Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы (1 февраль 1932 йыл — 27 август 2004 йыл) — атаҡлы ҡурайсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Халыҡ музыка ҡоралы — ҡурай эшләү оҫтаһы» тигән исемгә лайыҡ булған (1987), СССР ВДНХ-һы миҙалы кавалеры

Биографияһы

үҙгәртергә

Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы 1932 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Йылайыр районы), Иҫке Яҡуп ауылында тыуған.

Бала саҡтан алып әсәһе башҡарыуында боронғо башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе иҫ киткес моңло, һирәк осрай торған тауышҡа эйә була, халыҡ бейеүҙәрен дә матур башҡара.Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы Ишҡәле Шәмсетдин улы уйнай. Улар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай ҙа инде. Ишмулла ағаһының да (Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы ) атаҡлы ҡурайсы булып китеүе ошо тәрбиәнән. Ул да ҡустыһына остаз була [1] Хеҙмәт юлын Йылайыр районындағы Кананикольск урман хужалығында башлағанда ла, флотта 5 йыл хеҙмәт иткәндә лә, ҡайтып механизатор булып эшләй башлағас та ул ҡурайҙан айырылмай. 1974 йылда Подольск ҡасабаһына күскәндә ул инде оҫта ҡурайсы булып танылған була. Ул саҡта ҡурайсылар бик әҙ була әле. Шуға күрә ул теләүселәргә ҡурай уйнау серҙәрен өйрәтә башлай. Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең филиалдарында балаларға ҡурай дәрестәре бирә башлай. Республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта ҡурайҙы эшләү технологияһын камиллаштыра бара. Ул эшләгән ҡурайҙар моңло һәм нәзәкәтле килеп сыға.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Халыҡ музыка ҡоралы - ҡурай эшләү оҫтаһы" тигән исемгә лайыҡ булған (1987).

1987 йылда Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты исеменә лайыҡ була, уға СССР ВДНХ-һы миҙалы һәм СССР Мәҙәниәт министрлығының Почетлы билдәһе бирелә. Ҡурайсыларҙың республика конкурсында Гран-при яулай. 2003 йылда ҡурайсылар конкурсында "Ока" автомобиле бүләк ителә.

"Хәйбулла районының почетлы гражданы" тигән маҡтаулы исем бирелә.

Сәйфулла Дилмөхәмәтов 2004 йылдың 27 авгусында вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.

2011 йылда уның иҫтәлегенә Аҡьярҙағы район мәҙәниәт һарайы бинаһында таҡтаташ асыла.

Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • СССР ВДНХ-һы миҙалы
  • СССР Мәҙәниәт министрлығының Почетлы билдәһе
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙан мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Хәйбулла районының почетлы гражданы
  • "Халыҡ музыка ҡоралы - ҡурай эшләү оҫтаһы"
  • Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1987)

Хәтергә алыу

үҙгәртергә
  • 2011 йылда уның иҫтәлегенә Аҡьярҙағы район мәҙәниәт һарайы бинаһында таҡтаташ асыла.
  • Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%94%D0%B8%D0%BB%D0%BC%D3%A9%D1%85%D3%99%D0%BC%D3%99%D1%82%D0%BE%D0%B2_%D0%98%D1%88%D0%BC%D1%83%D0%BB%D0%BB%D0%B0_%D0%98%D1%88%D2%A1%D3%99%D0%BB%D0%B5_%D1%83%D0%BB%D1%8B