Башҡортостан уҡытыусыһы
Башҡортостан уҡытыусыһы — Башҡортостан Республикаһының ғилми-педагогик һәм методик айлыҡ журналы. Мәҡәләләр туғыҙ телдә баҫыла.
Башҡортостан уҡытыусыһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1920 |
---|---|
Мөхәррир | Кәримов Салауат Ғайса улы |
Ил |
![]() ![]() |
Әҫәрҙең теле | башҡорт теле һәм урыҫ теле |
Рәсми сайт | uchbash.rbsmi.ru |
ТарихыҮҙгәртергә
1920 йылдың февраль айында журналдың беренсе һаны Стәрлетамаҡ ҡалаһында (ул ваҡытта — Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы) «Мәғариф эштәре» исеме менән донъя күрә. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм сәйәсәт талаптарына ярашлы, йөкмәткеһе, шулай уҡ исеме лә алмашына. 1924 йылдан журнал Өфө ҡалаһында — «Белем», 1931 йылдан «Культура революцияһы» исеме менән баҫыла. Хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» исеме менән журнал 1936 йылдан сыға башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уҡытыусылар өсөн хеҙмәт итә.
Журнал наҙанлыҡты бөтөрөүҙә ҙур роль уйнай, башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби башҡорт телен индереү проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән башҡорт милли мәктәбе нигеҙҙәре практикаһы, беренсе дәреслектәр, уҡыу-методик ҡулланмалары индерелә.
2020 йылдың февралендә «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми-педагогик һәм методик журналы үҙенең 100 йыллығын билдәләй[1].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ ИА «Башинформ», 28 февраля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2020)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — «Башҡортостан уҡытыусыһы», журнал 2020 йылдың 28 февраль көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2020)