Лесин Василий Николаевич
Лесин Василий Николаевич (1 февраль 1943 йыл — 13 май 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы, график. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы.
Лесин Василий Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 февраль 1943 |
Тыуған урыны | Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 13 май 2020 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ойошма ағзаһы | СССР Рәссамдар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВасилий Николаевич Лесин 1943 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР‑ының Благовар районы Васильцовка ауылында тыуған.
1967 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай.
Бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыға. Өфөлә Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында һынлы сәнғәт студияһында шөғөлләнә. Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң, Силәбелә юғары авиация училищеһында хеҙмәт итеп, Силәбе механик заводының һынлы сәнғәт студияһында (педагогы — акварелсе Николай Петрович Богомолов) шөғөлләнә.
Өфөлә йәшәй һәм эшләй. «Инйәр» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993).
В. Н. Лесин ижады жанр йүнәлештәре буйынса төрлө: пейзаж, портрет, натюрморт, сюжет-тематик картиналар.
Рәссамдың картиналары:
- М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө),
- Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан),
- Төркмәнстан дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Бишкәк),
- Сыуаш дәүләт художество музейында (Чебоксар),
- Удмурт республикаһының һынлы сәнғәт музейында (Ижевск),
- Карелия Республикаһы дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Петрозаводск),
- Магнитогорск картина галереяһында (Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе),
- Дондағы Ростов һынлы сәнғәт музейында һаҡлана
Василий Николаевич Лесин 2020 йылдың 13 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].
Ҡатнашҡан күргәҙмәләре
үҙгәртергәВасилий Лесин 1972 йылдан алып — республика, зона, төбәк, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.
Төп эштәре
үҙгәртергәЛето. Страда (1976), Зима. Триптих (1978), Искушение (1988), К весне (1994), Созерцание (1990), Зима — I. Триптих (1984), Космическое путешествие (1991), Рождение (1990), Тундра (2005), Мир снегов (1993), Двойной натюрморт (2005), Солнечный день (1992), Триумфальное шествие. Триптих «Крылатые» (1988), Голоса птиц. Триптих «Крылатые» (1989), Райские яблоки (1996), Рождение цыпленка. Триптих «Крылатые» (1988), Весенний лес (2006) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001)
- Икенсе бойондороҡһоҙ халыҡ-ара графика «Белые Интерночи» Биеннале дипломы (2004; Санкт-Петербург).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Уфе скончался заслуженный художник России и Башкортостана Василий Лесин. ИА «Башинформ», 13 мая 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2020)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лесин Василий Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)