Солтанморат
Солтанморат (рус. Султанмуратово) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 706 кеше[2]. ОКАТО коды — 80205840001.
Ауыл | |
Солтанморат рус. Султанмуратово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453498 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәТүрһәгәҙе йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәСолтанморат ауылы — күренекле совет татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың (1887—1937) тыуған төйәге. Ауыл Нуғай һәм Себер даруғаларының мишәр старшинаһы Солтанморат Янышевтың исемен йөрөтә. Ул батшалыҡ яҡлы булған. Михаил Михельсондың язалау корпусы составында Пугачевсыларҙы эҙәрлекләп, Өфөнән Ҡазанға тиклем бара. Каратель Михельсон үҙенең 1774 йылдың 25 апрелендәге рапортында халыҡ массалары мәнфәғәттәренең хыянатсылары Солтанморат Янышев менән Миндәй Тулеевтың «ҙур ярҙам»ын һыҙыҡ өҫтөнә алып, хөкүмәттән был «ышаныслы ҡолдарҙы» наградлауҙарын һорай. Ысынлап та, Солтанморат 1773-1775 йылдарҙа баш күтәреүселәргә ҡаршы яза биреү акциялары өсөн ике алтын миҙал, күлдәк, 2 мең һум аҡса менән бүләкләнә һәм мишәрҙәрҙән беренсе булып капитан исеменә лайыҡ була. Уның ҡустыһы Бәхтейәр ҙә алтын миҙал ала. Уларҙың атаһы Яныш Абдуллин батша хөкүмәтенең әүҙем яҡлыһы булған төп мишәр старшинаһы була. Яныш XVIII быуаттың 30-сы йылдарында башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн ҡылыс менән бүләкләнә. Һуңынан, 1755 йылда башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн икенсе ҡылыс, күлдәк, сүмес һәм 100 һум аҡса ала. Яныш Абдуллин «тере тауар» — баш күтәреүселәрҙең ҡатындарын һәм балаларын ала, уларҙы аҙаҡ йорт хеҙмәтселәренә әйләндерә. Уның улы Солтанморат крепостнойҙар һәм хеҙмәтселәр һанын арттырырға маташа. 1777 йылда, мәҫәлән, старшина мырҙа Солтанморат Янышев менән прапорщик Ибраһим Чанышев үҙҙәренең командаһынан 63 кешене крепостной кеше булараҡ һата. Әммә Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтле кешеләр һанын кәметеү яҡлы булмаған хөкүмәт был һатыуға рөхсәт бирмәй. Ауыл 1761 йылда, мишәрҙәр Меркет-Мең башҡорттарынан ер һатып алғас барлыҡҡа килә.
Ауыл күп халыҡлы. 1795 йылда 60 йортта — 408, 1859 йылда 130 йортта 879 мишәр иҫәпләнә. XVIII быуат аҙағында бында яһаҡлы татарҙар ҙа була, улар аҙаҡ Баҡай Түрһәғәҙе ауылына күсерелә[4].
1865 йылда Солтанморат ике ауыл булараҡ иҫәпкә алынған: беренсеһендә 100 йортта 934 кеше йәшәгән (игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 223 йортта — 1378 кеше (мәсет, училище, һыу тирмәне булған). Һуңынан был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 йылда 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 706 | 331 | 375 | 46,9 | 53,1 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (79 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы (7 октябрь 1932 йыл — 12 март 2001 йыл) — башҡорт драматургы. 1952 йылдан — КПСС, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
- Вахитов Венер Абсатар улы (11 ноябрь 1945 йыл) — ғалим-биохимик, биолог һәм биотехнолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), биология фәндәре докторы (1990), профессор (1993), Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы (12 март 1887 йыл — 21 ғинуар 1938 йыл) — яҙыусы, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәтсе. Хәҙерге татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хеҙмәт Геройы (1932). Сәйәси золом ҡорбаны
- Фәтихова Лилиә Ғарифулла ҡыҙы (3 ғинуар 1954 йыл) — эстрада артисы. 1975—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
- Рәхмәтулла (Рәхмәтуллин) Салауат Ибраһим улы (1 февраль 1942 йыл) — шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимйән Ибраһимов (2002), Илдар Юзиев (2005), Ғәли Ибраһимов (2009) исемендәге премиялар лауреаты. (1993)[8]
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәМузей Султанмуратово [9].
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Тишеклетау тауы[10]
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәСолтанморат ауылында Ғәлимйән Ибраһимов музейы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Солтанморат // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Рәхмәтулла С.
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Памятники природы республики Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Солтанморат // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |