Перу
Перу́[1][2], иҫкесә Пе́ру[3](исп. República del Perú [reˈpuβlika ðel peˈɾu], кечуа Piruw Mama Llaqta[reˈpuβlika ðel peˈɾu], кечуа Piruw Mama Llaqta [piˈruw ˈmama ˈʎaχta], аймар. Piruw Suyu [piˈruw ˈsuju]),[4], рәсми Перу Республикаһы[1][2] — Көньяҡ Америкалағы дәүләт. Төньяҡ-көнбайыштан Эквадор, төньяҡтан Колумбия, көнсығыштан Бразилия, көньяҡ-көнсығыштан Бризилия һәм Чили менән сиктәш. Ярҙары Тымыҡ океан менән йыуыла. Майҙаны буйынса, Бразилия һәм Аргентинанан ҡалышып, өсөнсө урында.
| |||||
Гимн: «Somos libres, seámoslo siempre» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 28 июль 1821 ( Испаниянан) | ||||
Рәсми телдәр | испан, индейҙар күп йәшәгән региондарҙа кечуа, аймара һәм башҡа урындағы телдәр | ||||
Баш ҡала | Лима | ||||
Эре ҡалалар | Лима | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
20 1 285 216 км² 8,8 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
29 461 933"Instituto Nacional de Estadística e Informática (INEI) del Perú". INEI. Retrieved on June 10, 2010. чел. (41) 23 чел./км² | ||||
Валюта | Яңы соль (PEN, код 604) | ||||
Интернет-домен | .pe | ||||
Код ISO | PE | ||||
МОК коды | PER | ||||
Телефон коды | +51 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -5 |
Этимологияһы
үҙгәртергәКарлдың сәркәтибе Хуан де Самано докладына ярашлы, беренсе тапҡыр Перуҙың исеме 1525 йылда Франсиско Писарро менән Диего де Альмагроның беренсе экспедицияһына бәйле телгә алына.[5].
Ил тарихы
үҙгәртергәИртә осор
үҙгәртергәХәҙерге Перуҙа тәүге кешеләр б. э. т. Х мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән.[6] Улар яр буйындағы йылға үҙәндәрендә йәшәгән. Перуҙа таш ҡоралдар, хайуан һөйәктәре, үҫемлек ҡалдыҡтары 12 мең йыл элекке дата менән билдәләнә[7].
Норте-Чиконың боронғо цивилизацияһы илдең төньяҡ-үҙәк ярында табылған. Ул б. э. т. 3000 һәм 1800 йылдар араһындағы осор менән билдәләнә.[8]
Инкылар дәүләте
үҙгәртергәПеру — Көньяҡ Американың археология музейы, боронғо цивилизациялар, боронғо индейҙар цивилизацияһы иле, уларҙың ҡаҙаныштары хәҙерге кешене лә таң ҡалдыра. Инкылар үҙ дәүләтен төҙөгәнгә тиклем үк әле,бында унға яҡын цивилизация булған. Уларҙың һәләк булыу сәбәптәре әле лә асыҡланмаған.
XII быуатта Урубамба йылғаһы үҙәнендә инкылар дәүләте барлыҡҡа килә. Инкылар этнос түгел, ә хакимлыҡ итеүсе синыф. Биш быуат эсендә инкыларҙың Тауантинсуйу дәүләте Колумбҡа тиклем Америкала иң ҙур империя була.
Хужалыҡ итеүҙең төп тармағы — ер эшкәртеү. Ерҙе таяҡтар менән йомшарталар, һабанды улар белмәй. Маис, маниока, картуф, томаттар, ҡуҙаҡлылар, тәмәке һәм мамыҡ үҫтерәләр. Йорт хайуандарынан ламалар үрсетәләр. Халыҡ мамыҡ һәм төн туҡымалар туҡыу, көршәк эшләү (көршәксе түңәрәген ҡулланмайынса), алтын, көмөш, баҡыр һәм бронза эшкәртеү кеүек һөнәрҙәр менән мәшғүл була.
Испан яулап алыуы
үҙгәртергәБоронғо Перу индейҙарының күп һәйкәл-ҡомартҡылары испан яулап алыуҙары замананда емерелгән. Инкыларҙың ҡомартҡылары һәм һарайҙары урынына испандар католик сиркәүҙәр, монастырҙар, үҙҙәренең һарайҙарын һалғандар, шулай ҙа инкылырҙың рухи мәҙәниәте уларҙың ңәҫелдәре тарафынан ауыҙ-тел ижады, көй, бейеү рәүешендә, кейемдәрҙә һәм көнкүрештә һаҡланған.
Географияһы
үҙгәртергәИлдең климаты сиктән тыш төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Тымыҡ океан янында түбәләре ҡар менән ҡапланған Анд тауҙары башлана. Уңдырышлы ерҙәр сүллектәр менән алышына. Арыраҡ Амазония урмандары башлана. Тәбиғәт шарттары буйынса Перу өс өлөшкә бүленә. Яр буйын Коста тип атайҙар. Диңгеҙ буйы тигеҙлеге океан буйлап тар ғына (80 километрҙан 180 километрға тиклем) һыҙат булып 1600 километрға һуҙыла. Ул тропик сүллектәр зонаһында ята. Сүллектәр эргәһендә Анд тауҙары күтәрелә. Илдең был яғын Сьерра тип атайҙар. Йылға үҙәндәре тауҙарҙы айырым һырттарға бүлгеләй. Һырттар араһында бик бейектә яҫы таулыҡ ята.
Перуның көнсығыш өлөшө Сельва тип атала. Сельва икһеҙ-сикһеҙ урмандар менән ҡапланған. Уның аша мул һыулы Амазонка һәм уның күп һанлы ҡушылдыҡтары аға.
Административ бүленеше
үҙгәртергә2002 йылға тиклем дәүләт 24 департаментҡа бүленә - яңы төбәктәр барлыҡҡа килгәнгә тиклем. 2002 йылдың 18 ноябрендә, юғарылағы указға ярашлы, биләмә 25 төбәккә бүленгән. Был төбәктәр провинцияларҙан ойошторолған, улар, үҙ сиратында, райондарҙан тора. Шулай итеп, Перуҙа 195 провинция һәм 1833 район бар. Лима ҡалаһы, илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан баш ҡала, айырым провинцияға инә. Лима-Метрополитан провинцияһының үҙенсәлеге шунда, ул бөтә 25 төбәк иҫәбенә инмәй.
Перуҙың административ бүленеше | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Иҡтисадыүҙгәртергә2018 йылда Перуҙа хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 930 соль (280,08) тәшкил итә. 2018 йылда Перуҙа хеҙмәткә түләүҙең уртаса күләме 1704,14 соль (520,36) тәшкил итә[9][10][11][12][13][14] Тәбиғи ресурстар - баҡыр, көмөш, алтын, нефть, урман, тимер мәғдәне, күмер, фосфаттар, гидроэнергия, газ. Перу - тау сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән аграр ил. 2009 йылда йән башына эске тулайым продукт - 8,6 мең доллар (донъяла 15-се урын). Эшһеҙлек - 9 % (2009 й.), ярлылыҡ кимәленән түбәнерәк - халыҡтың 45 % (2006 й.). Сәнәғәт (тулайым эске продукттың 25 %, эшләүселәрҙең 24 %) - минераль ҡаҙылмалар сығарыу һәм эшкәртеү; ҡорос һәм башҡа металдарҙы иретеү; нефть һәм газ сығарыу һәм эшкәртеү; балыҡ, туҡыма, кейем, аҙыҡ-түлек сәнәғәте. Ауыл хужалығы - спаржа, кофе, какао, мамыҡ үләне, шәкәр ҡамышы, дөгө, картуф, кукуруз, виноград, әфлисундар, ананас, гуава, банан, алма, лимон, персик, кока, помидор, манго, арпа, дарыу үҫемлектәре, кокос, бойҙай, борсаҡ; ҡош-ҡорт, ит-һөт малсылығы; балыҡсылыҡ. Хеҙмәтләндереү өлкәһе - эске тулайым продукттың 67 проценты, эшләүселәрҙең 75 проценты. Тышҡы сауҙаүҙгәртергәЭкспорт — $42,47 млрд (2017 йылда)[15] — баҡыр, алтын, ҡурғаш, цинк, аҡ ҡурғаш, тимер мәғдәне, молибден, көмөш, сей нефть һәм нефть продукттары, тәбиғи газ, кофе, спаржа һәм башҡа йәшелсәләр, емеш-еләк, кейем-һалым һәм туҡыма, балыҡ оно, балыҡ, химикаттар, әҙер металл изделиелар, иретмәләр. Төп һатып алыусылар — Ҡытай — 26,5 %, АҠШ — 15,2 %, Швейцария — 5,2 %, Көньяҡ Корея — 4,4 %, Испания — 4,1 %, Һиндостан — 4,1 %. Импорт — $38,8 млрд (2017 йылда) — нефть продуктары, химикаттар, пластмасалар, машиналар, транспорт саралары, электр-техник һәм телекоммуникация ҡорамалдары, ҡорос, бойҙай, кукуруз, соя продукттары, ҡағыҙ, кизе-мамыҡ, дарыуҙар. Төп тәьмин итеүселәр — Ҡытай — 22,3 %, АҠШ — 20,1 %, Бразилия — 6 %, Мексика — 4,4 %. Халҡыүҙгәртергә
Халыҡ һаны — 31 237 385 (2017 йылғы иҫәп алыу). Йыллыҡ үҫеш — 1,0 % (бер ҡатын-ҡыҙға 2,3 тыуым). Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 74 йәш: ир-аттар өсөн 72 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 77 йәш[16]. Ҡала халҡы — 79,3 % (2017). Енес структураһы: 49,2 % — ир-аттар, 50,8 % — ҡатын-ҡыҙҙар. СПИД (ВИЧ)вирусы менән зарарланыу — 0,5 % (2007 йылғы баһа). Этник- раса составы: метистар — 60,2 %, кечуа — 22,3 %, аҡ тәнлеләр — 5,9 %, афроперуандар — 3,6 %, аймара — 2,4 %, ҡалғандары (ерле Амазонка ҡәбиләләре, ашанинка, агуаруна, шипибо-конибо, япондар, ҡытайҙар) — 2,3 %. Телдәр: рәсми — испан һәм кечуа теле, аймара һәм башҡа индей телдәре киң таралған. Грамоталылыҡ — 95 %: ир-аттар араһында 97,4 % һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92,7 % (2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Дини состав: католиктар — 76 %, протестанттар — 14,1 %, башҡалар — 4,8 %, билдәһеҙ һәм атеистар — 5,1 % (2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Протестант төркөмдәр араһында — Алла Ассамблеяһы яҡлылар, адвентистар һәм баптистар[17]. Индей цивилизацияларыүҙгәртергәКүрше Латин Америкаһы дәүләттәре халҡы кеүек үк, Перу халҡы ла автохтон элементтарҙы, Европа миграциялары тулҡындарын һәм мәҙәниәттәрҙең, телдәрҙең төрлө ҡатышыуын үҙ эсенә алған Көньяҡ Американың этнографик картинаһын сағылдыра. XVI быуат урталарына тиклем Перу биләмәһе ҡырыҫ бейек тау климаты шарттарында цивилизацияны яйға һалыусы иң үҫешкән индеец ҡәбиләләренең береһе - инкылар империяһының үҙәге булған. Испания колониаль баҫып алыуҙарүҙгәртергәXVI быуат аҙағында Перу испандарҙың ике ҡитғаның көнбайыш яры буйлап мең саҡрымға һуҙылған колониаль биләмәләренең бер өлөшөнә әүерелә. Колониаль империяның ике төп үҙәгенең береһенә (Мехико менән бер рәттән) әйләнгәндән һуң, Лима испан иммиграцияһы үҙәгенә әүерелә, әммә был аҙ һанлы була. Шул осорҙа Испаниянан ҡайтыусыларҙың күбеһе йә Лимала, йә башҡа яр буйындағы ҡалаларҙа төпләнә. Күскенселәрҙең күбеһе - испан ир-егеттәре — испан телле креолдар һәм метистарҙың киң төркөмөнә башланғыс һалып, индей ҡатын-ҡыҙҙары менән тиҙ ҡушыла башлайҙар. Дөйөм алғанда, Урта диңгеҙ буйындағы Испания мәҙәниәте Перу ысынбарлығына ярайһы уҡ тура килә, һәм, индеецтар менән ҡайһы бер конфликттарға һәм европалылар тарафынан индерелгән ауырыуҙарға ҡарамаҫтан, ул Америка Ҡушма Штаттарында һәм Канадала урын алған кеүек тоталь коллапсҡа йәки төп халыҡтың геноцидына килтермәй. Перуҙың көнсығыш райондарында (сьерра) һәм ауылдарҙа Европа йоғонтоһо аҙ була, һәм уларҙа, испан теле киң таралыуға ҡарамаҫтан, индейҙарҙың йолалары һәм мәҙәниәте беҙҙең көндәргә тиклем тиерлек дауам итә. Хәҙерге заманүҙгәртергәХәҙерге илдә халыҡ илдә ландшафт төркөмдәре һаны буйынса шартлы рәүештә өс өлөшкә бүленә. Айырыуса коста (Тымыҡ океан ярҙары) һәм сьерра (эргә-тирә тау үҙәндәре), иң аҙы - илдең көнсығышындағы Амазонка ауылдары төпләнгән. Халыҡтың күпселек өлөшө ҡатнаш сығышлы. Баш ҡалала һәм яр буйында, хәҙерге Перуҙың сәйәси һәм иҡтисади элитаһын тәшкил итеүсе, күбеһенсә Европа (башлыса испан, шулай уҡ француз, итальян һәм немец - һуңыраҡ булған иммигранттар) сығышлы (халыҡтың 10 %) халыҡтың күпмелер өлөшө йәшәй. Улар менән бер рәттән баш ҡалала илдең иҡтисади тормошонда мөһим роль уйнаған, башлыса япон һәм ҡытай сығышлы азиаттар төркөмө йәшәй. Перуҙың элекке президенты Альберто Фухимори ҙа сығышы буйынса япон булып тора. Халыҡтың күпселеге - косталар, католик динен тотоусы испан телле метистар. Илдең тауҙарында һәм көнсығышында, ил халҡының 52 % самаһын тәшкил иткән индей сығышлы кешеләр өҫтөнлөк итә. ТелеүҙгәртергәКүп индейҙар ныҡ ҡына ассимиляцияланған һәм испан телендә һөйләшә. Әгәр быуат башында ул Перу халҡының өстән бер өлөшө өсөн генә туған булһа, 1960 йылға - 60 проценттан ашыуы өсөн (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса), хәҙерге ваҡытта - 80 проценттан ашыуы өсөн, ә автохтон телдәр (кечуа һәм аймар) рәсми булһа ла, шулай уҡ испан теленең көслө йоғонтоһон кисерә, ул үҙ сиратында төп телдәрҙең йоғонтоһон кисерә. Перуҙың иң эре ҡалаларыүҙгәртергәИл халҡының яҡынса өстән бер өлөшө баш ҡаланың ун миллионлы Лима агломерацияһында йәшәй.
МәҙәниәтеүҙгәртергәИспания колониялаштырыуына тиклем хәҙерге Перу территорияһында көршәк яһау, таш эшкәртеү, зәргәрлек, иләү һөнәрҙәрендә үҫешә. Әҙәбиәт үҙ тамырҙары менән колумбияға тиклемге цивилизацияларҙың ауыҙ-тел ижады йолаларына барып тоташа. Перу әҙәбиәтенең сағыу вәкилдәре араһында Рикардо Пальма, Сиро Алегия, Хосе Мария Аргедас, Сесар Вальехо, Марио Варгас Льоса бар. Музыкаүҙгәртергә
Киң мәғлүмәт сараларыүҙгәртергәДәүләт IRTP телерадиокомпанияһы үҙ эсенә TV Perú, TV Perú Internacional телеканалдарын, Radio Nacional del Perú (1925 йылда эшләй башлай), Radio La Crónica AM (1935 йылда эшләй башлай), Radio Filarmonía (1984 йылда эшләй башлай), Radio Internacional del Perú радиостанцияларын ала. Тышҡы сәйәсәтүҙгәртергәРәсәй һәм Перуүҙгәртергә2011 йылдың 21 июнендә ике ил араһында визаһыҙ режим индерелгән. Сикте үтеүгә хоҡуҡ биргән дипломатик, хеҙмәт һәм рәсми паспорттарҙан тыш, ғәмәлдәге паспорттарҙың хужалары булған Рәсәй Федерацияһы граждандары һәм Перу Республикаһы граждандары беренсе инеү көнөнән башлап һәр осор дауамында 180 көн эсендә сит дәүләткә 90 көнгә тиклем визаһыҙ инергә, сығырға, транзит менән барырға һәм килергә мөмкин. Бынан алда Перу властары ошо илгә туризм маҡсатында 90 көнгә килгән Рәсәй граждандары өсөн бер яҡлы визаһыҙ режим индерҙе. Әҙәбиәтүҙгәртергә
Иҫкәрмәләрүҙгәртергә
Һылтанмаларүҙгәртергә
|