Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы

юғары категориялы физика һәм математика уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.

Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы (1 февраль 1957 йыл) — юғары категориялы физика һәм математика уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы[1].

Ишморатова Рауза Ғарифйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Рауза Ғарифйән ҡыҙы Ишморатова 1957 йылдың 1 февралендә Салауат районы Яңы Сүрәкәй ауылында күп балалы ғаиләлә икенсе бала булып тыуған. Ҡалмаҡҡол урта мәктәбенән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә.

1976 йылда педучилищены тамамлағандан һуң, урта һөнәри белем менән генә сикләнмәй ҡыҙ, Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙер — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының) физика-математика факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә[2].

Хеҙмәт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Тәүге эш урыны — Салауат районы Илсекәй төп мәктәбе. Йәш уҡытыусы математика фәне серҙәрен уҡыусыларына еткерҙе.

Мөрсәлим урта мәктәбендә күп йылдар хеҙмәт итә. Башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да намыҫ менән башҡара.

Рауза Ғарифйән ҡыҙы һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, математика фәнен тәрнәйтеп өйрәнеү буйынса махсус кластарҙа эшләй. Уҡыусыларын эҙләнеү оҫталығына күнектерә, уларҙың интеллектуаль кимәлен күтәреүҙе, ижади потенциалын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яңы технологияларҙы урынлы һәм аныҡ ҡуллана.

Уның уҡыусылары техник һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарын тамамлай: иҡтисадсы, бухгалтер булып хеҙмәт итә[3].

Әлеге көндә Өфөлә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй[4].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Тормош иптәше Ишморатов Марс Исрафил ул (19572014 менән улы Маратты тәрбиәләп үҫтерҙе. Марат Ҡытаутамаҡ ҡалаһында механика техникумын һәм Ырымбур дәүләт университетының аҙыҡ-түлек технологияһы факультетының һыуытҡыстар технологияһы бүлеген тамамлай[5].

Ейәне Тимур, ейәнсәрҙәре Анна менән Диана — игеҙәктәр.

Мәрхүмә һеңлеһенең ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыуҙы үҙ иңенә алды, уларға белем алырға, үҙ аллы тормош ҡорорға ярҙам итте.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2010).
  • Хеҙмәт ветераны[6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Елена Миляускас На ее уроках детям не скучно — «На земле Салавата», 2007
  • Алсу Адиятуллина Тепло души дарит ученикам — «На земле Салавата», 2012, 1 февраля
  • Гөлшат Байрамова Уңыштарыбыҙға ҡыуанабыҙ — «Йүрүҙән», 2013, 25 май, 42-се һан
  • Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015
  2. Алсу Адиятуллина Тепло души дарит ученикам — «На земле Салавата», 2012, 1 февраля
  3. Елена Миляускас На ее уроках детям не скучно — «На земле Салавата», 2007
  4. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015
  5. Бәйләнештә Роза Ишмуратова
  6. Камаева Р. Г. Хәйретдин балалары, Өфө, 2015