Өфө өйәҙе
Өфө өйәҙе — 1782—1922 йй. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы составында ойошторола.
Өфө өйәҙе
|
Административ уҙәге — Өфө ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергәXVI быуат аҙағында Рус дәүләте составына ингән башҡорттарҙың территорияһында ойошторола. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы. Өйәҙ Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы, Уҫы даруғаһы, Себер даруғаһы һәм улустарға бүленгән. Дөйөм идара Ҡазан һарайы приказы менән башҡарыла, воеводалар тәғәйенләү — Разряд приказы, күрше халыҡтар менән дипломатик мөнәсәбәттәр — Илселек приказы, һарай улустары һәм ауылдары Оло һарай приказы ҡарамағында була. Урындағы идаралыҡ органы булып Өфө приказ йорто иҫәпләнә. XVIII быуат башындағы административ‑территориаль реформалар барышында Өфө өйәҙе Өфө провинцияһына үҙгәртелә. 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 йылда алып — Ырымбур губернаһы, 1865 йылдаң — Өфө губернаһы составында.
География
үҙгәртергә1865 йылда Өфө өйәҙе бер өлөшө Златоуст өйәҙенә инә. Сиктәре: төньяҡ‑көнбайышта — Кама йылға һул яры буйлап (урыны менән уң ярының өлөшө); көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта – Тубыл йылға (Иртыш йылға ҡушылдығы) үрге ағымынан, Яйыҡ йылға урта ағымынан һәм уның ҡушылдығы Илектән алып Оло һәм Кесе Өйәҙән йй. тиклем; көнбайышта – Волга йылға тиклем. Башҡортостандың көнсығыш һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөштәре Верхотор, Тубыл, Төмән, Чердынск өйәҙҙәре составына инә. XVIII быуат аҙағында төньяҡ‑көнбайышта – Бөрө өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта – Троицк өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта – Стәрлетамаҡ өйәҙе, көньяҡ‑көнбайышта Бәләбәй өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы. Майҙаны — 18 672,2 км² (1897).
Халҡы
үҙгәртергәXVIII быуат аҙағында — 61 258 кеше (шул иҫәптән башҡорттар – 8445), 1897 йылда — 372906 (башҡорттар — 114493, латыштар — 1658, мариҙар — 3968, мишәрҙәр — 1176, мордвалар — 3826, татарҙар — 4523, типтәрҙәр — 9001, украиндар — 1241, урыҫтар — 228302 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 335 586 крәҫтиән, 27 143 мещан, 5 665 дворян һәм башҡа иҫәпләнә; мосолмандар — 125 318, православие динендәгеләр — 241 324 (шул иҫәптән 8 876 старообрядсы), протестанттар — 1872 һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙ терр‑яһында 7‑се башҡорт һәм 4‑се мишәр кантондары ойошторола. 1865 йылда Өфө өйәҙе — 5, 1896 йылда 6 станға бүленә. 1879 йылда — 25 (Архангел, Баҡай, Благовещен, Богородский, Бүләкәй‑Көҙәй, Воскресенка, Дмитриевка, Дыуанай, Йомаш, Илек, Ҡазан, Ҡара Яҡуп, Ҡытау, Ҡытаутамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Надеждино, Никольск, Нуғай, Осоргин, Петропавловка, Покровка, Сафар, Урман‑Көҙәй, Шәрип, Эҫем), 1917 йылда 43 улус була. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1 508 торама пункт иҫәпләнә. Халҡы башлыса игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән.
Иҡтисад
үҙгәртергә1904 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 216,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 95,1, һоло — 42,2, тары — 26,1, ҡарабойҙай — 19,6, бойҙай — 11,5, борай — 10,9, борсаҡ — 4,2, картуф — 4,7; һыйыр малы — 25605 баш, йылҡы – 19067, һарыҡ — 48277, кәзә — 2773, сусҡа – 8924 баш. XX быуатта башында Благовещен заводы, Ҡытау‑Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы, Эҫем заводтары, Әшә‑Балашов заводы, Өфө баш тимер юл оҫтаханалары, суйын‑баҡыр ҡойоу механика заводы (Горнас), 11 таҡта ярыу заводы, 7 кирбес заводы, 3‑әр һыра ҡайнатыу һәм шарап заводтары, күн заводы, ағас эшкәртеү фабрикаһы, һабын ҡайнатыу заводы, столяр‑мебель яһау йорто әм башҡа предприятиелар эшләй. Өфөлә, Благовещен заводы, Богородский, Вознесенка, Дәүләт Дыуанайы, Ҡырмыҫҡалы, Сафар ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1888—90 йй. өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы (Благовар—Өфө—Ҡытаутамаҡ участкаһы), 1914 йылда — Волга‑Урал тимер юлы (Шөңгәккүл—Шишмә) үтә. 154 мәсет, 57 сиркәү һәм 9 часовня (1877) иҫәпләнә. 1919 йылда Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй һәм Урман‑Көҙәй улустары — Көҙәй кантонына, Бишаул‑Уңғар һәм Биштәкә улустары Табын кантонына инә. 1922 йылда өйәҙ бөтөрөлә, уның төп территорияһы — Өфө кантоны составына, 9 улусы (Әшә‑Балашов, Ерал, Илек, Ҡарауыл, Ҡытау‑Ивановка, Минйәр, Сергиевск, Эҫем, Ҡытаутамаҡ) Силәбе губернаһы Златоуст өйәҙенә инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Өфө өйәҙе(недоступная ссылка)