Башҡортостандың коммунистик йәштәр союзы

Башҡортостандың коммунистик йәштәр союзы (берлеге) — 1919 йылда булдырылған өлкә йәштәр ойошмаһы.

Башҡортостандың коммунистик йәштәр союзы

«Башҡортостандың коммунистик йәштәр союзының» алдан килеүселәре — 1917 йылда Өфө ҡалаһында ойошторолған Социалистик йәштәр союзы һәм Студенттар һәм курсист-социалистар ойошмаһы. Социалистик йәштәр союзы ике фракциянан торған: меньшевистик һәм большевистик. Союз менән РСДРП (б)-ның Өфө комитеты етәкселек иткән. Союз комитеты рәйесе булып В. Ковшов тәғәйенләнә. Социалист курсисткаларҙың һәм студенттарҙың ойошмаһы социал-демократтарға һәм эсерҙарға теләктәшлек күрһәткән студенттарҙан һәм уҡыусыларҙан торған.

1917 йылда- «III Интернационал» йәштәр союзы, 1918 йылдың март — май айҙарында — иҫке Өфө һәм Нижегородкала эшсе йәштәр союздары барлыҡҡа килә. 1919 йылда мосолман йәштәренең дөйөм ҡала йыйылышында комсомол ойошмаһын булдырыу өсөн ойоштороу бюроһы төҙөлә.

1919 йылдың 15-16 авгусында комсомолдарҙың беренсе Өфө губерна конференцияһы (съезд) уҙғарыла. Беренсе Өфө губерна комсомол ойошмаһы төҙөлә, РКСМ-дың губерна комитеты (губком) һайлана. Губком составына губком рәйесе Н. Каврайская, П. Наумов, В Аглинцев, Ю. Файвилевич, А. Гапеевтар инә.

XX быуаттың 20-се йылдарында Өфөлә Йәштәр союзы латыш ойошмаһының беренсе конференциялары, башҡорт-татар комсомолдарының конференцияһы һәм көнсығыш милләттәр комсомолдары конференцияһы саҡырыла. 1921 йылда бөтә милли бюролар һәм секциялар бөтөрөлә.

1920 йылдың 26 авгусында Өфөлә I губерна конференцияһы үтә. РКСМ-дың Өфө губкомы янындағы бюро составы һайлана. Уның составына Ш. Уразаев, Т. Имаметдинов, М. Ғүмәров, Т. Әйүпов, М. Нурҡаев, X. Мостафин, Русаев һәм А. Гапеев инә.

1920 йылда Стәрлетамаҡта Бәләкәй Башҡортостандың комсомол ойошмаһы ойоштороу конференцияһы үтә. 1922 йылда Өфөлә Өфө губерна комсомол ойошмаһын һәм Бәләкәй Башҡортостандың комсомол ойошмаһын берләштергән конференция үтә.

Өфө губернаһының бөтөрөлөүе сәбәпле 1922 йылдың 29 сентябрендә РКСМ-дың II Бөтә Башҡорт съезында Өфө губкомын бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы һайлана, уның составында Н. Алышев (секретары), Б. Ишемғолов, Ә. Чиглинцев, А. Левицкий һәм Ғ. Ғәлин инәләр.

Съездан һуң яңы комсомол ячейкалары барлыҡҡа килә, уларҙа йәштәр һаны арта. Мәҫәлән, Бәләкәй Башҡортостанда съезды үткәреү алдынан 1800 комсомол ағзаһы булһа, 1921 йылдың башына өлкә комсомол ойошмаһында 7600 РКСМ ағзаһы иҫәптә тора. Ә X өлкә конференцияһына (1930 йыл) ойошмала 79 мең комсомолец иҫәптә тора.

Республика комсомол ячейкалары ВЛКСМ уставына буйһоналар[1], Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа, Граждандар һуғышынан һуң Башҡортостандың халыҡ хужалығын тергеҙеү буйынса эштә партия ойошмаларына ярҙамлашалар. Башҡортостан комсомолы шулай уҡ 1921 йылғы аслыҡ, 20-30-сы йылдарҙа халыҡтың наҙанлығы менән көрәштә, пионер хәрәкәтен булдырыуҙа ҡатнаша.

Тәүге биш йыллыҡтар йылдарында Башҡортостан комсомолы республиканың нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүендә шефлыҡ итә. Йәштәрҙең ҡатнашлығында Ишембай ҡалаһы төҙөлә.

Индустриялаштырыу осоронда Башҡортостан комсомолы илдең яңы төҙөлөштәренә ике мең квалификациялы йәш эшселәр йүнәлтә, 30-сы йылдарҙың беренсе яртыһында оборона фондына өс бөтә башҡорт комсомол өмәләре үткәрелә.

Комсомол ауылда ҙур эштәр үткәрә — яҡынса 60 комсомол — колхоздарҙы, 360 — бригадаларҙы етәкләй, 300-ҙән ашыу комсомол ағзаһы агроном булып эшләй. Комсомолдарҙы тракторсыларҙың әҙерлеген яҡшыртыу, МТС-тарҙың нығытылыу, силос соҡорҙарының һанын арттырыу («Даешь, Башкортостан, 60 тысяч силосных ям!») эштәренә йәлеп итәләр.

Республика комсомолын 30-сы йылдарҙың сәйәси репрессиялары урап үтмәй. XII Башҡортостан өлкә комсомол конференцияһында (1938 йылдың ғинуары), республикала 18 «контрреволюцион ояһы» фаш ителде, ВЛКСМ-дың район комитеттарынан 19 секретарь эшенән ҡыуылды тип әйтелә. Ике конференция араһында 1623 кеше, шул иҫәптән 273 — дошман элементы , 366 — синфи дошмандар булараҡ комсомолдан сығарылған. Уларҙың күбеһе ҡулға алына. 1938 йылда Башҡорт АССР-ының НКВД органдары тарафынан Башҡорт контрреволюцион буржуаз-милли ойошмаһының ағзаһы булыуҙа ғәйепләнеп, «Комсомолец Башкирии» гәзите мөхәррире В. В. Кирьянов ҡулға алына[2], ВЛКСМ-дың Башҡорт обкомының беренсе секретары (1938 июль − август 1938) Манаҡов Булат Ситдыҡ улы репрессиялана, партия өлкә комитетының беренсе секретары Заликин А. Т. доносы буйынса башҡор комсомолының тәрбиәләнеүсе, ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты секретары, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты Ш. Тимерғәлина ҡулға алына һәм атып үлтерелә.

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәрендә республиканың йөҙәрләгән комсомолдары үҙ теләге буйынса фронтҡа китә. ВЛКСМ-дың Башҡорт обкомы фронтҡа комсомол мобилизацияларын үткәрә, 35 мең егет һәм ҡыҙҙар халыҡ ополчениеһы программаһы буйынса хәрби әҙерлек үтә. Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында ғына 500 тирәһе комсомол һуғыша. Александр Матросов, Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы — Зөбәй Үтәғолов, Александр Старцев, Мәғүбә Сыртланова — республика комсомолы ағзалары булалар. тылда эшләгән Башҡортостан комсомолдары «Башҡортостан комсомолы» авиация эскадрильяһын төҙөүгә 13 326 000 һум[3] һәм танк колонналары 927 000 һум «Башҡортостан пионеры» танк колоннаһына 927 000 һум аҡса йыялар.

Һуғыштан һуң комсомолдар дүртенсе биш йыллыҡты ваҡытынан алда үтәү өсөн ярышын йәйелдерҙеләр. Айырыуса Ғатаулла Ямалетдинов, Андрей Чистов, Фатима Аҡбулатова, Павел Ухов ҙур уңыштарға өлгәшә — 1947 йылда биш йыллыҡ бурыстарҙы үтәй 1948 йылда 210 ауыл комсомолы юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.

Башҡортостан комсомолдары Шкапов нефть ятҡылығы (1956 йылда комсомол путевкаһы буйынса Шкаповоға 2,5 мең йәш төҙөүсе ебәрелә) эшен йәнләндереүҙә ҡатнаша, Өфөлә — тимер конструкциялар заводы, Салауатта (18-се һанлы комбинат) һәм Сибайҙа төҙөлөштәрҙә эшләйҙәр. Республиканың яңы сәнәғәт үҙәктәре — Салауат, Октябрьский, Күмертау, Сибай, Туймазы ҡалаларын төҙөүселәрҙең 70 проценты самаһы йәштәр тәшкил итә.

Өфө — Омск нефтепроводы, Шкапово — Магнитогорск газопроводы, Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы[4], Шкапово һәм Туймазы газ-бензин заводы, Өфө синтетик спирт цехы һәм Өфө химик заводы — барыһы ла республика удар комсомол төҙөлөштәре. Башҡорт Урал аръяғы райондарына сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү өсөн комсомол путевкалары буйынса үҙ теләге менән 4,5 тысячи кеше китә. Улар унда «Урал», Маҡан, Матрай һәм Хәйбулла иген совхоздары булдыра.

1968 йылда республиканың ҡайһы бер комсомол ойошмалары Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Башҡортостан комсомолы совет илендә иң эре берләшмәләрҙең береһе була. 70-се йылдарҙың аҙағында берлектә 800 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә.

1990 йылда ВЛКСМ тарҡалған осорҙа БАССР-ҙа ВЛКСМ-дың төбәк бүлексәһе Башҡортостандың демократик йәштәр союзы тип үҙгәртелә (1990 йыл, 20 октябрь) Рәсәйҙә комсомол комитеты булдырыла, һуңғараҡ — Рәсәй йәштәр союзы (РСМ). Башҡорт республика комитетының (СДМБ) беренсе рәйесе — Альберт Мифтахов.

ВЛКСМ ағзаларынан айырмалы рәүештә яңы йәштәр ойошмаларының ағзалары коммунистик йәмғиәтен төҙөү менән булышмайҙар, сәйәсәттән алыҫ торалар һәм күҙгә күренгән сәйәси күрһәтмәләренән азат. Төп иғтибар йәштәргә фән, сәнғәт, ижад, бизнес өлкәләрендә үҫешеү өсөн шарттар булдырыу[5]. Аҙаҡҡы йылдарҙа йәштәр берлектәренең эше һиҙелмәй.

Губерна һәм өлкә комсомол съездары һәм конференциялары

үҙгәртергә

Башҡортостан комсомолы премиялары

үҙгәртергә

Наградалары

үҙгәртергә
  • 1964 йылда БАССР-ҙың Салауат ҡалаһы комсомол ойошмаһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Комсомол майҙанында ошо ваҡиға айҡанлы стела ҡуйылған.
Комсомол майҙаны. Салауат ҡалаһы

Матбуғат саралары

үҙгәртергә

Башта Башҡорт өлкә комитетының үҙ гәзите булмай һәм баҫма биттәре «Башҡортостан» һәм «Ҡыҙыл ҡурай» партия гәзиттәре янында сығарыла — «Ҡыҙыл йәштәр мөйөшө» (Уголок красной молодёжи) һәм «Ҡыҙыл йәштәрҙең биттәре» (Страницы красной молодёжи).

1920 йылдың 4 майында «Юношеская правда» гәзитенең тәүге һаны сыға — РКСМ-дың Өфө губкомы органы.

1921 йылда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә донъя күргән «Йэш йорэк» («Юное сердце») комсомол гәзите булдырыла.

1923 йылда Бәләкәй башҡортостандың һәм өфө губкомының комсомол ойошмалары берләшкәндән һуң РКСМ-дың Башҡорт өлкә комитетын органы — «Йэш юксыл» («Юный пролетарий») гәзите сыға башлай. 1925 йылда гәзит татар йәштәренә тапшырыла, ә башҡорт комсомолдарына яңы гәзит булдырыла — «Башкортостан йәштәре» («Молодёжь Башкортостана»). Гәзиттең тәүге һаны 1925 йылдың 27 мартында сыға. 1930 йылда ике гәзит тә үҙ исемен үҙгәртә: «Йәш юҡсыл» — «Яшь коммунар», «Башкортостан йәштәре» — в «Ленинсы» итеп үҙгәртелә.

1934 йылдың 6 ғинуарынан урыҫ телендә «Комсомолец Башкирии» гәзите сыға башлай.

Һуғыш башланыу менән Башҡортостанда йәштәр гәзиттәрен баҫтырыу туҡтатыла — күп кенә мөхәррирҙәр һәм корреспонденттар Ҡыҙыл Армияға саҡырылалар. Иң тәүгеләрҙән булып «Комсомолейц Башкирии» гәзитенең мөхәррире А. И. Гутров китә. Милли баҫмаларҙың элекке мөхәррирҙәре А. Әминев һәм К. Мортазин да һуғышҡа ебәрелә.

Стәрлетамаҡта, Комсомол урамындағы 78-се йортта, мемориаль мрамор таҡтаташ ҡуйылған: «1920 йылдың 15 октябрендә ошо бинала РКСМ-дың I Бөтә башҡорт съезы үткән».

1978—1991 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан комсомолы тарихы музейы эшләне[7]. Хәҙерге ваҡытта музейҙың материалдары Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт ойошмаларының үҙәк дәүләт архивында һаҡлана[8]

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

1968 йылдың октябрендә БАССР-ҙың комсомолдары тарафынан республика ҡалаларында 2018 йылғы комсомолдарға төбәлгән хаттар менән стелалар ҡуйылған.

Комсомолдың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары

үҙгәртергә
  • Комсомол Башкирии. 2-е изд., доп. и перераб. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959. — 222 с.
  • Саяпов Т. Ш. Все для фронта, все для победы!:/0 подвиге комсомола Башкирии в годы Великой Отечественной войны/. 2-е изд., перераб. и доп. — Уфа: Башк. кн. изд-во,1985.- 135 с.
  • Этапы большого пути /Комсомол Башкирии в цифрах и фактах. 1917—1970 гг./ Уфа: Башкнигоиздат, 1970.- 205 с.
  • Роль молодёжной прессы в решении социально-экономических проблем: Тезисы доклада Всерос. науч. конференции — Уфа. БИРО, 2006. — C. 124—125. 23
  • Молодёжная печать в Башкортостане // Ватандаш. — 2006. — № 4.
  • Вопросы образования и воспитания на страницах молодёжных газет Башкортостана (1923-30гг.) // Башкортостан укытыусыхы. — 2006. — № 9.
  • История комсомола — на страницах молодёжных газет : Молодёжное движение в Башкортостане. XX век. — Уфа.: Китап, 2006.
  • Мигранов Р. В поход за культуру: (Из опыта культурно-массовой работы комсомольской организации БАССР). Москва, 1959. — 63 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Устав Всесоюзного Ленинского Коммунистического Союза Молодёжи»
  2. В партии восстановлен 2014 йыл 26 август архивланған.
  3. История Бурзянского Района 2014 йыл 26 август архивланған.
  4. Башкирия: 8 августа производство «Каустик» отмечает полувековой юбилей
  5. http://sdmb.ruy.ru/sites/sdmb/organization/index.php/charter/ 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2016 йыл 10 март архивланған.
  7. Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан. Путеводитель. 2009 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  8. Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан. Путеводитель. 2009 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  9. Выпускница 1929 года Шарифа Тимергалина — Мои фотографии — Фотоальбомы — Стерлитамакский лицей-интернат № 2 — Сайт ГБОУ СЛИ № 2
  10. Он был живой легендой комсомола (К 100-летию со дня рождения Тимира Саяпова) | новости башинформ.рф