Оло Аҡа (рус. Большая Ока) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Оло Аҡа ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1064 кеше[2]. Почта индексы — 452554, ОКАТО коды — 80242810001.

Оло Аҡа
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Оло Аҡа ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Оло Аҡа ауыл советы
Почта индексы 452554

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Дөйөм халыҡ һаны[3],[2] (кеше)
Халыҡ һаны 2002—2010 халыҡ үҙгәреше
Иҫәп алыу йылы 1989 2002 2010 кеше %
Бөтәһе 1227 1201 1064 -137 -11.41
Ир-егеттәр 571 588 523 -65 -11.05
Ҡатын-ҡыҙҙар 656 613 541 -72 -11.75

Географик урыныҮҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 92 км

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә

Ауылдың тарихи шәхесе — Бәхтияр Канкаев. Ул Е. И. Пугачевтың көрәштәше, баш полковник, бригадир. Салауат Юлаев Энциклопедияһында, Татар энциклопедияһында уның тураһында мәҡәлә бар.

  1. Абдрахманов Рәфил Фазыл улы — гидрогеолог, геoлогo-минераль фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
  2. Әхмәтсафин Алмаз Хәким улы — табип-онколог, медицина фәндәре кандидаты;
  3. Әхмәтов Алмаз Таhир — инженер-механик, ТАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы;
  4. Әмиров Марсель Мәғрүп улы — филолог, философия фәндәре кандидаты;
  5. Вәисов Ғабдрахман Бәдретдин улы — дин әhеле, ауылдың беренсе тарихсыһы;
  6. Вәисов Нәҡиб Мидхәт улы — инженер — механик, техник фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;
  7. Вәисов Самат Мостафа улы — совет — партия, хужалыҡ хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, район музейын башлап ойоштороусы;
  8. Вәисов Фәрит Дауыт улы — табип, медицина фәндәре кандидаты;
  9. Ғәлиуллин Радик Зыя улы — инженер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  10. Ғәләүетдинов Фуат Вилдан улы — педагог, муниципаль хезмәткәр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;
  11. Ғәләүетдинова Гөлназ Сәлим ҡыҙы — акушер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
  12. Ғилманова Зилә Хәлит ҡыҙы — педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  13. Дәүләтбаев Булат Сабир улы — тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифе хеҙмәткәре;
  14. Дәүләтбаев Марат Сабир улы — инженер — химик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы;
  15. Дильмөхәммәтова Зөhрә Килмөхәммәт ҡыҙы — мал караусы, Ленин, Ҡыҙыл Хезмәт Байрағы, Октябрь революцияһы ордендары менән бүләкләнгән, Мәсетле районының почётлы гражданины;
  16. Ильясова Ғизинур Ильяс ҡыҙы — педагог, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  17. Муфазалова Рәйсә Рәис ҡыҙы — педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  18. Мөхәрләмов Рәфис Исхаҡ улы — инженер — химик, химия фәндәре кандидаты;
  19. Сабитова Сания Габделҡәүи ҡыҙы — педагог, ауылдың шәжәрәһен яҙыуһы дауам итеүсе, Ленин ордены менән бүләкләнгән;
  20. Фазылова Роза Әшрәф ҡыҙы — медицина хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
  21. Хабибуллин Мөхәммәтхафиз (Хафиз — бай) — 1-се гильдиялы сәүҙәгәр, меценат;
  22. Сираев Ғабдульйан Носрат улы — агроном, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  23. Хәсәнов Шамил Камил улы — педагог, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  24. Хисамов Эрнст Нургали улы — табип, профессор, биология фәндәре докторы;
  25. Шәмсиева Фзуа Вәкил ҡыҙы — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  26. Йосопов Рафас Миңлеғәли улы — инженер—механик, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).

Аҡалыларҙың ҡушаматтарыҮҙгәртергә

Ауыл халҡында кешеләрҙең ҡушаматтары мелән һөйләшеү ғәҙәте бик көсле. Ҡушаматтар быуындан — быуынға күсеп килә. Хатта заманына ҡарата үҙгәреп тә китә. Мәҫәлән, ауылда элекке ваҡыттан йәшәп килгән «Сытыр» ҡушаматлы кешәләргә бөгөн «штакетник» ҡушаматы тағылган."Бизмән" ҡушаматлылар хәҙер «автовеса» булып йөрөйҙәр.

ФоторәсемҮҙгәртергә

Сал тарихлы йәмле Аҡа. Фуат Ғәләүетдинов фотоальбомы.

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Давлетбаев Б. С. Большая Ока. История села. — Уфа: РИО Министерства печати и средств массовой информации, 1992. — 191 с. ISBN 978-5-207-00249-1
  • Дәүләтбаев Б. С. Акаларның нәсел чылбыры.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. 2,0 2,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  3. Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.