Төп менюны асырға

Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1 февраль 1939 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004), Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордендары кавалеры.

Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы
Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев
Тыуған көнө:

1 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы

Гражданлығы:

СССР, Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

офтальмология

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Ғилми дәрәжәһе:

медицина фәндәре докторы (1986)

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Награда һәм премиялары


Почёт ордены — 1999
Салауат Юлаев ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)
Сайт:

m-aznabayev.narod.ru

Т. Ә. Аҙнабаевтың улы, Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт тарханы һәм кенәзе Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.

БиографияһыҮҙгәртергә

Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев 1939 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған.

1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй (1987—2011 йылдарҙа офтальмология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1980—2006 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ директоры, 1983 йылдан өлкә-ара күҙ микрохирургияһы етәксеһе.

Ғилми йүнәлештәре һәм эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге яңы тыуған балаларҙың күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм операция ярҙамында дауалауҙың яңы алымдарын эшләүгә арналған. Микрохирургик операцияларҙың яңы ысулдарын, хирургия инструменттарын эшләй. Өфө офтальмологтары ғилми мәктәбенә ниғеҙ һала. Күмертау, Сибай, Туймазы, Учалы, Яңауыл ҡалаһы, Салауат районы Малаяҙ ауылында офтальмология буйынсаса микрохирургия үҙәктәре ойошторола; интраокуляр һәм контакт линзалар етештереү буйынсаса лаборатория асыла. 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 140‑тан ашыу уйлап табыу авторы.

1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Офтальмологтар ассоциацияһы президенты.

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

  • Руководство по глазной хирургии. М., 1976 (авторҙ.)
  • Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов. Уфа, 2007 (авторҙ.)
  • Атлас глазной патологии. 2-се баҫ. М., 2013 (авторҙ.).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградаларыҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ғалим ваҡытлы матбуғаттаҮҙгәртергә