Белов Владимир Викторович

Белов Владимир Викторович (1 октябрь 1960 йыл) — Рәсәй опера йырсыһы (тенор), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Белов Владимир Викторович
Тыуған

1 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны

Дәүләкән ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР,

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

Йырлау тауышы

тенор

Наградалар

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Викторович Бело́в 1960 йылдың 1 октябрендә БАССР-ҙың Дәүләкән ҡалаһында тыуған.

1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (М. Ғ. Мортазина класы) тамамлай. 1987—1988 йылдарҙа һәм 1990 йылдан алып — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист, 1988—1990 йылдарҙа — Свердлов опера һәм балет театрында, 1997—2003 йылдарҙа — Прага дәүләт операһында, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры директоры. И. К. Архипова һәм М. Л. Биешу менән бергә сығыш яһай. Рәсәй, Германия, Италия, АҠШ, Франция, Япония буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

Вокаль партиялары үҙгәртергә

Ротшильд («Ротшильд скрипкаһы», В. И. Флейшман һәм Д. Д. Шостакович; дебют, 1987), Владимир Игоревич («Кенәз Игорь», А. П. Бородин), Герман («Пиковая дама», П. И. Чайковский), Герцог («Риголетто»), Манрико («Трубадур»), Радамес («Аида», Дж. Верди), Хозе («Кармен», Ж.Бизе), Бохаир («Салауат Юлаев»), Аҡмырҙа («Шәурә»), «Реквием»-дә (Верди (1994)), Л. Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһында (1998) партиялар. Йырсының репертуарында — рус һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар, рус халыҡ йырҙары һәм романстары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • М. И. Глинка исемендәге Халыҡ-ара конкурс лауреаты (Смоленск ҡалаһы, 1993)
  • С. Я. Лемешев исемендәге халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы дипломанты (Тверь ҡалаһы, 1992)
  • Дж. Ғайяр исемендәге халыҡ-ара йырсылар конкурсы дипломанты (Памплона ҡалаһы, Испания, 1996)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003)

Һылтанмалар үҙгәртергә