Ҡодос

(Иерусалим битенән йүнәлтелде)

Ҡодос (ғәр. القدسәл-Ҡүдс[комм. 1] (audio) ), Иерусалим; йәһ. ירושליםЙерушалайим (audio) ) — Яҡын Көнсығыштағы боронғо ҡала, 1949 йылдан алып Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы (1967 йылдан алып Израиль ҡаланың бөтә майҙанын контрольдә тота)[2]. Иерусалим Израилдың баш ҡалаһы булараҡ халыҡ-ара йәмғиәт тарафынан танылмаған[3][4][5]. Иерусалим — иудаизм, христианлыҡ һәм ислам диндәре өсөн изге ҡала булып иҫәпләнә. Иерусалим Урта һәм Үле диңгеҙҙәре арауығында, диңгеҙ кимәленән 650—840 метр бейеклектә урынлашҡан.

Ҡала
Ҡодос
йәһ. ירושלים‎ (Йерушала́(й)им)
ғәр. القدس‎ (әл-Ҡудс)

Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Израиль

Статус

Ҡаланың көнсығыш өлөшө өсөн Палестина милли автономияһы Израиль суверенлығына бәхәсләшә. Ул Берләшкән милләттәр ойошмаһы БМО тарафынан тарафынан танылмай.

Координаталар

31°47′ с. ш. 35°14′ в. д.HGЯO

Мэр

Нир Баркат

Нигеҙләнгән

Б.Э.Т. 4 мең йыл

Беренсе мәртәбә телгә алынған

Б.Э.Т. XIX-XX быуаттар

Элекке исеме

Шалем, Иевус, Сион (Цион), Ир Давид (Град Давида), Элия Капитолина, Аль-Кудс

Майҙаны

125.156[1] км²

Высота над уровнем моря

754 м

Халҡы

828 500 (ҡасабаларҙан тыш) кеше (2013)

Милли состав

йәһүдтәр (530,3), ғәрәптәр (279,7), әрмәндәр (5,6), башҡалар (12,9)

Конфессиональ составы

иудеи (65%), мосолмандар (32%), христиандар (2%), башҡалар (1%)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+972 2

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

jerusalem.muni.il
 (йәһ.) (инг.) (ғәр.)

Ҡодос (Израиль)
Ҡодос
Ҡодос

Ул донъялағы иң боронғо ҡалаларҙан иҫәплән. Беренсе торлаҡтар Б. Э. Т. IV быуаттарҙа тип билдәләнә. Б. Э. Т. XI быуатта ҡалала йәһүдтәр урынлашҡан һәм Израиль дәүләтенең баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Б. Э. Т. VI быуатта Вавилон тарафынан баҫып алына, ә аҙаҡ Фарсы империяһы ҡул аҫтына күсә. Б. Э. Т. IV—II быуаттарҙа Боронғо Македония империяһына, Мысырға Селевекидтар дәүләтенә буйһона. Йәһүдтәр баш күтәргәндән һуң, аҙ ғына ваҡытҡа Йәһүдтәр батшалығы тергеҙелә(б.э.т. 2-се быуат). Алтынсы йылына уҡ рим провинцияһына әүерелә.

Рим империяһы ҡыйралғандан һуң, Иерусалим Византия империяһына күсә. Ошо ваҡыттан ҡаланы христианлаштырыу башлана. 639 йылда ғәрәп хәлифе Ғүмәр ибн Хәттаб тарафынан баҫып алынғас, мосолман ҡиәфәте ала. 10991187 һәм 12291244 йылдарҙа ҡала тәре йөрөтөүселәр хакимлығы аҫтында була. Аҙаҡ Мысыр тарафынан яулап алына. 1517 йылдан 1917 йылғаса Ғосманлы империяһы биләмәһенә керә. Аҙаҡ Бөйөк Британия хакимлығына күсә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Тәүрәт менән Инжилҙең ғәрәпсәгә тәржемәләрендә — أورشليم Ӯршәлӣм (Ӯрушәлӣм); Израилдәге ғәрәпсә рәсми исеме — أورشليم القدس, Ӯршәлӣм-әл-Ҡудс
Файҙаланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
  1. Local Authorities 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. The United Nations (UN) attempted to declare the city a corpus separatum (Latin: «separate entity»)—and, thus, avert further conflict—but the first Arab-Israeli war, in 1948, left Jerusalem divided into Israeli (west Jerusalem) and Jordanian (east Jerusalem) sectors.
  3. Although Israel’s actions were repeatedly condemned by the UN and other bodies….
  4. Ira Sharkansky. Governing Jerusalem: again on the world's agenda. — Wayne State University Press, 1996. — P. 23. — 245 p. — ISBN 978-0814325926. : Most countries of the world do not formally recognize Jerusalem as Israel’s capital. Many do not recognize it as a city that is properly Israel’s. <..> A more list of countries, including the United States, the United Kingdom, and France, maintained consulates in Jerusalem but kept their embassies in what they formally recognized as the Israeli capital of Tel Aviv.
  5. Anthony Gorman, Andrew Newman. Encyclopedia of The Peoples of Africa and the Middle East / Под. ред. Jamie Stokes. — Facts On File, 2009. — P. 325. — 864 p. — ISBN 0-8160-7158-6.: capital: Jerusalem (unrecognized by most countries)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Рәсми
Мәғлүмәти
Очерктар