Нәфис әҙәбиәт — берҙән-бер һәм төп материал сифатында һүҙҙе ҡулланып, телдең төрлө ҡоролмалары һәм формалары ярҙамында, махсус алымдар һәм әҙәби образдар аша беҙҙе уратып алған тирә-яҡ ысынбарлыҡ тураһында мәғлүмәт биреүсе сәнғәт төрө.

«Нәфис әҙәбиәт» төшөнсәһе үҙгәртергә

Нәфис йәки матур әҙәбиәт (рус.  художественная литература), сәнғәттең ҡайһы бер башҡа төрҙәре кеүек һәм бер үк ваҡытта халыҡ ижады өлгөләренән айырмалы рәүештә, башлыса теге йәки был автор ижад иткән әҙәби әҫәрҙәрҙән ғибарәт. Уларҙағы төп фекер фәнни әҙәбиәттәге кеүек туранан-тура әйтелмәй, әҙип тапҡан сағыу образдар аша һәм әҫәрҙең бар йөкмәтеһе ярҙамында уҡыусыға еткерелә. Йөкмәткегә авторҙың ҡарашынан сығып, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре өс дөйөм төргә — эпос, драма һәм лирикаға бүленә, ә улар үҙ сиратында төрлө жанрҙарҙы берләштерә. Әҫәрҙең тексы формаһынан сығып нәфис әҙәбиәт проза һәм поэзияға бүленеп йөрөй. Сәнғәттең был төрөн өйрәнеүселәр яйлыраҡ булһын өсөн нәфис әҙәбиәтте тарихи планда осорҙарға йәки дәүерҙәргә бүлеп ҡарай. Был йәһәттән боронғо, урта быуаттар әҙәбиәте, артабан Яңырыу (Эпоха Возрождения) һәм Мәғрифәтселек (Эпоха Просвещения) дәүерҙәре, шулай уҡ XIX быуат һәм хәҙерге заман әҙәбиәте тураһында һүҙ алып барырға була.

Нәфис әҙәбиәт төрҙәре үҙгәртергә

Эпос үҙгәртергә

Эпос — боронғо грек телендәге «ἔπος» һүҙенән алынған, урыҫсаға «слово», «повествование» тип тәржемә ителһә, башҡортса «һүҙ», «һөйләү», «хикәйәләү» тигән мәғәнәне бирә. Шулай итеп, эпос, нәфис әҙәбиәт төрө булараҡ — үткән замандарҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итә. Эпик әҫәрҙәр авторға турана-тура бәйләнмәгән ысынбарлыҡты һүрәтләүгә ҡорола. Эпоста персонаждарҙы тасуирлағанда, лириканан айырмалы, уларҙың эске кисерештәрен, уй-хистәрен түгел, ә төрлө яҡлы эш-ҡылыҡтарын, тәртибен хикәйәләүгә төп иғтибар бирелә. Был жанрҙың исеме, борон-борон замандарҙа ижад ителеп, һуңғараҡ йәшәгән быуындарға «халыҡ эпосы» атамаһы менән килеп еткән «йыр-поэмалар»ҙан алынған тигән фараз бар. Әҙәбиәт белемендә XIX быуатта бик популяр булған тормош һүрәтләү романдарын нәҡ бына ошо эпик әҫәрҙәр жанрына индереү урын алған. Миҫал итеп донъя әҙәбиәте классиктары билдәле урыҫса яҙыусыһы Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» («Война и мир»), күренекле француз әҙибе Стендалдың «Ҡыҙыл һәм ҡара» («Красное и черное») романдарын, инглиз прозаигы һәм драматургы Голсуорси ижад иткән өс томлыҡ «Форсайттар тураһында сага» («Сага о Форсайтах» әҫәрен килтерергә була. (Сага — Скандинавия һәм Ирландия халыҡтарының героик (поэтик) хикәйәһе, легенда).

Эпик жанрҙар иҫәбенә мәҫәл (басня), былина (урыҫса әҙәбиәт белемендә батырҙар тураһында эпик йыр), баллада (легенда йәки әкиәт сюжетына яҙылған шиғри әҫәр), миф, новелла (ҡыҫҡа хикәйә), повесть, хикәйә, роман, роман-эпопея, әкиәт, эпопея (ҙур тарихи ваҡиғалар тураһындағы әҫәр) һәм әҙәби очерк инә.

Драма үҙгәртергә

Драма — боронғо грек телендәге «δρᾶμα» һүҙенән алынған, урыҫсаға «деяние», «действие» тип тәржемә ителһә, башҡортса туранан-тура ауҙарғанда «эш», «эш итеү», «хәрәкәт» тигәнгә тура килә. Хәҙерге телдә башлыса алда һөйләнәсәк мәғәнәлә — әҙәбиәт төрөнөң атамаһы — булараҡ ҡулланыла. Шулай итеп, эпос һәм лирика менән бер рәттән, драма — нәфис әҙәбиәт төрө булып ҡаралһа ла, бер үк ваҡытта ике сәнғәткә – нәфис әҙәбиәткә һәм театрға ҡарай. Драма авторҙың тышҡы донъяны һүрәтләүен сағылдыра, эпостан айырмалы һөйләп биреү түгел, диалог формаһына нигеҙләнгән. Тәүгеләрҙән айырмалы рәүештә, драма әҫәре сәхнәлә уйнау өсөн тәғәйенләнә. Уның тексы персонаждарҙың репликаһы (бер актёрҙың һүҙҙәренә икенсеһенең яуабы), авторҙың әҫәрҙә һүрәтләнгән эш-хәлдәргә ара-тирә биргән аңлатмаларынан һәм персонаждарға ҡағылған иҫкәрмәләренән тора. Ваҡиғалар ағышы күренештәргә бүленеп бирелә.

Дөйөм алғанда, диалог формаһында яҙылған һәр әҙәби әҫәр драмаға ҡарай, шулай итеп, нәфис әҙәбиәт төрө итеп тикшергәндә, уға комедия, трагедия, фарс, водевиль, трагикомедия һәм мелодрама инә. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, драма үҙенең башланғысын бик борондан ала. Бер-береһенән айырмалы уны боронғо гректар, һиндтәр, ҡытайҙар, япондар һәм башҡа халыҡтар булдырған.

Драматург үҙ әҫәрен башлыса театрҙа сәхнәләштереү өсөн ижад итә. Унда тамаша мәғәнәһен көсәйтеү өсөн актёрҙарҙың үҙ-үҙен тотошо, уларҙың ым-хәрәкәттәре, ишаралары, шулай уҡ тексты нисек яңғыратыуы алғы планға ҡуйыла. Сәхнәнең дөйөм биҙәлешенә лә етерлек дәрәжәлә иғтибар бирелә. Драма әҫәрен тулы мәғәнәһендә сәхнәләштереү өсөн уны ҡуйыусы режиссёр менән актёрҙарҙың ижади берҙәмлеге булыуы мотлаҡ.

Нәфис әҙәбиәт төрө булараҡ драма әҫәрҙәрен ижад итеүсе билдәле драматургтар иҫәбенә төрлө заман донъя әҙәбиәте вәкилдәре Эсхил, Софокл, Еврипид, Шекспир, Расин, Мольер, Ибсен, урыҫ яҙыусылары Александр Грибоедов, Николай Гоголь, Александр Островский, Антон Чехов, совет әҙәбиәтенән Максим Горький һәм башҡаларҙы, башҡорт драматургтары Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әнғәм Атнабаев, Әсғәт Мирзаһитов, Флорид Бүләковты индерергә була.

Лирика үҙгәртергә

Лирика — боронғо грек телендәге «λυρικός» һүҙенән алынған, урыҫсаға туранан-тура — «исполняемый под звуки лиры, чувствительный, лирный» тип тәржемә ителһә лә хәҙерге ваҡытта башлыса һанап үтелгәндәге һуңғы мәғәнәләре менән нығынып ҡалған һәм күп телдәрҙә, шул иҫәптән урыҫса һәм башҡортса ла шул төшөнсәне аңлатыу өсөн ҡулланыла. Шулай итеп, лирика — нәфис әҙәбиәттең өсөнсө төрө, һәм ул кешеләрҙең эске донъяһын тәшкил иткән аңын, хис-тойғо һәм кисерештәрен, тәьҫораттарын, күңелдә улар ҡалдырған эҙҙәрен яҡтыртыуға нигеҙләнә. Лирик әҫәрҙәрҙә һүрәтләү элементтары булһа ла, төп иғтибар геройға йүнәлтелә, һәм, дөйөм алғанда, лирика шәхсән (субъектив) характерҙа булып, унда авторҙың «мин» төшөнсәһе беренсе планға ҡуйыла. Әгәр ҙә ижадсы тулы мәғәнәлә шәхес кимәленә күтәрелһә, уның әҫәрҙәре лә донъяуи әһәмиәткә эйә була. Был йәһәттән атаҡлы персид мәғрифәтсе — яҙыусыһы Саади, Италияның Яңырыу осоро шағиры Ф.Петрарка, инглиз романтик шағиры Дж. Байрон, урыҫ һәм урыҫ совет әҙәбиәте вәкилдәре Александр Пушкин, Александр Блок, Сергей Есенин, Владимир Маяковскийҙы миҫалға килтерергә була. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә хаҡлы рәүештә ошондай ижадсылар исемлегендә ныҡлы урын алырға хоҡуҡлы.

Лирик әҫәрҙең төп күрһәткестәре — сағыштырмаса ҡыҫҡалыҡ, сюжет берлеге һәм ниндәйҙер бер ваҡыт арауығын сағылдырыуы. Бындай ижад өлгөләренең күбеһе поэзияға ҡарай. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, лирик поэзия тәү сиратта шағирҙәң хистәрен һәм уй-кисерештәрен сағылдыра. Әҙәбиәт белемендә лирик жанрҙарға шиғыр, (шул иҫәптән йыр — көйгә һалынған шиғыр), шулай уҡ шиғри жанрҙарға ҡараған ода, элегия, эпиграмма, мөрәжәғәт, эпитафия, бағышлау һәм башҡалар инә.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • История всемирной литературы: В 9 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького; Гл. редкол: Г. П. Бердников (гл. ред.), А. С. Бушмин, Ю. Б. Виппер (зам. гл. ред.), Д. С. Лихачев, Г. И. Ломидзе, Д. Ф. Марков, А. Д. Михайлов, С. В. Никольский, Б. Б. Пиотровский, Г. М. Фридлендер, М. Б. Храпченко, Е. П. Челышев. — М.: Наука, 1983— 1994.  (рус.)
  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл.  (рус.)
  • Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм белешмәләр: — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 342 бит.

Һылтанмалар үҙгәртергә