Башҡорт дәүләт академия драма театры

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
Здание башкирского академического театра драмы им. М.Г. Гафури, памятник М.Г. Гафури.jpg
Элекке исеме

1-се Башҡорт дәүләт драма театры

Эшләй башлаған

1919

Наградалары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Урынлашҡан

Өфө

Етәкселәре
Художество етәксеһе

Ханов Олег Закир улы

Ссылки

www.bashdram.ru

Commons-logo.svg Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Викимилектә

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300110000объект № 0300110000
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштергән Кәкүк Ояһы спектакле
(Кен Кизи романы буйынса).

Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.

ТарихыҮҙгәртергә

Иҫтәлекле даталарҮҙгәртергә

РепертуарҮҙгәртергә

ГастролдәрҮҙгәртергә

Башҡортостандан ситтә гастролдәреҮҙгәртергә

Бынан тыш театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гастролдәргә сыға.

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
  • Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы режиссёр эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»[1].

ШәхестәрҮҙгәртергә

Художество етәкселәреҮҙгәртергә

РежиссерҙарҮҙгәртергә

АртистарҮҙгәртергә

РәссамдарҮҙгәртергә

Һуңғы яңылыҡтарҮҙгәртергә

  • 2020 йылдың декабрендә театрҙа төҙөкләндеү һәм ҡайтанан ҡороу эштәре уңышлы тамамланды. Мәҙәниәт усағының көндәлек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле системалар — елләтеү, кондинционер, янғын һүндереү, йылытыу һәм өлөшләтә һыу менән тәьминәт итеү — яңыртылған. Төҙөкләндереү, әлбиттә, тамашасы зонаһына ла ҡағылған: фойе, Ҙур һәм Кесе залдар яңыртылған, яңы креслолар ҡуйылған. Сәхнә ҡорамалдары — яҡтыртыу һәм тауыш системалары, механик ҡоролмалар алмаштырылған. Театрҙың урамдағы биләмәһе өлөшләтә төҙөкләндерелгән, насар күреүселәргә йөрөү өсөн махсус плиткалар һалынған. Театр фасадының яҡтыртылышы байытылған, төп ишектәр өҫтөнә диодлы яңы экран эленгән[9].
  • 2017 йылдың 27 июлендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейен байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы ойоштороу комитетының составы раҫланды, Республика Хөкүмәтенә сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү планын эшләргә ҡушылды[10].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 5 февраль
  2. Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. сайтында Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы улы сәхифәһе
  5. 5,0 5,1 Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе
  6. Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе
  8. 8,0 8,1 Олег Ханов покинул должность художественного руководителя Башкирского драмтеатра. ИА «Башинформ», 11 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
  9. В Уфе после реконструкции открылся Башкирский академический театр имени Мажита Гафури. ИА «Башинформ», 29 декабря 2020 года (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2020)
  10. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә