Черепахин Сергей Павлович
Черепахин Сергей Павлович (1 октябрь 1923 йыл — 4 февраль 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Черепахин Сергей Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1923 |
Тыуған урыны | Ҡариҙел районы |
Вафат булған көнө | 4 февраль 1989 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Павлович Черепахин[1] 1923 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[2]Байҡы ауылында тыуған.
Мәктәптә 4 класс тамамлай. Колхозда эшләй.
1942 йылдың мартында Ҡариҙел районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июненән хәрәкәт итеүсе армияла. Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша.
240-сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армия, 1-се Белоруссия фронты) гвардия сержанты С. П. Черепахин Польшаның Бжезина, Лодзь һәм Познань ҡалаларын азат иткәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
1947 йылда демобилизацияланғандан һуң С. П. Черепахин тыуған иленә ҡайта. Йүрүҙән леспромхозында электромеханик булып эшләй. 1989 йылдың 4 февралендә вафат була.
Батырлығы
үҙгәртергә«1945 йылдың 19 ғинуарында Бжезины ҡалаһы эргәһендә, уҡсыларҙың беренсе рәтендә ҡыйыу алға барып, ул мәргән уты менән дошмандың 4 пулемётын юҡ итә, боеприпаслы 2 автомашинаһын яндыра, 40 гитлерсыны юҡ итә. Лодзь ҡалаһы районында немец контратакаға күсә. С. П. Черепахин, дошманды яҡын араға яҡын ебәреп, пулемёттың мәргән атылған уты менән дошман сылбырын ҡырып һала һәм 30 фашисты терәп атып үлтерә. Бөтә патрондар тотонолоп бөткәс, ул беренсе булып атакаға ташлана, расчет яугирҙәрен үҙе артынан эйәртә, улъя пулемёты уты менән тағы 15 гитлерсыны юҡ итә.
Познань ҡалаһының ҡорал заводы өсөн алыштарҙа С. П. Черепахин граната менән дошмандың пулемёт расчетын юҡ итә, пулемётты ҡулға төшөрә һәм уның мәргән уты менән немецтарҙы ҡасырға мәжбүр итә. Шулай итеп, батальондың хәрби бурысты үтәүен тәьмин итә. Был һуғышта батальон дошмандың 250 ҡул һәм станоклы пулемётын, 130 автоматын, 1500 винтовкаһын ҡулға төшөрә».
С. П. Черепахинға 1945 йылдың 31 майында «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (31.05.1945)[3][4];
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы;
- Ленин ордены (31.05.1945);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- III дәрәжә Дан ордены (31.01.1945)[5];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (24.10.1944)[6];
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Черепахин Сергей Павлович . «Герои страны» сайты.
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 53, л. 175, 176).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 11).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2153, л. 3, 89, 90).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5761, л. 3).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Черепанов Н. И. Черепахин, Сергей Павлович(недоступная ссылка) // башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: ГАУН «башҡорт энциклопедияһы», 2015—2018. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Республика Хәрби Дан музейы: Сергей Павлович Черепахин 2018 йыл 28 октябрь архивланған..