Матвеева Людмила Михайловна

Матвеева Людмила Михайловна (1 февраль 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы, ғалим-социолог. 1994 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013 йылдан спорт дисциплиналары кафндраһы мөдире. Социология фәндәре кандидаты (2004), профессор (2009). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1985), еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Дүрт тапҡыр донъя чемпионы, ике олимпия уйындары ҡатнашыусыһы (Сеул (1988), Барселона (1992).

Матвеева Людмила Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (67 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө легкоатлет-стайер
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1988[d], Летние Олимпийские игры 1992[d], Чемпионат мира по бегу по пересечённой местности 1986[d] һәм Чемпионат мира по бегу по пересечённой местности 1988[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный работник физической культуры Российской Федерации

Биографияһы үҙгәртергә

Людмила Михайловна Матвеева 1957 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Ул Салауат Юлаев исемендәге спорт клубында йүгереү менән шөғөлләнә. Беренсе тренеры — Федосеев С. А., 1974—1994 йылдарҙа тренеры Г. А. Ушков[2]. Матвеева менән шулай уҡ тренер Г И. Алексеев эшләй.

1993 йылда Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.

СССР (1984), БДБ (1992), Рәсәй (1993) йыйылма командаһы ағзаһы.

1994 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡытыусы булып эшләй, ә 2000 йылдан — Башҡортостан физик культура институтында тренер-уҡытыусы факультеты деканы[3]. БДПУ-ның спорт дисциплиналары кафедраһы профессоры, Башҡортостан физик культура институтында спорт һәм физик тәрбиәнең циклик төрҙәре теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Шоссе буйлап (1986, 1988) һәм кросста (1988) йүгереүҙә донъя чемпионы;
  • Кроста Европа Кубогын яулаусы (1993);
  • Шоссе буйлап йүгереүҙә донъя чемпионатының (1985, 1987, 1990) һәм эстафетала донъя Кубогының (1986) көмөш призеры;
  • Шоссе буйлап йүгереүҙә донъя чемпионатының бронза призеры (1991);
  • Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында кроста команда зачетында донъя чемпионы (1993);
  • 10000 м-ға йүгереүҙә СССР чемпионы (1988, 1990), кроста СССР кубогын яулаусы (1984);
  • 5000 м-ға йүгереүҙә «Мемориал братьев Знаменских» халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1986, 1992);
  • Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988, 1992).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
  • Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • «Физик культура һәм спорт отличнигы» билдәһе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә