Һүҙ
Һүҙ — билдәле бер тәртиптә урынлашҡан өндәр теҙмәһенән торған һәм ысынбарлыҡтағы бер төшөнсәне аңлатҡан телмәр берәмеге; өндәр теҙмәһенән тороп ысынбарлыҡтағы берәй предметты, күренеште, төшөнсәне аңлатҡан телмәр берәмеге.
Һүҙҙәр ике төргә бүленә:
- Үҙ аллы һүҙҙәр— лексик мәғәнәгә эйә булған һәм һөйләмдең ниндәйҙер киҫәге булып килә алған һүҙҙәр. Һүҙ төркөмдәренең етеһе – исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш, мөнәсәбәт һүҙҙәр.
- Ярҙамсы һүҙҙәр— үҙ аллы мәғәнәһе булмаған, һүҙҙәр һәм һөйләмдәр араһында төрлө бәйләнеште белдерә торған һүҙҙәр. Һүҙ төркөмдәренән теркәүес, бәйләүес, киҫәксә.
Һүҙҙең мәғәнәһе.
- Һүҙ яһалышы.
- Грамматикала терминдар составында ҡулланыла.
- Инеш һүҙ.
- Өндәш һүҙ.
- Ярҙамлыҡ һүҙ.
- Яһалма һүҙ.
- Ике арала йәки халыҡ алдында һөйләнгән хәбәр.
- Ҡаты һүҙ.
- Һүҙ һөйләү.
- Һүҙ әйтеү.
- Йылы һүҙ йән аҙығы. (Эйтем.)
- Кем йәки ниҙер хаҡында халыҡ араһында йөрөгән төрлө хәбәр.
- Һүҙ ишетеү.
- Һүҙ йөрөтөү.
- Яҡшы һүҙ йөрөү.
- Ниҙер хаҡындағы вәғәҙә.
- Һүҙ биреү.
- Һүҙ ҡуйышыу
- Һүҙҙә тороу.
- Талаш, әрләш.
- Һүҙгә килешеү.
- Юҡтан һүҙ сығарыу.
- Бер һүҙле булыу
- Әйткән фекерҙә ныҡ тороу;
- күмәкләп бер һүҙҙе һөйләү, бер фекерҙә булыу.
- Ваҡ һүҙле юҡ-барға иғтибар итеп һөйләнеүсән.
- Ҡара һүҙ
- халыҡ ижадындағы сәсмә әҫәр;
- әкиәт.
- Ҡырҡ (оло) һүҙгә етеү буштан ғына оҙон-оҙаҡ ҙур итеп һөйләнеү.
- Һүҙ тейеү— шелтә алыу.
- Һүҙ тыңлау —әйткәнде эшләү.
- Һүҙ ҡуҙғатыу— нимә хаҡындалыр һөйләшә башлау.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г.Д.Зайнуллина, 2002)
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
- Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г.Д.Зайнуллина, 2002)