Төп менюны асырға

Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы

опера йырсыһы

Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы (1 февраль 1989 йыл) — Рәсәй опера йырсыһы (сопрано)[1], Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Донъя опера майҙансыҡтарында төп партияларҙа даими сығыш яһай.

Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (30 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө опера йырсыһы, йырсы, исполнитель
Genre Опера, романс[d] һәм халыҡ йыры[d]
Лейбл звукозаписи Decca[d]
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Commons-logo.svg Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы Викимилектә

«XXI быуат сәнғәте» халыҡ-ара конкурсында (Италия, 2011) һәм икенсе З. Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара конкурста (Өфө, 2011) Гран-приға, X Рәсәй йәштәр дельфий уйындарында (Тверь, 2011) һәм БДБ илдәре XIII дельфий уйындарында (Новосибирск, 2013) алтын миҙалға, VI «Санкт-Петербург» халыҡ-ара опера йырсылары конкурсының махсус дипломына һәм призына (2013) лайыҡ була. Студенттарҙың «Bella voce» халыҡ-ара вокалсылар конкурсы (Мәскәү, 2012, II премия), Н. Сабитов исемендәге конкурс (Өфө, 2013, III премия), XXVII Cобинов музыкаль фестивале сиктәрендә вокалсылар конкурсы (Һарытау, 2014, III премия) лауреаты. «Operalia» конкурсы (Лондон, 2015) ярымфиналсыһы. 2016 йылдың сентябрендә Иҙрисова Тулузала (Франция) халыҡ-ара опера йырсылары конкурсында икенсе Гран-при яулай[2][3][4].

2017 йылдың апрелендә Генделдең «Геракл» (Мәскәү) операһында Иола роле өсөн Рәсәй Милли театрының «Алтын битлек» премияһы лауреаты[2].

БиографияһыҮҙгәртергә

Дилара Марс ҡыҙы Иҙрисова 1989 йылдың 1 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Уның әсәһе Миләүшә Иҙрисова Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй. Өләсәһе Нажиә Аллаярова — опера йырсыһы, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ халыҡ артисы, 1967—91 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.

2007 йылда Дилара Өфө урта махсус музыка мәктәп-колледжын фортепиано һөнәре буйынса тамамлай. 2012 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын яңғыҙ йырлау һөнәре буйынса (профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Миләүшә Мортазина класы) тамамлай. 2014 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын, ә 2015 йылда — Мәскәү консерваторияһының ассистентура-стажировкаһын (профессор Галина Писаренко класы) бик яҡшы баһа менән тамамлай. Уҡыу осоронда Дебора Йорк (Бөйөк Британия), Макс Эмануэль Ценчич (Австрия), Илдар Абдразаҡов һәм Лежнева Юлия (Рәсәй) менән мастер-кластарҙа ҡатнаша[2].

Иҙрисованың ижади карьераһы 2012 йылда М. И. Глинка исемендәге Силәбе опера һәм балет театрында башлана, Глинканың «Руслан һәм Людмила» операһында Людмиланың баш партияһы уның дебюты була. 2014 йылдан алып Иҙрисова — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Йырсы репертуарында — Людмила партиялары, Джильда («Риголетто»), Марфа («Батша кәләше»), Аделдең («Летучая мышь») баш партиялары һәм башҡалар. 2015 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Дилараның Г. Ф. Генделдең «Геракл» операһында дебюты (принцесса Иола) була, дирижеры Артем Макаров. Тиҙҙән Иҙрисова донъя опера майҙансыҡтарына саҡырыу ала, унда Эрнестина («Итальяндар менән саҡырыулы киске аш мәжлесе», Ж. Оффенбах); Розита («Ире ишек артында», Ж. Оффенбах) партияларын; З. Исмәғилевтың «Үлемһеҙлек» кантатаһынан сопрано партияһын, урыҫ, Көнбайыш Европа һәм башҡорт композиторҙарының романстарын һәм арияларын, халыҡ йырҙарын башҡара. Принцесса Лизаура партияһын («Александр» операһы, Г. Ф. Гендель) 2014-15 йылдар миҙгелендә — П. И. Чайковский исемендәге концерт залы сәхнәһендә; 2015 йылдың мартында — Брюсселдең BOZAR залы сәхнәһендә; ә июндә — сәхнә версияһын Бад-Лаухштедттеатрында (Германия) башҡара. 2015 йылда Сабина партияһын йырлай («Адриано Сүриәлә» операһы, Дж. Перголези).

Конкурстар һәм бүләктәреҮҙгәртергә

Иҙрисова Дилара — «XXI быуат сәнғәте» халыҡ-ара конкурсында (Италия, 2011) һәм икенсе З. Исмәғилев исемендәге халыҡ-ара конкурста (Өфө, 2011) Гран-приға, X Рәсәй йәштәр дельфий уйындарында (Тверь, 2011) һәм БДБ илдәре XIII дельфий уйындарында (Новосибирск, 2013) алтын миҙалға, VI «Санкт-Петербург» халыҡ-ара опера йырсылары конкурсының махсус дипломына һәм призына (2013) лайыҡ була. Студенттарҙың «Bella voce» халыҡ-ара вокалсылар конкурсы (Мәскәү, 2012, II премия), Н. Сабитов исемендәге конкурс (Өфө, 2013, III премия), XXVII Cобинов музыкаль фестивале сиктәрендә вокалсылар конкурсы конкурсы (Һарытау, 2014, III премия) лауреаты. «Operalia» конкурсы (Лондон, 2015) ярымфиналсыһы. 2016 йылдың сентябрендә Иҙрисова Тулузала (Франция) халыҡ-ара опера йырсылары конкурсында икенсе Гран-при яулай[2][5][6].

2017 йылдың сентябрендә Иҙрисова Елена Образцова исемендәге халыҡ-ара йәш опера йырсылары конкурсында өсөнсө премия һәм махсус приз эйәһе була (Санкт-Петербург).

Дилара Иҙрисова ике тапҡыр йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Премияһы (2010, 2011) менән билдәләнә, Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияларына (2011, 2012) лайыҡ була. ЮНЕСКО штаб-фатирында (Париж, 2013) Башҡортостандың концерт-презентацияһында ҡатнаша.

Шәхси тормошоҮҙгәртергә

Дилара Иҙрисова кейәүҙә түгел.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Диляра Идрисова. Лауреат Международных конкурсов. Артист-вокалист. Челябинский театр оперы и балета имени М. И. Глинки (2018-01-01). 15 апрель 2018 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Диляра Идрисова. Сопрано. RusConzert (2017-12-30). 15 апрель 2018 тикшерелгән.
  3. Диляра Идрисова. Сопрано. Московская филармония (2018-02-01). 15 апрель 2018 тикшерелгән.
  4. Dilyara Idrisova. Soprano. Biography. Operamusica.com (2018-01-10). 15 апрель 2018 тикшерелгән.
  5. Диляра Идрисова. Сопрано. Московская филармония (1 февраля 2018). Проверено 15 апреля 2018.
    Диляра Идрисова. Сопрано. Московская филармония (2018-02-01). 15 апрель 2018 тикшерелгән.
  6. Dilyara Idrisova. Soprano. Biography. Operamusica.com (10 января 2018). Проверено 15 апреля 2018.
    Dilyara Idrisova. Soprano. Biography. Operamusica.com (2018-01-10). 15 апрель 2018 тикшерелгән.