Байыш (Ейәнсура районы)

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Байыш (рус. Баишево; боронғо атамалары Назар, Ураҙ) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453392, ОКАТО коды — 80226806001.

Ауыл
Байыш
рус. Баишево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл Советы

Байыш

Координаталар

51°50′21″ с. ш. 57°05′21″ в. д.HGЯO

Халҡы

431[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453392

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 806 001

ОКТМО коды

80 626 406 101

Байыш (Рәсәй)
Байыш
Байыш
Байыш (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Байыш

Тарихы үҙгәртергә

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1760 йылдан билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улдары Аллабирҙе, Назарбай һәм Ураҙбай Байышевтар билдәле. Ауыл шулай уҡ Назар, Ураҙ булараҡ теркәлгән. 1866 йылда 60 йортта 339 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәҙрәсә теркәлгән[2]

Хәҙерге осор үҙгәртергә

Байыш ауылы — административ үҙәк. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.

Географик урыны үҙгәртергә

Байыш ауылы Ҡасҡынсы йылғаһы (Ҡаҫмарт ҡушылдығы) буйында урынлашҡан[2].

Район үҙәгенә (Иҫәнғол) тиклем алыҫлыҡ: 97 км.

Яҡындағы тимер юл станцияһына (Ҡыуандыҡ) тиклем алыҫлыҡ: 66 км[3]

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[1]
518526431

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[5].

Урамдары үҙгәртергә

  • Һыуһыҙ урам (рус. Безводная улица)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Мөхәмәтйәнов урамы (рус. улица Мухамедъянова)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Дала урамы (рус. Степная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Тауҙар

  • Аҙаҡҡол тауы
  • Аҡтау тауы
  • Һәнәр үҙәге йырыны

Йылғалар

  • Ҡасҡынсы йылғаһы
  • Марай йылғаһы
  • Ҡойолойорт йылғаһы[7]

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Аҡманов Алмас Ғайса улы (27.03.1939—12.01.2023), ғалим-физик, юғары мәктәп һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1977 йылдарҙа физика факультетының декан урынбаҫары, 1983—1989 йылдарҙа — деканы; 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары. Физика-математика фәндәре кандидаты (1968), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002)[8].
  • Арыҫланова Минзилә Фәсхи ҡыҙы (6.09.1948) — Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылындағы Башҡорт республика компьютер лицей-интернатының ветеран-педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[9].
  • Назаров Айрат Әхмәт улы (1.10.1959) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1999)[10].
  • Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ (Зыя Ураҙов; 1904—1967) — Төркиә уҡытыусыһы, профессор.
  • Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы (11.07.1956) — ғалим-селекционер. Биология фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы урман хеҙмәткәре (2007).

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары үҙгәртергә

  • Хазина. 1966 йылда Ейәнсура р-ны Байыш ауылы Зәйнәп Исхаҡованан (1902 йылғы) И. Бүләков менән Ғ. Әйүпов яҙып алган. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. — БЛ, 134-се б.; БХИ, РЛ, № 23; БНТ, ПЛ, № 422[11].
  • Аҡтау хазинаһы. 1966 йылда Ғйәнсура р-ны Байыш ауылы Зәйнәп Исхаҡованан (1902 йылғы) И. Бүләков менән Ғ. Әйүпов яҙып алған. — БЛ, 134- ее б.; БХИ, РЛ. № 20; БПЛ, № 250; БНТ, ПЛ, № 417.

Видеояҙмаларҙа үҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео Байыш мәктәбенә 90 йыл / 90 лет школе Баишево Зианчуринский район
  • Баишево

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Байыш
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  7. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  8. В Уфе скончался физик, профессор БашГУ Алмас Акманов. ИА «Башинформ», 12 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 ғинуар 2023)
  9. Слово об учителе… Газета «Баймакский вестник», 2007, 30 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 август 2018)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Назаров Айрат Әхмәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2019)
  11. Юашҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә