Тамъян (Саҡмағош районы)

Тамъян (рус. Тамьяново) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 268 кеше[1]. Почта индексы — 452212, ОКАТО коды — 80256835004.

Ауыл
Тамъян
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°14′19″ с. ш. 54°32′48″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 835 004

ОКТМО коды

80 656 435 111

ГКГН номеры

0520984

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тамъян (Рәсәй)
Тамъян
Тамъян
Тамъян (Саҡмағош районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Тамъян

Тарихы үҙгәртергә

Ҡыр-Йылан ырыуы ауылдары араһында улус исеме менән аталып йөрөтөлгән Тамъян ауылы ла бар. Ул Ҡарағош йылғаһы буйында ята. Красильниковтың картаһында уның булыуы ауылдың XVIII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килеүен раҫлай. Унда башҡорттар һәм типтәрҙәр йәшәй. 1762 йылда ауылда 26 кешенең йәшәүе теркәлә. 1795 йылда ауылда 77 башҡорт һәм 17 типтәр, 1816 йылда - башҡорттарҙың һаны күрһәтелмәй, ә типтәрҙәр 19 кеше була, 1834 йылда 117 башҡорт йәшәй. 1850 йылда 163 башҡорт һәм 25 типтәр, 1859 йылда ауылда 156 башҡорт һәм 25 типтәрҙең йәшәүе теркәлә[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 268 122 146 45,5 54,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 119—120. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.