Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы

Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы (21 февраль 1885 йыл — 18 декабрь 1966 йыл) — табип һәм педагог, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, медицина профессоры[1].

Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 февраль 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 декабрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург
Эш урыны Иркутск дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

1885 йылдың 21 февралендә Өфө ҡалаһында Мосолман Диниә назаратының яуаплы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. 1898 йылда ул Өфө гимназияһына уҡырға инә. Гимназияны тамамлағас, 1906 йылда Ҡазан император университетының медицина факультетына уҡырға бара.

III курсты тамамлағас, йәйге каникул ваҡытында Тереғолов Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Аҡташ ауылында эшләй. Бер төрлө лә медицина ярҙамы күрмәгән игенсе синыфының сәләмәтлегенә янаған хәүефле ауырыуҙарға (ваба һ.б.) ҡаршы тора алмауын күргән буласаҡ табип Тереғолов ҡатмарлы табип хеҙмәтенең асылына тәрәнерәк төшөнә, медицинала профилактика, аңлатыу-ағартыу эше йүнәлешен үҫтереүҙең мөһимлеген нығраҡ аңлай башлай[2].

1911 йылда Әбүбәкер Тереғолов медицина факультетын «бик яҡшы» билдәләренә тамамлай. Профессор Казем-Бек һәләтле егеткә үҙ клиникаһында ҡалырға тәҡдим итһә лә, ул үҙенең хеҙмәт юлын земство врачы булып башларға ҡарар итә. Ул ике йыл Өфө губернаһының Шишмә станцияһында земство табибы булып эшләй[2]. Уның уҡыуын дауам итеүе, фән менән тәрән шөғөлләнеүе һәм көндәлек табиблыҡ хеҙмәте шунан һуң башланып китә.

1913 йылда Әбүбәкер Тереғолов Ҡазанға бара; университетта ординатор, 1917 йылдан ассистент булып эшләй[1].

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа Тереғолов, күп кенә башҡа табиптар менән бергә, тәүҙә — Томск университетында, һуңыраҡ Иркутск ҡалаһы госпиталендә эшләй[2].

1927 йылда Әбүбәкер Тереғолов докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай; 1929 йылда приват-доцент исеме ала һәм ошо уҡ йылда ул эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире итеп һайлана. Уға тиклем был вазифаны Шамов дауаханаһында С. С. Зимницкий башҡарған була. Шулай итеп, ул, медицина өлкәһендә профессор була.

Артабан бөтә ғумере ошо дауахана менән бәйле. 1944 йылдан һуң ул һуңғы көндәренә тиклем госпиталь терапияһы кафедраһын етәкләй.

Әбүбәкер Тереғолов йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Һуғыш йылдарында ябылып торған "Ҡаҙан медицина журналы"н яңынан сығара башлауҙа күп тырышлыҡ һала, 1959 йылға тиклем журналдың мөхәррире вазифаһын башҡара[2].

Тереғолов медицина тарихын яҡшы белгән ғалим булараҡ та билдәле. Уның Ҡазан терапия мәктәбе үҫешен яҡтыртҡан күп кенә хеҙмәттәре бар.

Тереғолов 70-тән артыҡ фәнни хеҙмәт яҙа, 17 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаусыларҙың фәнни етәксеһе була.

Әбүбәкер Тереғоловтың туранан-тура ҡатнашыуы менән Ҡазанда беренсе рентген аппараты, беренсе электрокардиограф ҡуйҙырыла.

Әбүбәкер Тереғолов 1966 йылдың 16 декабрендә вафат була. 1969 йылда уның исеме Ҡаҙандың беренсе ҡала клиник (элекке Шамов) дауаханаһына бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[1]

үҙгәртергә

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Яҙыусы Ғабдрахман Әпсәләмов «Аҡ сәскәләәр» романында хирург Әбүзәр Таһиров образын яҙғанында Әбүбәкер Тереғоловты күҙ уңында тотҡан[3].
  • «Аҡ сәскәләр» фильмында (2015, ТНВ, реж. Р. Әйүпов) прототибы Ә. Тереғолов булған профессор Таһиров ролендә РСФСР халыҡ артисы Әзһәр Шакиров уйнай.
  • Ҡаҙан ҡала Думаһының 2011 йылдың 3 мартындағы 21-4 һанлы ҡарары менән М-16А бәләкәй районындағы яңы формалашҡан урамға Әбүбәкер Тереғолов исеме бирелгән[4].
  • Ҡазандың 1‑се клиник дауаханаһына Тереғолов исеме бирелгән (1969)[1].
  • Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы тарафынан уның исемендәге премия булдырылған (2000)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә