Ҡолғона
Ҡолғона (рус. Кулгунино) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 774 кеше[1]. Ҡолғона ауыл Советының административ үҙәге.
Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845001.
Ауыл | |
Ҡолғона | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәОло Шешәнәк йылғаһы буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[2]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 87 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Стәрлетамаҡ): 83 км
Йылға Оло Шешәнәк
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Ҡолғона Дәүләтов нигеҙ һалған, уға 1816 йылда 94 йәш булған. Уның балалары билдәле: Алсынбай, Бустубай, Имелбай.
1795 йылда ауыл 90 кеше йәшәгән 27 йорттан тора, 64 йылдан һуң — 180 кеше һәм 20 йорт була.
1920 йылда ике Ҡолғона ауылы була: беренсеһендә (Ҡалғаһау) — 294 кеше һәм 53 йорт, икенсеһендә — 61 хужалыҡ (1925); улар бер-береһенән ике саҡрым алыҫлыҡта була.
Борон ауыл халҡының төп кәсебе урман, малсылыҡ, һөнәрселек менән бәйле булған. 1839 йылда 294 кеше йәшәгән 40 йортта 205 ат, 305 һыйыр, 88 һарыҡ, 20 кәзә, 6 умарта, 18 солоҡ иҫәпләнә. Хәрби губерна властарының был ауылда башҡорттар араһында игенселекте булдырыу буйынса мәжбүри саралары әлегә тиклем ғәмәлдә булмаған. Губернаторҙың бойороғон — йән башына кәм тигәндә 2-3 бот иген сәсеү — халыҡ үтәмәй: орлоҡтар, ауыл хужалығы ҡорамалдары булмай. 1842 йылда бында ни бары 72 бот көҙгө ашлыҡ сәселә[3].
1980-се йылдарҙа ауылға электр һәм нефть сығарыу килә. Үтә тәрән скважина быраулана, унда 2707-3140 м тәрәнлек диапазонында Зигәлгә свитаһы асыла[4]
Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Алатау һырты участкаһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. 2011 йылдың 4 октябрендә Ҡолғона ауылында һыу үткәргес асыу тантанаһы үтә, был шулай уҡ хәҡимиәт көнөнә тап килә.
Ауылдың бөгөнгөһө
үҙгәртергәАуыл Ҡолғона ауыл Советының үҙәге. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (100 %) йәшәй[5]. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6]. Яңы социаль-мәҙәни үҙәккә 2014 йылдың көҙөндә нигеҙ ташы һалына. Ике йыл төҙөлгәс, яңы уҡыу йылына бина әҙер була. Ике ҡатлы бина 300 кешене һыйҙыра ала. Ҙур залда концерттар һәм спектаклдәр ҡуйырға мөмкин. Ошонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды яҡташтары 85 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Спорт зылы, хореография залы, һынлы сәнғәт бүлмәһе һәм музей ойошторолған. Социаль-мәҙәни үҙәктә бөтә ғаилә менән ял итергә була. Ата-әсәләр түңәрәктәргә килһә, балаларын ошо бүлмәлә ҡалдыра ала. Бында кескәйҙәр шахмат, шашки, хоккей һәм футбол уйнай ала. Үҙәк күп функциялы. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн бында почта, полиция бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан[7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 538 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 742 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 845 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 821 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 774 | 389 | 385 | 50,3 | 49,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[8]:
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
- Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
- 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Яңы ауыл урамы (рус. улица Новоселья)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Дауахана урамы (рус. улица Больничная)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
үҙгәртергә- Ҡоҙаш (рус. Кудашка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ҡолғона ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан.
- Уртаайыры (Урта-Айры) — Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) юҡҡа сыҡҡан утары. Ҡолғона ауыл Советы составына ингән була.
- Оло Шешәнәк (рус. Большой Шишеняк) — Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Ишембай районы Ҡолғона ауылы янында башлана.
- Саҡыйтау— Башҡортостандың Ишембай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тау. Ишембай районы Ҡолғона ауылынан 7,5 км төньяҡтараҡ Оло Шешәнәк йылғаһының уң яҡ ярында ята.
- Егән (рус. Зиган) — Башҡортостандың Ишембай һәм Ғафури райондарындағы йылға. Алатау һыртының көнбайыш яғынан баш ала. Шишмәһе Ҡолғона ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 6 км алыҫлыҡта.
- Салауат Юлаев мәмерйәһе — Башҡортостандың Ишембай районында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы. Кәлимосҡан ҡаяһында, Маҡар аулынан Ҡолғона ауылына барған юлда урынлашҡан. Ул мәмерйә менән бергә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Туризм урыны. Маҡар аулынан ете километр алыҫлыҡта, Ҡолғона ауылына барған юлда урынлашҡан.
- Ҡаратүбә — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ҡолғона ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ һәм Иҫке Һәйет ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 11 км тирәһе алыҫлыҡта ята.
- Алатаубала — тау һырты, Алатау һырты армыты. Ишембай районы буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Ҡолғона ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
- Яҙғыйорт— Башҡортостандың Ишембай районының төньяҡ көнсығыш өлөшөндәге тау. Ишембай районының Ҡолғона ауылынан 6,5 км алыҫлыҡта Оло Шешәнәк йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
- Алатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Оло Шешәнәк йылға (Еҙем йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Ҡолғона ауылы янынан үтә.
Рәсемдәр
үҙгәртергә-
Ҡолғона
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ноғман Мусин (17.07.1931—31.10.2021), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). 1958 йылдан — КПСС, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
Транспорт
үҙгәртергәАуыл аша [[Р316 (автомобиль юлы)|Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы]] үтә.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Кулгунино
- ↑ [http://www.uran.ru/structure/institutions/igg/Lithology/publics/VUO/glava3.htm 3 бүлек