Ҡытай Халыҡ Республикаһы

Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт
Ҡытай Халыҡ Йөмһүриәте
ғәҙәти ҡытайса 中國/中国,
ябай 中华人民共和国
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы гербы Ҡытай
Ҡытай флагы Ҡытай гербы
Гимн: Ҡытай гимны
Нигеҙ һалынған 1949
Рәсми телдәр Ҡытай теле
Баш ҡала Пекин
Иң ҙур ҡалалары Чунцин, Шанхай, Пекин, Тяньцзинь, Гуанчжоу
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Дәүләт башлығы
Премьер-министр
Си Дзиньпин[1]
Ли Кецән[2]
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
3 урын
9 596 960 км²
8,62
Халыҡ
  • Барыһы (2007)
  • Тығыҙлыҡ
1 урын
1 317 000 000
140 кеше/км²


Валюта юань (женьминьби) (CNY, код 156) [3]
Интернет-домен .cn, .中国, .中國, .公司, .网络
Телефон коды +86
Сәғәт бүлкәте UTC +8

Ҡытай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) (ҡытайса ғәҙәти 中國/中国,ябай 中华人民共和国) — Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт. Халыҡ һаны буйынса (1,36 млрд-тан күберәк[4]) донъяла — беренсе, майҙаны буйынса Рәсәй менән Канаданан ҡала өсөнсө урында тора. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; Тайванда һәм Макаола — кантон) теле. Ил халҡының күпселеге — этник ҡытайҙар, үҙатама — хань.

Донъяла юғары бойондороҡһоҙ дәүләт (держава) булып иҫәпләнә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек советының даими ағзаһы. Ер шарында космосты яулау буйынса алдынғы илдәрҙең береһе, хәрби хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса донъялағы иң ҙур армияға һәм йәҙрә ҡоралына эйә. 2014 йылдың декабренән Эске тулайым продукт күләме буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Ҡытай төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың, шул иҫәптән БМО, АТЭС, G20, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, ШОС һәм БРИКС-тың ағзаһы булып тора.

1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан алып илде Комунистар партияһы етәкләй.

Ҡытай 14 ил менән сиктәш.

Ил атамаһының сығышы үҙгәртергә

Дөйөм таралған фараз буйынса, «Ҡытай» «Ҡатай» һүҙенән алынған тип иҫәпләнә. Уның сығышы үҙ сиратында кидань (китай) исемле манжур күсмә ҡәбиләләренә барып тоташа. 907 йылда улар Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм унда үҙҙәренең Ляо дәүләтен ойоштора. XII—XIII быуаттарҙа уларҙың урынына башҡа күскенселәр — джурджендәр һәм монголдар килеп ултырһа ла, тәүге этноним Төньяҡ Ҡытай топонимы булып нығынып ҡала. Европа сәүҙәгәрҙәре, атап әйткәндә, Марко Поло, был исемдең «Катай» («Cathay») формаһын урта быуат Көнбайыш Европаһына алып ҡайта, һәм ул унда быға тиклем ҡулланылған латин теленән алынған «China» һүҙен ҡыҫырыҡлап сығара. Артабан был яңы исем славян телдәргә күсә һәм уларҙа «Китай» булып нығына. Көнбайышта «Катай» Ҡытайҙың шиғри исеме булараҡ ара-тирә хәҙер ҙә ҡулланыла.

Тарихы үҙгәртергә

 
Джунго «Урталыҡтағы дәүләт» — Ҡытайҙың үҙатамаһы

Ҡытай тарихы яҙма сығанаҡтарҙың төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Улар археологик мәғлүмәттәр менән берлектә сәйәси һәм социаль хәл-ваҡиғаларҙы бик боронғо замандарҙан алып тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Изгеләр тип танылған дини-фәлсәфәуи һәм тарихи йөкмәткеле текстар — бигерәк тә Конфуций тәғлимәттәре яҙылғандары — үҙ сиратында ҡытай мәҙәниәтенең (цивилизацияһының) һәм ҡытай халҡын донъяға ҡарашының артабан үҫеүенә йоғонто яһаған.

Һәр кешенең ерҙәге тормошта бәхеткә, байлыҡ һәм муллыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән юғары социаль-сәйәси әүҙемлеге Ҡытай мәҙәниәтенә Конфуций осоронан уҡ хас була. Һәр кемдең яҙмышы хоҙайҙың алдан билдәләүенә түгел, ә уның үҙ тырышлығына бәйле.

Ҡытай мәҙәниәте — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ғалимдәр билдәләүенсә, уның йәше биш мең йылға тиң, ә булған яҙма сығанаҡтар бары 3500 йылдан кәм булмаған осорҙо яҡтырта. Бер-береһен алмаштырған династиялар тарафынан тағы камилләштерелгән административ идара системаһының бик борондан килеүе ҡытай дәүләте өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк тыуҙырған. Шуға ла уның иҡтисады артта ҡалған күршеләре-күсмә ҡәбиләләр һәм таулы халыҡтар менән сағыштырғанда ныҡ үҫкән ауыл хужалығына нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеү һәм б. э. т. II быуатта берҙәм яҙма системаһы индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.

 
Бөйөк Ҡытай диуары

Сәйәси күҙлектән Ҡытай бер нисә мең йыллыҡтар барышында цикл рәүешендә ҡабатланған сәйәси берҙәмлек һәм тарҡалыу осорҙары аша үтә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер осраҡта өлөшләтә йә тулыһынса сит ил дәүләте составына инә (миҫал өсөн Юань һәм Цин империялары). Ҡытай биләмәләре ситтән һөжүмдәргә даими дусар булһа ла, баҫҡынсыларҙың күбеһе иртәме-һуңмы барыбер «ҡытайлашып», ҡытай этносы эсендә юғала, ә улар дәүләттәрепнең ерҙәре ғәҙәттә Ҡытайға ҡушыла. Бөгөнгө Ҡытай дәүләте һәм йәмғиәте — быуаттар дауамында тирә яҡтағы күп һанлы Азия халыҡтарының миллионлаған вәкилдәренең күсенеп йөрөүе һәм хань ассимиляцияһына бирелеүе, мәҙәни һәм сәйәси үҙ-ара үтеп инеү һәм бер-береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе. Бында шулай уҡ традицион ҡытай тарихнамәһенең башҡа халыҡтар (монголдар, манжурҙар) тарихын һанға һуҡмайынса, уларҙың үҙаллы дәүләттәрен Ҡытайҙың өлөшө итеп ҡарап, барыһын да Ҡытай хроникаль-династия тарихына индереүен иҫтә тоторға кәрәк.

 
Цин династияһы ғәскәрҙәренең баш күтәреүселәр менән бәрелеше Мяо
 
Тайпиндәр ихтилалы
 
1894—1895 йылғы
япон-ҡытай һуғышы
Ҡытай тарих фәнендә ҡабул ителгән ҡыҫҡаса хронологик таблица
Йылдар Дәүләт (династия)
Беҙҙең эраға тиклем
б.э.т. 2353—2255 йылдар Легендар хаким император Яо
б.э.т. 2255—2205 йылдар Легендар хаким Шунь
б.э.т. 2205—1766 йылдар Легендар Ся династияһы
б.э.т. 1766—1122 йылдар Шан династияһының традицион даталары
б.э.т. 1122—249 йылдар Чжоу династияһының традицион даталары
б.э.т. 221—206 йылдар Цинь династияһының традицион даталары, милли ҡытай дәүләтенең ойошоуы
б.э.т. 206 — беҙҙең эраның 220 йылы Хань династияһының традицион даталары
(шул иҫәптән Көнбайыш Хань — б.э.т. 206 йылдан беҙҙең эраның 25 йылы,
Көнсығыш Хань — беҙҙең эраның 25 — 220 йылдары)
Беҙҙең эра
220—264 Вэй династияһы, Өс батшалыҡ дәүере
265—420 Цзинь династияһы (265—420) (Көнбайыш Цзинь: 265—316, Көнсығыш Цзинь: 317—420)
420—479 Көньяҡ Сун династияһы
479—501 Ци династияһы
502—556 Лян династияһы
557—588 Чэнь династияһы
581—618 Суй династияһы
618—917 Тан династияһы, Ҡытай мәҙәниәтенең «Алтын быуаты»
907—959 Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере
960—1279 Сун династияһы, Урта быуаттар өсөн ныҡ юғары иҡтисади үҫеш осоро
1280—1368 Юань династияһы (монгол династияһы)
1368—1644 Мин династияһы
1644—1911 Цин династияһы (манжурҙар)
1912—1949
(Тайванда — бөгөнгәсә)
Ҡытай Республикаһы
1949 йылдың 1 октябренән Ҡытай Халыҡ Республикаһы

Дәүләт ҡоролошо үҙгәртергә

Ҡытай Халыҡ Республикаһы — унитар республика, демократик халыҡ диктатураһының социалистик дәүләте. Илдең төп ҡануны — 1982 йылда ҡабул ителгән конституция. Дәүләт власының юғары органы — 2979 депутаттан торған бер палаталы Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы (урыҫса Всекитайское собрание народных представителей — ВСНП). Ул халыҡ вәкилдәренең төбәк йыйылыштары тарафынан биш йыллыҡ срокка һайлана. Йыйылыш сессиялары йыл һайын саҡрыла. Сессиялар араһында Йыйылыш вәкәләтлектәрен уның Даими комитеты атҡара.

Һайлауҙарға бары тик Ҡытай коммунистар партияһы һәм Ҡытайҙың халыҡ сәйәси консультатив советына (урыҫса Народный политический консультативный совет Китая — НПКСК) ингән һәм «демократик» тип аталған һигеҙ сәйәси фирҡә депутаттары ғына үткәрелә. Гонкондағы КҠР-ҙың махсус администртив райондары биләмәләрендә һәм Макаола үҙҙәренең айырым закон сығарыу органдары бар.

Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы депутаттарның барыһы ла — коммунистар партияһы һәм демократтар блогы вәкидәре.

Дәүләт башлығы — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе (Си Дзиньпин (ҡыт. 习近平). Ул ил етәкселәренең бишенсе быуын вәкиле.

Дәүләттең юғары башҡарма органы — ҠХР-ҙың Дәүләт советы (Үҙәк халыҡ хөкүмәте). Уның составы: премьер, уның урынбаҫарҙары, Дәүләт советы ағзалары, министрҙа, комитеттар рәйестәре, генераль ревтизор һәм яуаплы секретарь.

Юғары Халыҡ Суды — юғары суд инстанцияһы, ә халыҡ судтары — беренсе инстанция һәм кассация судтары булып иҫәпләнә. Юғары Халыҡ Прокуратураһы һәм уның урындағы органдары — прокурор күҙәтеүен (надзоры) тормошҡа ашыра.

Дәүләт власының урындағы органдары булып халыҡ вәкилдәре йыйылыштары, ә даими эшләүсе орган булып даими комитеттар һанала (улар волостарҙа юҡ). Урындағы халыҡ хөкүмәттәре башҡарыу-етәксе органдар булып иҫәпләнә.

Физик-географик характеристика үҙгәртергә

 
Ҡытайҙың топографик картаһы

Географик урыны үҙгәртергә

Ҡытай Көнсығыш Азияла урынлашҡан. Көнсығыштан уны Тымыҡ океандың көнбайыш диңгеҙҙәре йыуа. Төньяҡ-көнсығышта ул Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Рәсәй менән, төньяҡта — Монголия, төньяҡ-көнбайышта Рәсәй һәм Ҡаҙағстан, көнбайышта — Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Афғанстан менән, көньяҡ-көнбайышта — Пакистан, Һиндостан, Непал һәм Бутан менән, көньяҡта — Мьянма, Лаос һәм Вьетнам менән сиктәш. Ил биләмәләре майҙаны 9,6 млн км²[5]. Был йәһәттән Ҡытай Азияла иң ҙур дәүләт булһа, Ер шарында, Рәсәй менән Канаданан ҡалып, өсөнсө урында тора. Ҡытайҙа бер дөйөм сәғәт бүлкәте билдәләнгән — UTC+8.

Ҡытайҙың диңгеҙ буйы ярҙары төньяҡта Төньяҡ Корея менән сиктән башланып, көньяҡта Вьетнамға тиклем һуҙыла һәм дөйөм оҙонлоғо 14 500 киомет тәшкил итә. Ил биләмәләрен Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе, Корея ҡултығы, Һары диңгеҙ Һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа. Тайвань утрауы материктан Тайвань боғаҙы менән айырылған.

Рельефы үҙгәртергә

 
Гуйцзян (Лицзян) йылғаһы

Ҡытайҙың ер өҫтө төҙөлөшө бик төрлө: бында бейек тауҙар ҙа, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар ҙа, сүллек һәм киң тигеҙлектәр ҙә бар. Рельеф буйынса ил биләмәләре өс эре төбәккә бүленеп тикшерелә:

  • Тибет ҡалҡыулығы диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан;
  • 200—2000 метрлы тауҙар һәм юғарғы тигеҙлектәр бүлкәте илдең төньяғында ята;
  • төньяҡ-көнсығыш, көнсығыш һәм көньяҡтағы 200 метрҙан артмаған түбәнге тигеҙлектәр һәм тәпәш тауҙарҙа Ҡытай халҡының күп өлөшө йәшәй.

Төньяҡта Пекиндан башлап көньяҡтағы Шанхайға тиклем йәйелеп ятҡан Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге, Хуанхэ йылғаһы һәм Янцзы дельтаһы диңгеҙ буйҙарында бергә ҡушыла. Ынйы йылғаһы (һәм уның төп ҡушылдығы Сидзяндең) бассейны Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Янцзы йылғаһы бассейнынан Нанлинг тауҙары һәм Уйишан тау һырттары менән айырылған (һуңғылар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының Ҡытай буйынса исемлегенә индерелгән).

Көнбайыштан көнсығышҡа Ҡытайҙың ер йөҙө өс киртләс балыҡҡа килтерә. Уларҙың тәүгеһе диңгеҙ кимәленән 4000 метрҙан бейегерәк тауҙары булған Тибет ҡалҡыулығы. Бейеклектәре 1500 ҙән 3000 метрғаса булған Сычуань һәм Үҙәк Ҡытай тауҙары икенсе киртләсте хасил итә. Бында үҫемлектәр донъяһы ҡырҡа үҙгәрә: сағыштырмаса ҙур булмаған арауыҡта тәбиғәт зоналарынан бейек тауҙарҙағы һыуыҡ сүллектәрҙән башлап субтропик урманды осратырға мөмкин. Киртләстәрҙең өсөнсөһөнә диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан түбәнерәк ятҡан уңдырышлы тигеҙлектәр инә.

Климаты үҙгәртергә

 
Гуанси-Чжуан автономиялы районы

Ҡытай климаты үҙенең төрлөлөгө менән айырыла: көньяҡ-көнсығышта ул субтропик булһа, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡырҡа континенталь, сүллектәрҙәң ҡоро климаты хас. Көньяҡтағы яр буйҙарында һауа торошона океан һәм ҡоро ерҙең дымды төрлөсә тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән муссондар — йәйен диңгеҙҙән, ҡышын ҡоро ерҙән иҫкән елдәр тәьҫир тә. Нәтижәлә һауа һәм елдәр йәй көндәре үтә дымлы, ҡыштарын, киреһенсә, шаҡтай ҡоро була. Нәҡ ошо муссондарҙың килеп-китеүе юғары дәрәжәлә яуым-төшөм миҡдарын һәм уның ил буйынса бүленешен билдәләй ҙә инде. Ҡытай биләмәләренең күп өлөшө уртаса климат өлкәләренә тура килһә лә, географик киңлек, оҙонлоҡ һәм бейеклек буйынса ҙур айырымлыҡтар температура һәм һауа торошононоң төрлөлөгөн тыуҙыра.

Илдең 2/3-нән күберәк өлөшөн тау һырттары, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар, сүллек һәм ярым сүллектәр алып тора. Халыҡтың яҡынса 90 % Ҡытайҙың ни бары 10 % майҙанын биләгән диңгеҙ буйы райондарында һәм Янцзы, Хуанхэ (Һары йылға — Жёлтая река) һәм Перл кеүек ҙур йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ауыл хужалығы ерҙәрен оҙаҡ һәм көсөргәнешле эшкәртеү һөҙөтәһендә һәм тирә яҡ мөхитте сәнәғәт тармағы бысратыуы нәтижәһендә был биләмәләрҙең экологик хәле үтә ауыр.

 
Ганьсу

Ҡытайҙың иң төньяҡ провинцияһы Хэйлунцзян Рәсәйҙең Владивосток һәм Хабаровск ҡалаларыныҡына оҡшаш уртаса климатта булһа, көньяҡтағы Хайнань утрауы — Тропик климат зонаһында ята. Был ике төбәктең һауа температураһы араһындағы айырма ҡыштары бик ҙур булһа ла, йәйен аҙая төшә. Мәҫәлән, Хэйлунцзяндың төньяғында ҡышҡы һыуыҡ −38 °C етеүе мөмкин. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C тирәһе булһа, июлдеке +20 °C. Гуандун провинцияһының көньяғында уртаса температура ғинуарҙа 10 °C, июлдә 28 °C.

Яуым-төшөм миҡдарындағы айырма температураға ҡарағанда ла күберәк: Циньлин тауҙарының көньяҡ биттәрендә яуған ямғырҙарҙың күбе йәйге муссонға тура килә. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан яуым-төшөм аҙая. Илдең төньяҡ-көнбайыш райондары — иң ҡоро һанала, нәҡ бында урынлашҡан Такла-Макан, Гоби һәм Ордос) сүллектәрендә ямғыр бөтөнләй юҡ дәрәжәлә.

Ҡытайҙың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре йылыына биш тапҡыр тиерлек емергес диңгеҙ ҡойоно (тайфундан), шулай уҡ һыу баҫыуҙан, муссондан, цунами һәм ҡоролоҡтан ҡаза күрә. Илдең төньяҡ райондарына һәр яҙ һары туҙан дауылдары ябырыла — улар төньяҡ сүлдәрҙә барлыҡҡа килеп, елдәр менән Корея һәм Япония тарафтарына йүнәлә.

Административ-территориаль бүленеше үҙгәртергә

Ҡытай 22 провинцияға бүленгән, Тайвань 23-сө итеп иҫәптә йөрөтөлә. Шулай уҡ аҙ һанлы милләттәр йәшәгән биш автономиялы район һәм үҙәк бойһоноуындағы һәм үҙ биләмәләренә эйә дүрт ҡала бар.

Төбәк Пиньинь (кит.) Адм. үҙәк Пиньинь Халыҡ,[6]
(2010) кеше
Майҙан,[7]
км²
Халыҡ тығ.,
кеше/км²
Провинциялар
1 Анхой Anhui 安徽 Хефей Hefei 59 500 510 140 455 423,63
2 Фудзян Fujian 福建 Фуджоу Fuzhou 36 894 216 122 919 300,15
3 Ғәнсу Gansu 甘肃 Ланджоу Lanzhou 25 575 254 459 233 55,69
4 Гуаңдоң Guangdong 广东 Гуаңджоу Guangzhou 104 303 132 178 341 584,86
5 Гуйджоу Guizhou 贵州 Гуйяң Guiyang 34 746 468 174 976 198,58
6 Хайнан Hainan 海南 Хайкоу Haikou 8 671 518 34 438 251,80
7 Хебей Hebei 河北 Шидзяджуаң Shijiazhuang 71 854 202 187 240 383,75
8 Хэйлуңдзяң Heilongjiang 黑龙江 Харбин Harbin 38 312 224 431 767 88,73
9 Хенан Henan 河南 Джеңджоу Zhengzhou 94 023 567 166 310 565,35
10 Хубей Hubei 湖北 Вухан Wuhan 57 237 740 185 673 308,27
11 Хунан Hunan 湖南 Чаңша Changsha 65 683 722 211 231 310,96
12 Дзяңсу Jiangsu 江苏 Нанчиң Nanjing 78 659 903 98 285 800,32
13 Дзяңси Jiangxi 江西 Нанчаң Nanchang 44 567 475 171 041 260,57
14 Жирин Jilin 吉林 Чаңчун Changchun 27 462 297 191 038 143,75
15 Ляониң Liaoning 辽宁 Шеньяң Shenyang 43 746 323 147 451 296,68
16 Циңхай Qinghai 青海 Синиң Xining 5 626 722 720 459 7,81
17 Шанси Shanxi 山西; Тайюан Taiyuan 37 327 378 204 846 182,22
18 Шандуң Shandong 山东 Дзинан Jinan 95 793 065 156 219 613,20
19 Шэньси Shaanxi 陕西; Сиань Xi’an 35 712 111 149 708 238,55
20 Сычуань Sichuan 四川 Чеңду Chengdu 80 418 200 491 146 163,74
21 Юннан Yunnan 云南 Кунминг Kunming 45 966 239 388 610 118,28
22 Джедзян Zhejiang 浙江 Хаңджоу Hangzhou 54 426 891 106 078 513,08
Ҡытай контроле аҫтында булған провинция
(сәйәси торошо билдәләнмәгән)
23 Тайвань Taiwan 台湾 Тайбэй Taipei 23 069 345[8] 36 178 637,66
Автономиялы райондар
24 Гуанси-Чжуан автономиялы районы Guangxi 广西 Нанниң Nanning 46 026 629 235 001 195,86
25 Эске Монголия автономиялы районы (Эске Монголия) Inner Mongolia 内蒙古 Хух-Хото Hohhot 24 706 321 1 181 104 20,92
26 Нинся-Хуэй автономиялы районы Ningxia 宁夏 Йинчуан Yinchuan 6 301 350 52 188 120,74
27 Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы Xinjiang 新疆 Урумчи Urumqi 21 813 334 1 743 441 12,51
28 Тибет автономиялы районы Tibet 西藏 Лхаса Lhasa 3 002 166 1 178 441 2,55
Үҙәккә бойһонған ҡалалар
29 Пекин Beijing 北京 19 612 368 16 808 1166,85
30 Чунцин Chongqing 重庆 28 846 170 82 403 350,06
31 Шанхай Shanghai 上海 23 019 148 6 500 3541,41
32 Тяньцзинь Tianjin 天津 12 938 224 11 943 1083,33
Махсус административ райондар
33 Гонконг Hong Kong (Xianggang) 香港 6 864 346[9] 1 095 6268,81
34 Макао (Аомен) Macau (Àomén) 澳门 541 200[10] 27 20 044,44
Барлығы 1 363 249 758 9 662 593 141,09

Халҡы үҙгәртергә

 
ҠХР-ҙың демографик үҫеше

Ҡытайҙа үҙ мәҙәниәте, йолаһы, кейемдәре, күп осраҡта айырым теле булған бер нисә тиҫтә милләт халҡы йәшәй, шуларҙың 56-һы рәсми танылыу алған. Шулай ҙа уларҙың барыһы бергә илдә йәшәүселәрҙең ни бары 7 процентҡа яҡынын ғына тәшкил итә. Төп халыҡ — үҙҙәрен хань тип атаусы ҡытайҙар. 2000 йылдың ноябрендә үткәрелгән иҫәп алыу буйынса улар абсолют күпселек йәғни 1 137 386 112 кеше. 2010 йылғы VI иҫәп алыу буйынса, континентта йәшәүселәрҙең һаны 1 млрд 339 млн 724 мең 852 кеше. Был шарттарҙа Ҡытай Коммунистар партияһы ғаиләне планлаштырыу буйынса ҡатғи сәйәсәт алып бара. Был бигерәк тә эшсе ҡулдар талап ителгән ауыл ерендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар менән нисбәте — 106,74:100 (сағыштырыу өсөн донъя буйынса 101,44:100). Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо ирҙәргә ҡарағанда күберәк, бөтә илдә ул 71 йәшкә тиң.

Ҡалала йәшәүселәр тәүге тапҡыр 2011 йылда бар халыҡтың 51,27 процентын тәшкил итте.

1953-2010 йылдарҙағы Ҡытай халҡының милли яҡтан бүленеше
Халыҡ 1953 йылғы иҫәп алыу 1964 йылғы иҫәп алыу 1982 йылғы иҫәп алыу 1990 йылғы иҫәп алыу 2000 йылғы иҫәп алыу 2010 йылғы иҫәп алыу [1]
Халыҡ һаны % Халыҡ һаны % Халыҡ һаны % Халыҡ һаны % Халыҡ һаны % Халыҡ һаны %
Ханьдар 547 283 057 93,94 651 296 368 94, 22 936 703 824 93,30 1 042 482 187 91,96 1 159 400 000 91,59 1 225 932 641 91,51
Аҙ халыҡтар 35 320 360 6,06 39 883 909 5,78 67 233 254 6,70 91 200 314 8,04 106 430 000 8,41 113 792 211 8,49
Джуандар 6 611 455 1,13 8 386 140 1,21 13 378 000 1,32 15 489 630 1,37 16 178 811 1,28 16 926 381 1,26
Манжурҙар 2 418 931 0,42 2 695 675 0,39 4 299 159 0,42 9 821 180 0,87 10 682 263 0,84 10 387 958 0,78
Хуэйҙар 3 559 350 0,61 4 473 147 0,64 7 227 022 0,71 8 602 978 0,76 9 816 802 0,78 10 586 087 0,79
Мяо халҡы 2 511 339 0,43 2 782 088 0,40 5 036 377 0,50 7 398 035 0,65 8 940 116 0,71 9 426 007 0,70
Уйғырҙар 3 640 125 0,62 3 996 311 0,58 5 986 869 0,59 7 214 431 0,64 8 399 393 0,66 10 069 346 0,75
Туцзя ар халҡы 524 755 0,07 2 834 732 0,28 5 704 223 0,50 8 028 133 0,63 8 353 912 0,62
И халҡы 3 254 269 0,56 3 380 960 0,49 5 457 251 0,54 6 572 173 0,58 7 762 286 0,61 8 714 393 0,65
Монголдар 1 462 956 0,25 1 965 766 0,58 3 381 000 0,33 4 806 849 0,42 5 813 947 0,46 5 981 840 0,45
Тибеттар 2 775 622 0,48 2 501 174 0,36 3 874 035 0,38 4 593 330 0,41 5 416 021 0,43 6 282 187 0,47
Буй халҡы 1 247 883 0,21 1 348 055 0,19 2 122 389 0,21 2 545 059 0,22 2 971 460 0,23 2 870 034 0,21
Корейҙар 1 120 405 0,19 1 339 569 0,19 1 766 439 0,17 1 920 597 0,17 1 923 842 0,15 1 830 929 0,14
Башҡалар 6 718 025 1,15 7 015 024 1,01 16 531 829 1,46 20 496 926 1,62 22 363 137 1,67
Бөтәһе, ҠХР 582 603 417 694 581 759 1 008 175 288 1 133 682 501 1 265 830 000 1 339 724 852

Сит илдәр менән мөнәсәбәте үҙгәртергә

Рәсәй һәм уның төбәктәре менән бәйләнештәр үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек үҙгәртергә

Һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр раҫлауынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды алып тора. Мәҫәлән, 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, торбалар, консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.

2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө ҡалаһы һәм Хэйлунцзян провинцияһының ҙурлығы һәм бар яҡтан әһәмиәт-мөһимлеге менән икенсе ҡалаһы булған Цицикар араһында туғанлыҡ бәйләнештәре урынлаштырылды.[11]

  • 2015 йылдың 28 ноябрендә Өфө һәм Хэйлунцзян провинцияһының Цицикар ҡалаһы араһында туғанлашыу хаҡында Меморандумға ҡул ҡуйылды.[11]
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 30 ноябрендә Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы[12]. Унда ҡатнашҡан эшлекле даирә вәкилдәренә һәм рәсми кешеләргә республиканың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре хаҡында киң мәғлүмәт бирелде. Сарала билдәләнеүенсә, алдағы осорҙа 10-дан ашыу проектты тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Башҡортостанда металлургия заводы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, төҙөлөш материалдары предприятиеларын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, Ҡытай эшҡыуарҙары мәҙәни үҙәктәр, сауҙа йорттары һалырға тәҡдим итә. Ошо проекттарҙың күбеһе 2016 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.
  • 2015 йылдың 10-11 ноябрендә Башҡортостанда Ҡытайҙың Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы эш сәфәре менән булды[13].
  • 2015 йылдың 5-6 ноябрендә Өфөлә Башҡортостанда Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелде[14]. Уның барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Цзянси провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә[15] һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Цзянси провинцияһының Туристик үҫеш комиссияһы араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды[16]. Провинция губернаторы Лу Синьше етәкселегендәге рәсми делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды[17], ә ике яҡтың эшҡыуарҙары үҙ-ара файҙалы булған төрлө һөйләшеүҙәр үткәрҙе[18]. Цзянси иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре барышында шулай уҡ баш ҡалала төҙөләсәк «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эш үҙәгенең нигеҙ ташы һалынды[19].
  • 2015 йылдың 21 сентябрендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостандың рәсми делегацияһы Ляонин провинцияһында республика менән таныштырыу үткәрҙе. Был сарала машиналар эшләү, нефть сығарыу һәм уны эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш тармаҡтарында мәшғүл булған эре компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан һәм Ляонин хөкүмәттәре ике яҡтың эшлекле даирәләрен үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинселектәрен өйрәненеүҙә һәм тәғәйен сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа киләсәктә әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Был эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү йөҙөнән ике төбәк хөкүмәттәре ҡарауы аҫтында урыҫ һәм ҡытай телдәрендә инвестиция мәсәләләренә ҡағылған уртаҡ сайт булдырыу планлаштырыла. Ул тауар әйләнеше һәм капитал һалымдар күләмен арттырыу буйынса көнүҙәк тәҡдимдәрҙе туплаясаҡ үҙ-ара файҙалы мәғлүмәттәр майҙансығы буласаҡ тип күҙаллана[20].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Си Дзиньпин занял высший государственный пост в Китае, возглавив "пятое поколение" руководителей 2013 йыл 20 октябрь архивланған. (рус.)
  2. ҠХР хөкүмәтен Ли Кецән етәкләй 2013 йыл 20 октябрь архивланған. (рус.)
  3. Шулай уҡ Гонконгта гонконг доллары һәм Макаола патака.
  4. The World Factbook. www.cia.gov. Дата обращения: 10 ноябрь 2015. 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  5. Сайт ЦРУ. The world factbook 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  6. City Population — Statistics & Maps of the Major Cities, Agglomerations & Administrative Divisions for all Countries of the World
  7. Provinces of China, Statoids.com
  8. Official National Statistics Taiwan estimate
  9. Гонконг
  10. Estimates of population
  11. 11,0 11,1 Өфө менән Цицикар туғандаш ҡалалар тип иғлан ителде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 1 декабрь
  12. Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 30 ноябрь
  13. Өфөгә Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы делегацияһы килде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 ноябрь
  14. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 ноябрь (рус.)
  15. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь (рус.)
  16. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь
  17. Цзянси провинцияһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 ноябрь
  18. Башкирские и китайские предприниматели провели деловые встречи — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 ноябрь (рус.)
  19. «Өфө—Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 ноябрь
  20. Башкортостан и китайская провинция Ляонин создадут единый инвестиционный сайт — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 сентябрь

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Барлукова О. Д. Китайская интеллигенция в условиях модернизации общества (последняя четверть ХХ века): монография / ФГОУ ВПО «Бурятская ГСХА им. В. Р. Филиппова». — Улан-Удэ: Изд-во БГСХА, 2008. — 115 с. (рус.)
  • Барлукова О. Д. Китайская интеллигенция в условиях модернизации общества // Вестник БГУ. — Улан-Удэ: Издательство БГУ, 2012. — Вып. 6а. — С. 144—147. (рус.)
  • Барлукова О. Д. Образование и интеллигенция в Китае: социально-философский анализ: монография / М-во сельского хоз-ва Российской Федерации? ФГБОУ ВПО «Бурятская гос. сельско-хозяйственная акад. им. В. Р. Филиппова». — Улан-Удэ: Изд-во БГСХА, 2013. — 103 с. — ISBN 978-5-8200-0305-9(рус.)
  • Барлукова О. Д. Условия и факторы трансформации интеллигенции в период модернизации китайского общества (последняя четверть XX в.) // Вестник Томского государственного университета. — Томск: ТГУ, 2014. — № 382. — С. 51-60. (рус.)
  • Чжан Би Юй. Тенденции развития туристического комплекса Китая. — Москва, 2015. — 200 с. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә