Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы
Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (1 октябрь 1951 йыл) — дәүләт, комсомол органдары, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Энгельс Вәрис улы Ҡолмөхәмәтов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы ауылы[1] |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре |
Наградалары һәм премиялары | |
Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЭнгельс Вәрис улы Ҡолмәхәмәтов 1951 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы[1] ауылында тыуған. 1974 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын[2] һәм «хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә юрист-ойоштороусы» һөнәре буйынса СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлаған.
- 1969—1974 йылдар — Өфө нефть институты (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) студенты.
- 1976—1978 йылдар — Урал-Себер нефть үткәргестәр идаралығы инженеры.
- 1978—1980 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының икенсе секретары.
- 1980—1981 йылдар — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Совет район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы.
- 1981—1986 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе, аҙаҡтан беренсе секретары.
- 1986—1988 йылдар — СССР Эске эштәр министрлығы Академияһы тыңлаусыһы.
- 1988—1991 йылдар — БАССР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен һаҡлау идаралығында башлыҡ урынбаҫары.
- 1991—1993 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Йәмәғәт именлеге хеҙмәтенең башлыҡ урынбаҫары.
- 1993—1994 йылдар — БАССР Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы «Һаҡ» берекмәһе, һуңынан ведомствонан тыш һаҡлау идаралығы етәксеһе.
- 1994—2000 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Һалым полицияһы департаменты, һуңынан Рәсәй Федерацияһы һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе.
- 2000 йыл — Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары.
- 2002—2007 йылдар — Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторы.
- 2007 йыл — Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе.
- 2007—2010 йылдар — Берҙәм Рәсәй Бөтөн Рәсәй сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси советы секретары.
- 2007—2011 йылдар Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Именлек буйынса комитет ағзаһы.
- 2012—март 2016 — «Янғантау» санаторийы директоры.
Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007)[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 2015 йылдың 1 декабрендә Берҙәм ҡабул итеү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Энгельс Ҡолмөхәмәтов «Янғантау» шифаханаһында граждандарҙы ҡабул итте[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены.
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы.
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2016)[5][6][7]
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
- Салауат Юлаев ордены.
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Рәсәй Дәүләт Думаһының Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы.
- Һалым полицияһының почётлы хеҙмәткәре.
- «Эске эштәр министрлығында яҡшы хеҙмәте өсөн» билдәһе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Малаяҙ) ауылы
- ↑ Хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты.
- ↑ disserCat — электронная библиотека диссертаций (рус.)
- ↑ «Йүрүҙән» гәзите, 2015, 7 декабрь 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 2016, 13 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2016)
- ↑ Список награжденных(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2016)
- ↑ Башҡортостан алдындағы хеҙмәттәре өсөн. Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите «Йүрүҙән», 2016, 15 апрель(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2016)
Сығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Администрации муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан 2015 йыл 23 ғинуар архивланған. (рус.)
- История курорта «Янган-Тау» (рус.)
- Сайт «Виперсон» (рус.)
- Ассоциация выпускников УГНТУ. Официальный сайт(недоступная ссылка)