть причислена к числу наук.»
- ↑ Cándido Manuel García-Cruz The use of term «Geology» revisited // INHIGEO Annual Record. № 52. 2020. P. 66-74.
- ↑ Adams F. D. Earliest use of the term geology // Bulletin of the Geological Society of America. 1932. Vol. 43. N 1. P. 121—123.
- ↑ Большая Российская энциклопедия. 2006. Т. 6. С. 609.
- ↑ Four centuries of the word geology: Ulisse Aldrovandi 1603 in Bologna
- ↑ Рябухин А. Г. Геология // Российская геологическая энциклопедия. М., СПб: Изд-во ВСЕГЕИ, 2010. С. 319—320.
- ↑ Kermit H., (2003). Niels Stensen, 1638—1686: the scientist who was beatified. Gracewing Publishing. p. 127.
- ↑ Johnson S. A Dictionary of the English language. Volume 1. London: J. & P. Knapton, 1755. 1050 p.
- ↑ De Luc J.-A. Lettres physiques et morales. La Haye, chez Detune. 1778. T. 1. 226 p.
- ↑ Lyell C. Principles of Geology, being an attempt to explain the former changes of the Earth’s surface, by reference to causes now in operation. 1830. Chapter 1, Page 1.
- ↑ См. публикации М. В. Ломоносова по геологическим и горным наукам в Русской Викитеке.
- ↑ Словарь Дворецкого
- ↑ Под редакцией К. Н. Паффенгольца и др. Геогнозия // Геологический словарь: в 2-х томах. — Недра . — М., 1978.. // Горная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под редакцией Е. А. Козловского. 1984—1991.
- ↑ Диплом С.-Петербургского университета от января 1884 г. В Собрании сочинений В. В. Докучаева. М.: Изв-во АН СССР. Т. 9. 1961. С. 160.
- ↑ История геологии / отв. ред. И. В. Батюшкова. М.: Наука, 1973. С. 7.
- ↑ Холодов В. Н. О главном направлении развития литологии и работе Междуведомственного литологического комитета // Обзор концептуальных проблем литологии. М.: ГЕОС, 2012. С. 106—119.
- ↑ «The Saracens themselves were the originators not only of algebra, chemistry, and geology, but of many of the so-called improvements or refinements of civilization, such as street lamps, window-panes, fireworks, stringed instruments, cultivated fruits, perfumes, spices, etc.» (Fielding H. Garrison, An introduction to the history of medicine, W.B. Saunders, 1921, p. 116)
- ↑ James Hutton: The Founder of Modern Geology 2016 йыл 3 март архивланған., American Museum of Natural History
- ↑ England, Philip; Molnar, Peter; Richter, Frank John Perry's neglected critique of Kelvin's age for the Earth: A missed opportunity in geodynamics (инг.) // GSA Today : journal. — 2007. — Т. 17. — С. 4. — DOI:10.1130/GSAT01701A.1
- ↑ Dalrymple, G.B. The Age of the Earth. — California: Stanford University Press, 1991. — ISBN 0-8047-1569-6.
.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Геология» | |
Геология Викиһүҙлектә | |
Геология Викидәреслектә | |
Геология Викиөҙөмтәлә | |
Геология Викикитапханала | |
Геология Викимилектә | |
Геология Викияңылыҡтарҙа | |
Проект «Геология» |
- Геологический словарь 2020 йыл 27 сентябрь архивланған. на сайте ВСЕГЕИ.
- geo.web.ru — Словарь геологических терминов.
Геологические организации и общества:
- iugs.org — Международный союз геологических наук (МСГН; IUGS)
- asgeos.ru 2020 йыл 21 февраль архивланған. — Ассоциация геологических организаций
- rosgeo.org — Российское геологическое общество (РОСГЕО)
- rosgeo.com — Геологоразведочный холдинг (Росгеология)
- rosnedra.gov.ru — Федеральное агентство по недропользованию (Роснедра).
Был геология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Фән йүнәлештәре | Фән тураһында… |
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик |
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика |