Садиҡов Фәнис Ғилман улы

ғалим-балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1986), СССР‑ҙың (1986) һәм Башҡортостан Респуб

Садиҡов Фәнис Ғилман улы (1 февраль 1936 йыл) — ғалим-балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1992). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1986), СССР‑ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) һаулыҡ һаҡлау отличнигы[1].

Садиҡов Фәнис Ғилман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Ниғмәтулла, Рәсәй
Һөнәр төрө хирург
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Садиҡов Фәнис Ғилман улы 1936 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылында тыуған. 1960 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Яңауыл район дауаханаһында хирург булып эшләй башлай. 1968 йылдан алып Республика клиник дауаханаһы эргәһендәге санитария авиацияһында эшләй. 1968—1970 йылдарҙа Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының балалар хирургия бүлеге мөдире була. 1970—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылдан — педиатрия факультеты деканы, 1990—2011 йылдарҙа Дипломдан һуң белем биреү институтының педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһы мөдире. 1990—2011 йылдарҙа Дипломдан һуң белем биреү институтының педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһы мөдире.

1978—1989 йылдарҙа балалар хирургияһы кафедраһының доценты булып тора, ҙур тикшеренеү һәм уҡытыу эшен алып бара, кафедраның уҡыу бүлеге мөдире вазифаларын башҡара, сәламәтлек һаклау органдары менән дауалау — уртаҡ эшкә, балаларҙы диагностикалауҙың һәм дауалауҙың заманса методтарын индереүгә күп иғтибар бирә.

Деканатта эшләгән йылдарҙа Садиҡов Ф. Ғ. педиатрия факультетының 3000-дән артыҡ студентын уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә ҡатнаша, университетта йәмәғәт эшенә ҙур ғтибар бирә, БДМУ ҡабул итеү комиссиһы рәйесе булып эшләй, университетты тамамлаусыларҙы һөнәри йүнәлеш биреү менән шөғөлләнә[2].

Садиҡов Фәнис Ғилман улының фәнни эшмәкәрлеге ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын иртә диагностикалау, хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға, хирургик ауырыуҙарҙың анемия осрағында клиникаһын өйрәнеүгә, балалар хирургияһында иммунокоррекция мәсьәләләренә һ.б. арналған. Садиҡов ҡатнашлығында аутоиммун тиреоидитты диагностикалау ысулы эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы[1].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Лихорадочные состояния у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.);
  • Атлас хирургических болезней детского возраста. Уфа, 2007 (авторҙ.);
  • Рентгенодиагностика хирургических болезней у детей. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә